Носрат Фәтих Али Хан

Носрат Фатих Али́ Хан (13 октябрь 1948, Фейсалабад, Пакистан 16 август 1997, Лондон, Бөйөк Британия) Пакистан йырсыһы, башлыса каввали суфый стилендәге музыканы башҡара[5]. Ул был стилде хөрмәт итеүселәр араһында бик популяр; Гиннесстың рекордтар китабына ярашлы, 2001 йылда уның музыкаһы менән 125 альбом каввали стилен яҙыу буйынса рекорд булып тора.

Носрат Фәтих Али Хан
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Пакистан
Тыуған көнө 13 октябрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[3][1][4][…]
Тыуған урыны Фейсалабад[d], Пенджаб[d], Пакистан
Вафат булған көнө 16 август 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[3][1][4][…] (48 йәш)
Вафат булған урыны Лондон, Бөйөк Британия
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе остановка сердца[d]
Ерләнгән урыны Фейсалабад[d]
Атаһы Fateh Ali Khan[d]
Бер туғандары Farrukh Fateh Ali Khan[d]
Һөнәр төрө йырсы, композитор, музыка педагогы, рассказчик, студийный музыкант
Музыка ҡоралы фисгармония[d] һәм вокал[d]
Дискография Nusrat Fateh Ali Khan discography[d]
Жанр каввали[d] һәм ғәзәл
Тауыш яҙҙырыу лейблы Real World Records[d], EMI[d], Virgin[d], Oriental Star Agencies[d] һәм Rehmat Gramophone House[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Связанное изображение
 Носрат Фәтих Али Хан Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Носрат 1948 йылдың 13 октябрендә Пакистандың Лайяллпур (Фейсалабад) ҡалаһында тыуа, уның ата-әсәһе Һиндостандан улы тыуғанға тиклем бер йыл элек күсеп килгән була. Хан ғаиләһе 600 йыл дауамында музыка менән шөғөлләнә.[6] Бала сағында малай вокал һәләттәре менән айырылып тормай[7], шуға күрә атаһы — кавалли стилендә башҡарыусы булараҡ танылыу алған Устад Мөбәрәк Али Хан үҙ улының табип йәки инженер һөнәрен һайлауын теләй. Әммә Носрат 17 йәшендә ғәжәп бер төш күрә, унда уның ҡасандыр баҡыйлыҡҡа күскән атаһы Носратҡа ғаилә эшен дауам итеүен һәм йырсы булырға тейешлеген васыяты итеп әйтә. Шулай итеп, Носрат үҙенең ағайҙары Устад Мөбәрәк Али Хан, Устад Сәләмәт Али Хан һәм Устад Навазиша Али Хандарҙан кавалли сәнғәтенә өйрәнә башлай. 1964 йылда ул атаһының ансамблендә ҡатнаша, ә 1971 йылда, атаһы Устад Мөбәрәк Али Хан ауырығас, 23 йәшлек Носрат Ансабмль етәксеһе булып китә.

Атаһының һәм ағаларының сығыштары яҙмаларына таянып, Носрат каввалиҙы башҡарыуҙа үҙ стилен булдыра, уның эстетик һәм рухи әһәмиәтен яңы кимәлгә күтәрә һәм Пакистанда һәм унан ситтә билдәле башҡарыусы булараҡ таныла. Төп музыка ҡоралдары сифатында табла һәм фисгармонияны ҡулланыла. Уның ағаһы Фаррух Фәтих Али Хан 25 йыл дауамында ансамблдә фисгармонияла уйнай[8].

1985 йылда Носрат Бөйөк Британияла концерт менән сығыш яһай. Ә һуңынан бөтә Европа буйлап гастроль турнеһында була[9].

1989 йылда ул тәүге тапҡыр АҠШ-ҡа гастролдәр менән килә. Шунда уҡ кинофильмдар өсөн музыка яҙҙырыуҙа ҡатнаша[10]. Шул ваҡытта ул Питер Гэбриел менән бергә «Последнее искушение Христа» (1988) фильмына музыка яҙҙырыу менән шөғөлләнә, шулай уҡ канад музыканты Майкл Брук менән бергә музыкаль альбомдар яҙҙыра. Тап ошо ваҡиғаларҙан һуң музыка сәнғәтендә ул киң танылыу яулай. Артабан тағы бер нисә музыкаль альбом яҙҙыра, көнбайыштың башҡа музыканттары менән хеҙмәттәшлек итә башлай, төрлө (40-ҙан ашыу) илдәрҙә музыкаль турнелар менән була.

1997 йылда, Лондондың Кромвель госпиталендә йөрәге тибеүҙән туҡтау сәбәпле, ул вафат була[11].

Наградалары

үҙгәртергә

Баһаламалар

үҙгәртергә

Этномузыка белгесе Вирджиния Горлински билдәләүенсә, "Носрат музыкаль мөрәжәғәтнамәнең тәьҫир көсөнә ышана һәм үҙенең музыкаль башҡарыуы ярҙамында дини һәм мәҙәни сиктәрҙе үтергә тырыша[12].

Носрат америка йырсыһы һәм музыканты Джефф Баклиға ҙур йоғонто яһай[13]

Дискографияһы (һайланған)

үҙгәртергә
  • 1990: Mustt Mustt (.)
  • 1991: The Day, the Night, the Dawn, the Dusk (.)
  • 1992: Devotional Songs (.)
  • 1996: Nusrat Fateh Ali Khan, Vol.115: Chishti Gulshan. (c) Oriental Star Agencies Ltd.
  • 1996: Night Song (.)
  • 1997: Star Rise (.)
  • 2000: Qawwali-ға әйләнеп ҡайтыу. (c) Оҙон ара.
  • 2010: Traditional sufi qawwalis ̊ Live In London, Vol. II. (c) Navras Records Ltd.
  • 2011: Nusrat Fateh Ali Khan Album 17. (c) Rockville.
  • 2012: Алланан хаттар. BCD/3RDP.
  • 2012: 50 Greatest Hits Nusrat Fateh Ali Khan. (c) Times Music.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #129641707 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  4. 4,0 4,1 Gorlinski V. Nusrat Fateh Ali Khan // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  5. Gorlinski, Pakistani singer who is considered one of the greatest performers of qawwali, a Sufi Muslim devotional music characterized by simple melodies, forceful rhythms, and energetic improvisations that encourage a state of euphoria in the listener.
  6. Baruah, Padmanabhan, 6-19 September 1997, Nusrat Fateh Ali Khan performing in New Delhi earlier this year. He came from a family of qawwals who have made music for 600 years.
  7. Gorlinski, Although Nusrat began to display a penchant for music and a particular aptitude for singing before he had reached age 10, he did not begin to devote himself to the qawwali tradition until he sang at his father’s funeral in 1964. Two years later he gave his first public performance as a qawwal, singing with his uncles, with whom he continued to perform until 1971, when Ustad Mubarik died.
  8. Gorlinski, Following his father’s death, Nusrat continued to study the recordings of his father and uncles, using them as a springboard from which to develop his own . Within just a few years he had established himself throughout Pakistan as the outstanding qawwal of his generation, singing powerfully and expressively in a very high register (a family trademark), with remarkable stamina and melodic creativity.<...>As he matured as a performer, Nusrat made various adjustments to his style, such as increasing the tempo, as a means to elevate qawwali to a new level of aesthetic and spiritual resonance with contemporary—and international—audiences.
  9. Gorlinski, In 1985 he gave a concert in the United Kingdom, and word of his talent began to spread. He was soon performing regularly throughout Europe.
  10. Baruah, Padmanabhan, 6-19 September 1997, The qawwali shahenshah's (emperor) death on August 16 in a London hospital following a cardiac arrest triggered by kidney and liver failure was an occasion of grief for millions.
  11. Gorlinski, Nusrat believed in the universality of the musical message and strove throughout his career to make his music transcend religious and cultural boundaries.
  12. Here’s How Nusrat Fateh Ali Khan’s Music Saved ‘Hallelujah’ Singer Jeff Buckley’s Life. Дата обращения: 9 февраль 2019. Архивировано 9 февраль 2019 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә