Нойбург замогы (нем. Schloss Neuburg) — Виттельсбах династияһынан Пфальц-Нойбург хакимдарының резиденцияһы (1505—1742 йй.), Бавария ҡалаһы Нойбургта Дунай йылғаһы ярында урынлашҡан.

Нойбург замогы
Рәсем
Дәүләт  Германия[1]
Административ-территориаль берәмек Нойбург-ан-дер-Донау[d][1]
Архитектура стиле Яңырыу архитектураһы[d]
Обитатель Staatsgalerie Neuburg[d]
Мираҫ статусы Баварияла архитектура ҡомартҡыһы[d]
Адрес Residenzstraße 2, 86633 Neuburg an der Donau
Рәсми сайт schloesser.bayern.de/deu…
Карта
 Нойбург замогы Викимилектә

Тарихи күҙәтеү

үҙгәртергә

Улдары булмаған Бай Георг һәм Ядвига Ягеллонка Ландсхут герцоглығын үҙҙәренең ҡыҙҙарына һәм бәләкәй улдарына тапшырырға тырыша. Ландсхут һуғышы барышында етемдәр мираҫһыҙ ҡала, һәм император Максимилиан 1505 йылда улар өсөн махсус Пфальц-Нойбург кенәзлеген ойоштороу буйынса ҡарар сығара. Шуға күрә ҡала гербында уйынсыҡ аттарҙа ике малай һүрәтләнгән.

1527 йылда был балаларҙың өлкәне, пфальцграф Отто Генрих (1502—1559), алдағы нығытма урынына Яңырыу дәүере рухында замок төҙөй башлай. Һуңғараҡ ҡала ситендә үҙенең ҡатыны Сюзанна өсөн эске ихатаһында ҙур баҡса менән Грюнау һунар замогы төҙөтә. Отто Генрих биналарының эсендә урта быуат традициялары хөкөм һөргән, диуарҙары трофейҙар һәм властың геральдик символдары менән биҙәлгән.

1537 йылда ҡала һарайында итальян стилендә яңы ҡабырға төҙөлә.

 
Комплекстың ренессанс өлөшө (1537 й.)

Лютеранлыҡҡа күскәс, пфальцграф 1543 йылда замоктың көнбайыш яғында сиркәү (Schlosskapelle) төҙөй, ул Германияның иң боронғо протестант сиркәүе була. Диуарҙарын билдәле зальцбург рәссамы Өлкән Ганс Боксбергер биҙәй[2].

Әммә финанс ҡыйынлыҡтар арҡаһында төҙөлөш эштәре 1550 йылдар аҙағына тиклем һуҙыла. Вариҫы Отто Вольфганг Цвайбрюккенский идаралығы ваҡытында ихатаға сыҡҡан көнбайыш яғы сграффито менән биҙәлә. Төп темаһы — Иосифтың һәм уның ир туғандарының библия тарихы. Билдәле булыуынса, Иосифҡа ағалары хыянат итә, әммә ул үҙенең аҡылы арҡаһында фирғәүен наместнигы булыуға өлгәшә. Протестанттар өсөн ул изге хаким символы була. Уның яҙмышы протестант кенәздәренә папа власы һәм Габсбургтарҙың эҙәрлекләүҙәрен хәтерләтеп тора.

1575 йылда Рыцарь залы барлыҡҡа килә, уны Ганс Пигель биҙәй. 1655 йылда пфальцграф Вильгельм Филипп замокты барокко стилендә реконструкциялай һәм ике манара менән тамалап ҡуя.

Музейҙары

үҙгәртергә

Замок территорияһында бер нисә музей урынлашҡан:

  • Нойбург музейы.
  • Археологик музей
  • Бавария дәүләт тупланмаһының фламанд һынлы барокко сәнғәте бүлексәһе (Рубенс, Снейдерс, ван дейк, барлығы 154 картина).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 archINFORM (нем.) — 1994.
  2. Боксбергер, Ганс // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә