Носивская Прасковья Еремеевна

Носивская (Носевская) Прасковья Еремеевна (29 апрель 1929 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Носивская Прасковья Еремеевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 29 апрель 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Старовеличковская[d]
Вафат булған көнө 28 июнь 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Старовеличковская[d], Калининский район[d], Краснодар крайы, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Победитель социалистического соревнования

Биографияһы

үҙгәртергә

Прасковья Еремеевна Носивская 1929 йылдың 29 апрелендә хәҙерге Краснодар крайының Калинин районындағы Старовеличковская станицаһында тыуған. Ҡыҙыҡай дүрт йәшендә ике өлкән ағаһы менән бергә етем ҡала, улар атаһының апаһы — Федора инәһендә тәрбиәләнә.

Прасковья хеҙмәт эшмәкәрлеген ун дүрт йәшендә, Кубань немец ғәскәрҙәренән азат ителгәс, 1943 йылдың яҙында башлай. Краснодар ҡалаһынан алыҫ түгел урынлашҡан ярҙамсы хужалыҡта, аҙаҡтан «Красносельский» совхозында эшләй[1] . 1947 йылдың август башында «Тимашёвский» ит-һөт совхозының сусҡасылыҡ фермаһына алмашсы, һуңынан төп сусҡа ҡараусы булып килә. 1949 Прасковья Еремеевна дүрт айлыҡ 114 сусҡа балаһынан уртаса 49-ар килограмм тере ауырлыҡҡа өлгәшә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1950 йылдың 25 сентябрендәге Указы менән 1949 йылда совхоздың дәүләткә ауыл хужалығы продукцияһын тапшырыу планын үтәү буйынса малсылыҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне, ҡош һәм малдың һәр продуктив төрөнөң иҫәбен арттырыуҙа йыллыҡ планды үтәүе өсөн, Носевская Прасковья Еремеевнаға (уның фамилияһы шулай күрһәтелгән) Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Артабанғы йылдарҙа ул сусҡа ҡараусы булып эшләүен дауам итә. 1968 йылда П. Е. Носивская «Красносельская» агрофирмаһының 1-се һөт-тауар фермаһында һауынсы булып эшләй, 1981 йылдан — дезинфекцион кәртә эшсеһе була, 1984 йылда хаҡлы ялға ошонан китә.

Шулай уҡ йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, — күп тапҡыр хеҙмәтсәндәр депутаттарының край, ауыл һәм район советы депутаты итеп һайлана.

Эшләгән йылдарындағы күп тапҡыр маҡтау грамоталары менән бүләкләнә, «Социалистик ярышта еңеүсе» исеменә лайыҡ була. 1996 йылда уға «Кубандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән исем бирелә. Тимашёвск ҡалаһының мемориаль скверында 2014 йылдың сентябрендә уның бюсы ҡуйыла[2]

Хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған Старовеличковская станицаһында йәшәй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Герои Социалистического Труда Краснодарского края

Библиография

үҙгәртергә
  • Трудовая слава Кубани. Под. ред. Н.Л.Заздравных, Краснодар, 2003.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә