Николай ҡапҡаһы (Динабург ҡәлғәһе)

Николай ҡапҡаһыЛатвияның Даугавпилс ҡалаһында урынлашҡан Динабург ҡәлғәһендәге дүрт ҡапҡаның береһе

Николай ҡапҡаһы
Рәсем
Дәүләт  Латвия
Карта
 Николай ҡапҡаһы Викимилектә

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Ҡапҡа Көнбайыш Двина /Даугава йылғаһына сыға, элегерәк ҡәлғәнең йырыны өҫтөндә ағас күпер булған. 2013 йылда тергеҙелгән. Двина аша Динабург ҡәлғәһе менән бәйләнеш өсөн йөҙмә күпер һалынған. Неоготик стилдә башҡарылған ҡапҡанан Александр ҡапҡаһына тиклем Император урамы бара. Ҡапҡаның һул яғында Һыу күтәргес бинаһы урынлаша. 1904 йылдың 29 октябрендәНиколай II 1904—1905 йй. рус-япон һуғышына ғәскәрҙәрҙең смотрын ҡарарға килеүе иҫтәлегенә ҡапҡа менән йәнәш 2012 йылдың 26 июнендә император һәйкәленең постаменты ҡуйыла; уң яҡтан Артиллерия арсеналы урынлаша. Ҡапҡа эргәһенән арҡыры Николай урамы үтә. Йырын артында Беренсе яр люнеты составындағы Кордегардияның ҡарауыл бинаһы урынлаша. 2013 йылдың 13 ноябрендә ҡапҡа бинаһына Николай урамы 3А адресы бирелә.

Ҡапҡа Динабург төҙөлөшө барышында XIX быуаттың 1824—1827 йылдарында планлаштырыла һәм төҙөлә. Ҡәлғә ҡапҡалары император Павел I балаларының исемен йөрөтә. 100 йыл дауамында Император, Рәсәй империяһының бөйөк кенәздәре һәм ҡунаҡтары инеү өсөн ҡәлғәнең төп ҡапҡаһы була. Ҡапҡаның үҙенсәлекле имән ҡапҡастары һаҡланып ҡалған. Ҡапҡа аҫтында артыҡ һыуҙы ҡәлғәнең йырынына алып китеүсе һыу бүлгес канал бар.

Ҡапҡа тәңкәләрҙә.

үҙгәртергә

Ҡапҡа күренеше Даугавпилс ҡалаһының 2012 йылда һуғылған икенсе сувенир тәңкәһендә сағылған[1].

Хәҙерге ваҡытта

үҙгәртергә
 
Николай ҡапҡаһы аша ҡәлғәгә инеү күренеше.

2012 йылдың октябрендә 2008 йылда әҙерләнгән проектҡа ярашлы ҡапҡаны реставрациялау эштәре башлана. Эште тамамлау 2014 йылға билдәләнә. 2013 йылдың 20 декабрендә эштәр тамамланғас, тамашасылар өсөн ҡапҡаға юл асыла. 2014 йылдың 10 мартынан ҡапҡаны һәм күперҙе ҡарау ҡәлғәнең эске яғынан ғына мөмкин була, сикләүҙәр 2014 йылдың декабрь аҙағына тиклем ғәмәлдә буласаҡ, сөнки Беренсе яр люнетында реставрациялау эштәре бара[2].

2013 йылдың 16 ғинуарында ҡапҡаның ағас ҡапҡастары һүтеп алына һәм реставрацияға ебәрелә[3]

2013 йылдың 31 майында тышҡы ҡапҡаның кирбес диуары һүтеп алына, йылғаға һәм ҡарауыл бинаһына күренеш асыла.

2013 йылдың 23 авгусында ҡәлғәнең йырыны аша оҙонлоғо 55 метр киңлеге булған ағас күперҙе йыйыу башлана.

2013 йылдың 4 октябрендә ҡапҡаның тышҡы порталына Рәсәй империяһының суйын гербы ҡаҙап ҡуйыла (император тажы аҫтында ике башлы бөркөт, ауырлығы 464 кг)[4] Элегерәк 2013 йылдың 30 сентябрендә Николай ҡапҡаһы өсөн ике суйын бөркөттө Лиепая ҡалаһынан килтерәләр, һәр береһенең ауырлығы 464 кг. 2013 йылдың 7 октябрендә ҡапҡаның эске порталына икенсе бөркөт урынлаштырыла.

2013 йылдың 8 ноябрендә йырын аша күперҙе йыйыу тамамлана, 8 ноябрҙә тышҡы ҡапҡаның ҡапҡастары ҡуйыла, һуңыраҡ ҡапҡастар ағас келә менән көпләнәсәк

 
Николай ҡапҡаһының эске фасады реставрациялауҙан һуң

2013 йылдың 4 декабрендә 16 ғинуарҙа реставрацияға алынған ҡапҡаның эске порталындағы ҡапҡастар урынына ҡайтарыла һәм ҡуйыла[5].

2013 йылдың 20 декабрендә комиссия ҡапҡаны, күперҙе, транспорт өсөн туҡталҡаны, Николай урамында төҙөлөштәр менән тергеҙелгән өлөштө төҙөүселәрҙән ҡабул итеп ала. Ҡапҡа эш ваҡытында 10-17 сәғәттә асыҡ[6][7].

Ҡапҡа 2014 йылдың 11 февралендә «Реставрация-2013 йыл» бүлегендә республика конкурсына тәҡдим ителә, ҡапҡа бинаһын эксперттар делегацияһы 2014 йылдың 11 февралендә ҡарай[8].

2014 йылдың 28 мартында ҡапҡа һәм күпер «Реставрация-2013» бүлегендә беренсе урын ала[9].

2014 йылдың 16 майында реставрациянан һуң рәсми ҡапҡа асыу тантанаһы үтә. Тарихи реконструкция клубтары 1812 йылда ҡәлғәнең оборонаһын — рус һәм француз армияһының бәрелешен күрһәтә[10][11][12]. Ҡапҡаның ҡабырға бүлмәләрендә ике күргәҙмә ойошторола, 2010 йылдың 16 майынан реставрация һәм төҙөлөш барышында ҡәлғә диуарҙарында табылған әйберҙәр тамашасыға күрһәтелә.

 
Эске (арестанттар бүлмәһе) бүлмәләр реставрациянан һуң


2015 йылдың 14 июнендә ҡапҡаның ҡабырға бүлмәһендә сувенир магазины эшләй башлай.

2015 йылдың 18 авгусында ҡапҡаның уң бинаһында "Atmiņu lāde" йәмғиәте йыйылмаһынан 19 быуат башы кейеме күргәҙмәһе үтә ("Хәтер шкатулка"), вице-мэр Я Дукшинский, Дума телевидение ҡатнаша[13].

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Новые монеты Латвии: евро и сувенирные (+ВИДЕО) — Новости нумизматики(недоступная ссылка)
  2. Daugavpils 2014 йыл 11 март архивланған.
  3. Новости самоуправления от 18.01.2013. Дата обращения: 24 ғинуар 2013. Архивировано 4 февраль 2013 года.
  4. http://din.lv/daugavpils/10457-nikolaevskie_vorota_ukrasili_dvuglavyj_orel_i_rossijskaya_korona/ 2013 йыл 7 октябрь архивланған. http://www.nasha.lv/rus/novosti/news/entertainment/140208.html
  5. TV.Daugavpils.lv — Заканчивается реконструкция Николаевских ворот 2013 йыл 14 декабрь архивланған.
  6. Daugavpils 2014 йыл 16 ғинуар архивланған.
  7. Комендант Даугавпилсской крепости пообещал, что торжественное открытие Николаевских ворот все же состоится
  8. Daugavpils 2014 йыл 22 февраль архивланған.
  9. Daugavpils 2014 йыл 7 апрель архивланған.
  10. Открытие Николаевских ворот в Даугавпилсской крепости: сражение пехотинцев и почтовая карета
  11. Николаевские ворота в крепости выдержали осаду " Новости Даугавпилса и Латвии. Видео новости дня на Грани. LV
  12. В экспедицию на карете " Новости Даугавпилса и Латвии. Видео новости дня на Грани. LV
  13. Daugavpils 2015 йыл 23 сентябрь архивланған.