Ниғәмәтйәнов Таһир Ниғәмәтйән улы

2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры

Ниғәмәтйәнов Таһир Ниғәмәтйән улы (1912 йыл — 13 ноябрь 1943 йыл) — рядовой. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[1] (үлгәндән һуң).

Ниғәмәтйәнов Таһир Ниғәмәтйән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1922
Тыуған урыны Шәрәк ауылы, Лағыр ауыл советы, Салауат районы
Вафат булған көнө 1943
Вафат булған урыны Городня[d], Чернигов өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Хәрби подразделение РККА-ның уҡсылар полкы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Ниғәмәтйәнов Таһир Ниғәмәтйән улы 1912 йылда Салауат районының Шәрәк ауылында тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың 16 июлендә Совет Армияһына саҡырыла[2].
Үҙәк фронттың 65-се армияһы 1199-сы уҡсылар полкының 354-се уҡсылар дивизияһында хеҙмәт итә[1]. Партияһыҙ.
Алынған яраларынан 1943 йылдың 13 ноябрендә вафат була. Черновцы ауылында ерләнә[3]. Икенсе мәғлүмәттәр буйынса Чернигов өлкәһенең Городня ҡалаһында ерләнә[1]

Ғаиләһе үҙгәртергә

Таһир Ниғәмәтйән улы менән тормош иптәше Мәрзиәнең берҙән-бер улдары — Раян була.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә