Нуров Владимир Дорджиевич
Владимир Нур Дорджиевич (ҡалм. Нуура Владимир; 1 ғинуар 1938 йыл) — ҡалмыҡ халыҡ шағиры, Ҡалмыҡ Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһы атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре. Ҡалмыҡ Республикаһының почётлы гражданы.
Нуров Владимир Дорджиевич | |
ҡалм. Нуура Владимир | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 ғинуар 1938 (86 йәш) |
Тыуған урыны | Приютненский район[d], Калмыцкая АССР[d], РСФСР, СССР |
Туған тел | Ҡалмыҡ теле |
Яҙма әҫәрҙәр теле | Ҡалмыҡ теле |
Һөнәр төрө | шағир |
Эш урыны |
Хальмг унн[d] Калмыцкое книжное издательство[d] Теегин герл[d] |
Биләгән вазифаһы | баш мөхәррир[d] |
Уҡыу йорто | Ҡалмыҡ дәүләт университеты |
Ойошма ағзаһы | СССР Яҙыусылар союзы |
Жанр | повествовательная поэзия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәНуров Владимир Дорджиевич 1938 йылдың 1 ғинуарында Ҡалмыҡ АССР-ы Приютненск улусы хотон Бугула (хәҙер Ульдючина ауылы Приютненск районы) тыуған.
Буласаҡ шағирҙың бала сағы һәм үҫмер йылдары һуғыш һәм ҡалмыҡ халҡын Себергә мәжбүри депортациялау менән тап килә. Бала сағы Омск өлкәһе Знаменский районының урман хужалығында үтә. Йәш сағында Төмән өлкәһе Ялуторовск районының Заводо-Петровск ауылында йәшәй, тракторсы, урмансы, быяла заводы эшсеһе булып эшләй.
1968 йылда Ҡалмыҡ педагогия институтын (хәҙер Ҡалмыҡ дәүләт университеты) отличие менән тамамлай. Ҡалмыҡ китап нәшриәтенең директоры, «Теегин герл» журналының баш мөхәррире, Ҡалмыҡ Яҙыусылар союзы етәксеһе, Ҡалмыҡстан радиоһы директоры була.
1975 йылда СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә. Республика гәзите «Хальмг үнн» редакцияһында эшләй[1].
Ижады
үҙгәртергәШағирҙың тәүге шиғырҙары 1959 йылда «Хальмг ун» гәзитендә баҫылып сыға. 1971 йылда шағирҙың «Аҡ теләк» (ҡалмыҡ телендә) тәүге шиғырҙар йыйынтығы нәшер ителә. Шул ваҡыттан алып шағир ҡалмыҡ һәм рус телдәрендә утыҙҙан ашыу китап баҫтырып сығара: «Солнечный колодец», «Светлый образ», «Корень жизни», «Вкус родника», «Годы закусили удила», «Дарите радость», «Отцовский дом», «Ярче звезд» һәм башҡалар. Нуровтың әҫәрҙәре күп телдәргә тәржемә ителгән һәм төрлө илдәрҙә баҫылған. Күп шиғырҙарҙын билдәле рус шағирҙары Семен Липкин, Юлия Нейман, Римма Казакова, Владимир Костров тәржемә иткән
Шағирҙың атаһы һуғышта һәләк була. Шуға күрә уның атаһы иҫтәлегенә, иртә тол ҡалған әсәһенә бағышланған шиғырҙары күп. Уларҙың барыһы ла эске берҙәмлек менән айырылып тора. Һуңғы йылдарҙағы ижады юғалтыуҙарҙың әселеге һәм халыҡ рухының юғары батырлығы, һуғыш балаларының ауыр тормошо, ҡалмыҡ халҡын мәжбүри депортациялауҙың фажиғәле йылдарына арналған шиғырҙар менән һуғарылған. 2007 йылда «Teegin Girl» («Далалағы яҡтылыҡ») журналында баҫылған «Альтн һasar uzgan olnav…» шиғри циклы өсөн шағир Ҡалмыҡ Республикаһы Номто Очиров премияһына лайыҡ була[1]..
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ҡалмыҡ халыҡ шағиры (1998);
- Ҡалмыҡстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ();
- Рәсәй федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ();
- Очиров Номто премияһы лауреаты "Алтна һасар үзгән олнав…"шиғырҙар циклы өсөн «Теегин Герл» журналында баҫылған (2007) ;
- А. С. Грибоедов исемендәге премия лауреаты (2009);
- Ҡалмыҡ республикаһының почётлы гражданы (2013 йылдың 14 феврале).
Библиография
үҙгәртергә- Удачливые мужчины: Стихи и поэмы. — Элиста: Калм. кн. изд-во 1980—119 с.
- Пульс жизни: Стихи. — Элиста: Калм. кн. изд-во. — 1982—104 с.
- Орлиная высота: поэма и стихи. — Элиста: Калм. кн. изд-во, 1987. — 142 с.
- Отцовский дом: стихи. — М.: Современник. — 1983. — 61 с.
- Солнечный колодец: стихи. — Элиста: Калм. кн. изд-во. — 1981. — 131 с.
- Ярче звезд: стихи. — Элиста: Калм. кн. изд-во. — 1983
- Мосты счастья: стихи. — Элиста: Калм. кн. изд-во. — 1984
- Дарите радость: стихи. — Элиста: Калм. кн. изд-во. — 1985
- Полынь: стихи. [Пер. Ю. Нейман] — Элиста: Калм. кн. изд-во. — 1987
- Надежда земли: стихи. — Элиста: Калм. кн. изд-во. — 1988
- Маленький художник: стихи: для дошк. возраста. — Элиста: Калм. кн. изд-во. — 1990
- Талисман счастья: стихи и поэма. — Элиста: Калм. кн. изд-во. — 1990
- Благословение матери: стихи. — Элиста: Калм. кн. изд-во. — 1992
- Золотая лампадка: стихи. — Элиста: Калм. кн. изд-во. — 1994
- Реквием — горький плач живой моей души по невинно убиенным душам: поэма; перевод с калм. А. А. Соловьева // Теегин герл = Свет в степи. — 1999. — № 1. — С. 4—13.