Натанаэль Мин-Ян Вэй, Барон Вэй (ҡыт. 韋鳴恩, ингл. Nathanael Ming-Yan Wei, Baron Wei)[1]; шулай уҡ Нэт Вэй булараҡ билдәле, 19 ғинуар 1977) — британ социаль эшҡыуары, Лордтар палатаһының иң йәш ағзаһы[2] (2011 йылдың 30 сентябренә ҡарата). «Оло йәмғиәт» проектында Бөйөк Британия хөкүмәтенең элекке кәңәшсеһе.

Нэт Вэй
韋鳴恩/韦鸣恩
Исеме

Натанаэль Мин-Ян Вэй, Барон Вэй

Тыуған көнө

19 ғинуар 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (47 йәш)

Тыуған урыны

Уотфорд, Англия

Гражданлығы

Бөйөк Британия Бөйөк Британия

Эшмәкәрлеге

социаль эшҡыуар

Тормош иптәше

Cynthia Wei[d]

 Нэт Вэй Викимилектә

Нэт Вэй «Shaftesbury Partnership» компанияһын нигеҙләүсе һәм элекке[3] партнеры[4], «Teach First» социаль предприятиеһының ағза-нигеҙләүсеһе һәм «Absolute Return For Kids» хәйриә ойошмаһының элекке кәңәшсеһе[5]. «Young Foundation» ойошмаһының[6] һәм Бөтә донъя иҡтисади форумының элекке хеҙмәткәре.

Биографияһы

үҙгәртергә

Вэйҙың ата-әсәләре Гонконгтан эмигрант булғандар[7][8][9][10]. Атаһы христиан дин әһеле — пастор булған һәм 1970-се йылдарҙа Бөйөк Британияға күскән. Нэт Вэй 1977 йылдың 19 ғинуарында Уотфорд ҡалаһында тыуған. Белемде сэр Фрэнк Маркхэм исемендәге мәктәптә, Милтон-Кинстағы дәүләт дөйөм белем биреү мәктәбендә ала[11], бында ҡайһы бер уҡыусылар уҡыуға етди мөнәсәбәте булғанлыҡтан уны кәмһеткәндәр[12]. Нэт Вэй Лондон иҡтисади һәм сәйәси фәндәре мәктәбендә путунхуаны әүҙем өйрәнә һәм кантон, француз һәм немец телдәре буйынса практик белем ала.

Оксфордтағы "Ғайса колледжы"н тамамлағандан һуң, өс йыл дауамында Вэй «McKinsey & Company» компанияһында эшләй, бында 2002 йылда «Teach First» нигеҙләгән Брэд Уигдортз менән таныша. 2006 йылда Нэт Вэй «Shaftesbury Partnership» ойошмаһына нигеҙ һала[4], был ойошма ҙур масштаблы социаль реформалар эшләп Виктория дәүерендәге социаль рефоматорға оҡшарға ынтылған. «Shaftesbury Partnership» хәҙерге ваҡытта эшһеҙлек һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге бер нисә проекттар менән эш итә. «Shaftesbury Partnership» ойошмаһы аша Нэт Вэй «The Challenge Network» бойондороҡһоҙ хәйриә ойошмаһының ойоштороусыларының береһе булып китә[13].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. BBC 中文网. 視頻:英國華裔男爵韋鳴恩專訪一. BBC 中文网. BBC (17 Jun 2010). Дата обращения: 30 сентябрь 2011.
  2. No 10 (British Prime Minister's Office) (18 May 2010). Government launches Big Society programme. Пресс-релиз. Проверено 2011-02-06.
  3. Lord Wei. Letter to Francis Maude: Acceptance of appointment as Government adviser for Big Society. Big Society Network (1 июль 2010). Дата обращения: 6 февраль 2011. 2011 йыл 24 июль архивланған.
  4. 4,0 4,1 The Guardian. Pass notes No 2,921: Lord Wei (2 February 2011). 30 сентябрь 2011 тикшерелгән.
  5. Ramesh, Randeep. Interview with Mr Big Society (22 Jun 2010). 30 сентябрь 2011 тикшерелгән.
  6. The Young Foundation. Young Foundation fellow appointed new advisor to Government. The Young Foundation. The Young Foundation (19 май 2010). Дата обращения: 30 сентябрь 2011. 2011 йыл 30 сентябрь архивланған.
  7. Lords Hansard text for 16 Jun 2010 (pt 0006)
  8. There is a saying, in Hakka, When everyone collects firewood, the flames rise high. 2020 йыл 8 август архивланған.
  9. 33岁华人新贵——韦鸣恩. 2014 йыл 16 октябрь архивланған.
  10. Ramesh, Randeep. Interview with Mr Big Society, The Guardian (22 июнь 2010). 6 февраль 2011 тикшерелгән.
  11. End of an Era as School’s Out for the Last Time 2016 йыл 4 март архивланған. Published by: MiltonKeynes.co.uk Date: 21 July 2009. Retrieved: 27 November 2012
  12. Nat Wei in Third Sector. 2012 йыл 26 март архивланған.
  13. Rentoul, John. Like it or not, there it is. A Tory policy, The Independent (22 ноябрь 2009). 6 февраль 2011 тикшерелгән.