Новикова Людмила Алексеевна
Новикова Людмила Алексеевна (1901 — 1977) — совет ғалим-онколог-гинекологы, медицина фәндәре докторы (1955), профессор (1956), СССР МФА-һының ағза-корреспонденты (1961). СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Баш акушер-гинекологы (1960—1970).
Людмила Алексеевна Новикова | ||
Файл:Novikova L.A.jpg | ||
Тыуған көнө | ||
---|---|---|
Тыуған урыны | ||
Вафат көнө | ||
Вафат урыны | ||
Ил | ||
Ғилми даирәһе |
Онкология һәм Гинекология | |
Альма-матер |
2-се МГУ;(1924) | |
Ғилми дәрәжәһе |
медицина фәндәре докторы (1955) | |
Ғилми исеме |
профессор;(1956) доцент (1961) | |
Награда һәм премиялары |
| |
Биографияһы
үҙгәртергә1901 йылдың 3 июнендә Мәскәүҙә тыуған.
1924 йылда Икенсе Мәскәү дәүләт медицина университетын тамамлай.
1936 −1960 йылдарҙа П. А. Герцен исемендәге Мәскәү ғилми-тикшеренеү онкология институтында эшләй, унда ғилми хеҙмәткәрҙән алып 1956 йылда профессор дәрәжәһе алғанға тиклем юл үтә. Бер үк ваҡытта 1945 −1952 йылдарҙа Үҙәк врачтарҙың белемен камиллаштырыу институтының онкология кафедраһында гинекология һәм онкология буйынса курстар уҡый[1].
1955 йылда аналыҡ рагын ҡатнаш дауалау темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1961—1977 йылдарҙа СССР МФА-ның Онкология ғилми үҙәгендә гинекология бүлеген етәкләй һәм бер үк ваҡытта 1960—1970 йылдарҙа СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш акушер-гинекологы була[1].
Л. А. Новикова тарафынан түллек яман шешен (хризомаллин һәм циклофос-фан менән химиотерапия һәм операция бергә) һәм балаятҡы яман шешен (прогестиндар менән гормональ терапия ҡулланып) дауалау ысулдары тәҡдим ителә. «Хорион-эпителиома матки» монографияһында һәм артабанғы хеҙмәттәрендә ошо мәсьәлә буйынса, Л. А. Новикова ауырыуҙарҙың һауығыу ғына түгел, ә репродуктив функцияһын тергеҙеү мөмкинлеген дәлилләй[2].
Л. А. Новикова төп эшмәкәрлегенән тыш СССР Медицина фәндәре академияһы Медицина бүлегенең бюро ағзаһы, Бөтә Союз, Бөтә Рәсәй һәм Мәскәү акушерҙар һәм гинекологтар фәнни йәмғиәттәренең идара ағзаһы, Ҡаҙаҡ ССР-ы һәм Латвия ССР-ы онкологтар йәмғиәтенең почетлы ағзаһы, Ҙур медицина энциклопедияһының «Онкология» бүлеге мөхәрририәт мөхәррире булып тора[1].
1977 йылда Мәскәүҙә вафат була
Бүләктәре
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Новикова Людмила Алексеевна . Дата обращения: 8 март 2020.
- ↑ Журнал «Акушерство и гинекология» // К 70-летию со дня рождения профессора Л. А. Новиковой / МЗ СССР, 1971 г. № 9 — 76 с
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Большая медицинская энциклопедия / гл. ред. Б. В. Петровский. — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия. — Т. 6: Гипотиреоз — Дегенерация. — 1977 г. — 632 с.
- Журнал «Акушерство и гинекология» // К 70-летию со дня рождения профессора Л. А. Новиковой / МЗ СССР, 1971 г. № 9 — 76 с.