Новокурск (Ырымбур өлкәһе)
Новокурск—Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.
Новокурск | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыуандыҡ районы[1] |
Халыҡ һаны | 12 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 462221 |
Географияһы
үҙгәртергәАуыл округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан төньяҡтараҡ яҡынса 2 километр алыҫлыҡта, Һаҡмар йылғаһының уң ярында урынлашҡан.
Климаты
үҙгәртергәКлиматы уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[3].
Тарихы
үҙгәртергәXХ быуаттың тәүге ун йыллығында Курск губернаһы күскенселәре нигеҙ һалған. Борон ауылды Новокурский утары тип атағандар[4].
Ырымбур өлкәһенең 2015 йылдың 6 мартындағы 3029 / 834-V һанлы Законына ярашлы Ҡыуандыҡ районы муниципаль берәмеге, шулай уҡ уға ингән барлыҡ ауыл һәм ҡала биләмәләре Ҡыуандыҡ ҡала округы муниципаль берәмегенә берләштереү юлы менән үҙгәртелә[5][6].
2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районының Ибраһим ауыл Советына ингән, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составында раҫланған.
Этимологияһы
үҙгәртергәТөбәк топонимикаһы белгесе С.М. Стрельников "Кувандыкский край в географических названиях" тигән китабында, ойконим Курск губернаһынан күсеп килгән халыҡтың тыуған яғы хөрмәтенә бирелгән, тип яҙа. Башта утар ғына була, шуға күрә Новокурский хутор тип атап йөрөтәләр[4].
Халҡы
үҙгәртергә2002 йылда даими йәшәгән халыҡ һаны 15 кеше (87% урыҫтар) , 2010 йылда 12 кеше булған[7].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
- ↑ 4,0 4,1 Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
- ↑ Закон Оренбургской области от 06 марта 2015 года N 3029/834-V-ОЗ «О ПРЕОБРАЗОВАНИИ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ, РАСПОЛОЖЕННЫХ НА ТЕРРИТОРИИ КУВАНДЫКСКОГО РАЙОНА ОРЕНБУРГСКОЙ ОБЛАСТИ»
- ↑ Закон «Об утверждении перечня муниципальных образований Оренбургской области и населённых пунктов, входящих в их состав»
- ↑ Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.