Нойшванштайн

Бавария короле Людвиг Икенсенең романтизм стилендәге замогы

Нойшванштайн замогы (шулай уҡ Нёйшванште́йн[3], нем. Schloss Neuschwanstein [nɔy’ʃvanʃtain], һүҙмә-һүҙ — «Яңы аҡҡош ташы») — Бавария короле Людвиг Икенсенең романтизм стилендәге замогы. Көньяҡ-көнбайыш Баварияла Фюссен ҡалаһы һәм Хоэншвангау замогы янында, Австрия сиге эргәһендә урынлашҡан. Германияның көньяғында туристарҙың иң популяр урындарының береһе.

Нойшванштайн
нем. Schloß Neuschwanstein
Нигеҙләү датаһы 1869
Рәсем
Изображение интерьера
Нигеҙләүсе Людвиг II Баварский[d]
Дәүләт  Германия[1]
Административ-территориаль берәмек Швангау[d][1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 940 метр
Хужаһы Бавария
Әҫәр заказсыһы Людвиг II Баварский[d]
Бағышланған Рихард Вагнер
Илһам сығанағы Вартбург замогы[2]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән кирбес, эзбизташ һәм ҡомташ[d]
Архитектор Кристиан Янк[d], Эдуард фон Ридель[d], Георг фон Дольман[d] һәм Julius Hofmann[d]
Архитектура стиле неороманский стиль[d] һәм неоготика[d]
Обитатель Людвиг II Баварский[d]
Мираҫ статусы Баварияла архитектура ҡомартҡыһы[d]
Бейеклеге/буйы 65 метр
Адрес Neuschwansteinstraße 20
Рәсми сайт neuschwanstein.com
Тасуирлау биттәре historisches-lexikon-bayerns.de/…
План помещения
Яуаплы Bavarian Administration of State-Owned Palaces, Gardens and Lakes[d]
Зимнее изображение
Вид с воздуха
Карта
 Нойшванштайн Викимилектә

Төҙөлөшө

үҙгәртергә

Нойшванштайн замогы ике ҡәлғә — алғы һәм артҡы Швангау урынында тора, улар төҙөлөш башланған мәлендә емерек хәлендә булған. Бавария короле Людвиг II был урында, ҡаяны шартлатып, яйлаһын яҡынса 8 метрға төшөрөргә һәм шуның менән "әкиәт һарайы"н төҙөү өсөн урын булдырырға бойорған. Юл һалынып, торба үткәргес һалынғандан һуң 1869 йылдың 5 сентябрендә ғәйәт ҙур замок төҙөү өсөн тәүге нигеҙ ташы һалына. Төҙөлөш эштәре һарай архитекторы Эдуард Риделгә тапшырыла. Мюнхен оҫтаһы Кристиан Янк уның пландарын художестволы күренештәргә, йәғни «ведуттар»ға (нәфис һүрәттәргә) күсергән. Король һәр һыҙманы шәхсән хуплаған, һәм уның әҙерләмәлә ҡатнашыуы бик мөһим булып сыға, хатта замокты үҙенең шәхси ижады тип иҫәпләй башлайҙар.

1869—1873 йылдарҙа ҡапҡалар төҙөлә. Өсөнсө ҡаттағы королдең шәхси бүлмәләре, шулай уҡ икенсе ҡаттағы уңайлы бүлмәләр бөтә бинаның уңайлылығына булышлыҡ иткән. 1873 йылдан башлап төҙөлөш эштәре бик көсөргәнешле темпта бара, әммә тиҫтә йылдан һуң һаман тамамланмай һәм король төҙөлөп бөтмәгән замокҡа 1884 йылда күсергә ҡарар итә. Бер йылдан замокта Людвигтың әсәһе Марияның 60 йәшен билдәләйҙәр. Дөйөм алғанда, король замокта 172 көн йәшәгән, һәм 1886 йылдың июнендә ул яҡты донъя менән хушлашҡан мәлдә төҙөлөш һаман тамамланмаған.

Төҙөлөш тарихы

үҙгәртергә
 
Замокта төҙөлөш эштәре (1882—1885 йылдар)
 
Мариенбрюке күперенән күренеш
 
Томанда

Портал һәм эркер өсөн ҡомташ Вюртемберг ерендәге Нюртингендан килтерелгән. Тәҙрә, көмбәҙ, колонна һәм капитель өсөн Зальцбург янындағы мәрмәр ҡулланылған.

Бинаның көнбайыш яғынан пар көсө менән эшләүсе кран ярҙамында вагонеткаларҙа бик күп төҙөлөш материалдарын күтәргәндәр. Уларҙы тейешле урынға күтәреү блоктарының махсус системаһы ярҙамында алып барып ҡуйғандар. Бөгөн Техник күҙәтеү берекмәһе килеп сыҡҡан «Пар ҡаҙандары буйынса Бавария ревизия комиссияһы» төҙөлөш машиналарының хәүефһеҙлеген һәм ышаныслылығын йыл һайын тикшергән.

1880 йылда төҙөлөштә 209 балта оҫтаһы, ташсылар һәм ярҙамсы эшселәр эшләгән. Король вафат булғандан һуң 1886 йылда бөтә төҙөлөш эштәре туҡтатыла. Ул мәлдә замоктың хаҡы 7,5 миллион марканан ашып киткән, ә бөтә проекттың тәүге хаҡы — 3,2 миллион була. Ошо замокты төҙөүгә ғәйәт ҙур дәүләт сығымдары король Людвиг Икенсене эшкә яраҡһыҙ тип иғлан итеү һәм уны тәхеттән ситләтеү өсөн дәлилдәрҙең береһе була[4]. Король үҙенең кредиторҙарына тағы ла күберәк суммаға бурыслы булып ҡалған. Людвиг вафат булғандан һуң алты аҙна үткәс, хоҡуҡҡа эйә булған регент бурыстарҙы ҡайтарыу өсөн замокты туристар өсөн түләүле асырға, шулай уҡ проектты аҡрынлап тамамларға ҡарар иткән. Бер нисә йыл дауамында эштәр тамамланған, әммә королдең пландары тулыһынса бойомға ашырылмаған: рыцарҙәр залы төҙөлөп бөтмәгән, сиркәү менән 90 метрлыҡ башня, тағы ла бер нисә бина менән бергә, көнбайышта террасалар һәм фонтан менән парк та төҙөлмәгән. Шуға ҡарамаҫтан, замок төбәктә төп иҫтәлекле урын булып ҡала, 1899 йылға ҡарай бурыс тулыһынса ҡаплана, һәм шул ваҡыттан алып Нойшванштайн, донъяның яңынан-яңы туристарын йәлеп итеүен дауам итеп, ҡаҙна өсөн тотороҡло килем сығанағына әүерелә.

Эске йыһаздары

үҙгәртергә

Вартбург замогының Байрам һәм Йыр залдары идеяларын Людвиг II йырсылар залында ҡуллана. Король был залды мотлаҡ төҙөргә теләй, шуға күрә Нойшванштайн замогы ла ошо зал тирәләй төҙөлгән кеүек. Күп һанлы стенаға эленгән рәсемдәр Вагнерҙы үҙенең сәхнә әҫәрен ижад итергә илһамландырған Парцифаль тураһындағы риүәйәттең мотивтарын сағылдыра. Король йәшәгән осорҙа йырсылар залы файҙаланылмаған. 1933 йылда, композитор Рихард Вагнерҙың вафатына 50 йыл тулғанда ғына, һәм 1939 йылда һуғыш башланыуға тиклем замокта байрам концерттары үткәрелә. 1969 йылда концерттарҙы тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул ителә.

Тәхет залы төҙөлөп бөтмәһә лә, ул иң тәьҫирлеһе һәм дини төҫ ала. Тәхет өсөн махсус бушлыҡ менән базиликоға оҡшаш нигеҙ һалыу илаһ менән король араһындағы бәйләнеш тураһында һөйләргә тейеш булған. Вилгельм Хаусшильдтың рәсемдәре буш тәхет урыны өҫтөндә изгеләргә индерелгән алты королде һүрәтләй. Ул Христос, Мария һәм Иоандың һүрәттәре менән тамамлана. Уң һәм һул яҡта, мәрмәр баҫҡыстар янында, 12 апостол һүрәтләнгән. Венанан Детондың мозаикалы иҙәне хайуандар һәм үҫемлектәр төшөрөлгән күк шарын күрһәтә. Тәхет залының аҫҡы һәм өҫкө өлөштәренең колонналары яһалма мәрмәрҙән эшләнгән. Колонналарҙың аҫҡы өлөшө ҡуйы ҡыҙыл төҫтә, өҫкө өлөшө яһалма лазуриттан эшләнгән[5].


Интерьерҙа төп ролде Вагнер операларына һәм боронғо герман легендаларына иллюстрациялар уйнай. Аҡҡош мотивы — замоктың бөтә архитектураһы һәм нәфис биҙәктәре менән һуғарылған. Аҡҡош — Швангау боронғо граф нәҫеленең геральдик ҡошо. Людвигтың атаһы Максимилиан II Баварский үҙен ошо ырыуҙың вариҫы тип иҫәпләгән.

Икенсе донъя һуғышы аҙағында Рейхсбанк алтынының бер өлөшө замокта һаҡланған. Һуғыштың һуңғы көндәрендә алтын билдәһеҙ йүнәлештә сығарыла. Имеш-мимештәр буйынса, ул Алат күлендә батырыла. Замокта шулай уҡ Адольф Гитлерҙың шәхси коллекцияһы өсөн тәғәйенләнгән урланған ҡиммәтле биҙәүестәр, картиналар, мебель һаҡланған.

Нойшванштайнға яҡындағы Мариенбрюке күперенән күренеш асыла.

Панорамалар

үҙгәртергә
Нойшванштайндан хәҙерге панорама (1,008 m or 3,307 ft[6]) һулдан уңға түбәнгеләрҙе күрһәтә: һарайға илткән юл; алда Хоэншангау районы менән Альпзее күле; убалағы XIX быуат Хоэншвангау замогы менән Шванзее күле (көнбайыш); Фюссен ҡалаһы менән Альтершрофен төбәге; Форггензе һыуһаҡлағысы (1952) алдында Швангау үҙәге; Банвальдзее күле (төньяҡ)
Нойшванштайн замогы, Мариенбрюке күперенән (Мария йәғни Пёллат күпере (Pöllatbrücke)) күренеш. Пёллат аша Мариенбрюке күперен замоктан күрергә мөмкин. Күпер король Людвиг II Баварский тарафынан уның әсәһе Мария Фридерика Прусская хөрмәтенә аталған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 archINFORM (нем.) — 1994.
  2. https://www.youtube.com/watch?v=ZsAzbl-J9bk#t=451
  3. Гогеншвангау // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  4. Deutsche Welle. Нойшванштайн - сказочный замок баварского короля Людвига II. DW.COM (13 июнь 2021). Дата обращения: 13 июнь 2021. Архивировано 13 июнь 2021 года.
  5. Юлиус Десинг. Королевский замок Нойшванштейн. — Лехбрук-ам-Зее: Wilhelm Kienberger GmbH. — 82 с.
  6. Merkle 2001, p. 68
  • Merkle, Ludwig. Ludwig II. und seine Schlösser (нем.). — Berlin: Stiebner Verlag GmbH, 2001. — ISBN 978-3-8307-1024-0.

Һылтанмалар

үҙгәртергә