Николай Чудотворец сиркәүе (Лакедемоновка)

1795

Православие ғибәҙәтханаһы
Николай Чудотворец сиркәүе
Ил Рәсәй
Ауыл Лакедемоновка
Конфессия Православие
Төҙөүсе Федор Базилевский
Төҙөлөшө 17941795 йылдар
Бөгөнгө хәле эш итеүсе

Николай Чудотворец сиркәүе — Урыҫ Православие Сиркәүенең Таганрог мәнфәғәтендәге Лакедемоновка ауылы православие ғибәҙәтханаһы.

Адресы: Рәсәй, Ростов өлкәһе, Неклиновский районы, Лакедемоновка ауылы , Октябрьская урамы, 39-сы йорт.

XVIII быуат аҙағында, Лакедемоновка ауылы барлыҡҡа килгәс, ундағы халыҡтың дини ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә кәрәк булған. Ауылддағы утар хужаһы Дмитрий Афераки менән ауылдың ышаныслы идарасыһы Федор Базилевский Лакедемоновкала сиркәү төҙөүҙе башларға булғандар. Дмитрий Алферакиҙың күктәге ҡурсалаусыһы изге ыҙа кисереүсы Дмитрий Солунский хөрмәтенә сиркәүгә нигеҙ һалырға рөхсәт һорап мөрәжәғәт хаты яҙылған. 1794 йылдың 1 октябрендә Екатеринослав митрополитынан сиркәү төҙөргә рөхсәт алынған. 1794 йылдың 13 ноябрендә протоиерей Иоанн Андреев сиркәү урынын изгеләндергән, буласаҡ сиркәүҙең нигеҙ ташын һалып, шул урынға тәре баҫтырғандар.

1795 йылдың 24 июлендә Алфераки владыко Гавриилдан сиркәү төҙөргә рөхсәт һораған. шул уҡ хатта ул ауылға руханий ебәреүҙәрен дә һорап яҙған. Екатеринославск консисторияһынан Мариуполь дини идаралығына митрополиттың резолюцияһы ебәрелгән. Унда Таганрог протоиерейы Иоанн Андреевҡа Лакедемоновка ауылында төҙөләсәк Изге Дмитриев сиркәүен изгеләндерергә рөхсәт ителгән һәм изгеләндерелгән антиминс бирелгән.

Төҙөлгән кирбес сиркәү оҙаҡ ваҡыт эш ғәмәлендә булған. 1937 йылдың 10 февралендә, райфинананс бүлегенең мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, сиркәү ябылған. Шул уҡ йылда бинаны 50 мең һумға Таганрог райфинанс бүлеге Сталин колхозына һатҡан. Колхоз сиркәү бинаһында ашлыҡ һаҡлаған.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда немец оккупацияһы аҫтында 1942 йылда сиркәүҙә ғибәҙәт ҡылыуҙар алып барылған.

1961 йылдағы суд ҡарары менән православныйҙарҙың йәмғиәте бөтөрөлгән. 90-сы йылдарҙа сиркәү бинаһын хужалыҡ кәрәк-яраҡтары тотоу өсөн файҙаланғандар. 1980 йылда бинала хужалыҡ склады булған[1].

1991 йылда сиркәүҙе тергеҙеп, мәхәллә кешеләре өсөн асҡандар һәм уға Николай Чудотворец хөрмәтенә уның исемен биргәндәр. 2000-се йылдарҙа сиркәүҙә тергеҙеү эштәре алып барылған, стеналар изге һүрәттәр менән биҙәлгән. Хәҙерге ваҡытта был зәңгәр көмбәҙле ҡыйыҡлы сиркәү һәм уға төкәтеп һалынған сиркәү — ҡыңғырау манаралы, ҡыҙғылт -һары һәм ал төҫтәргә буялған, эшләүсе сиркәү.

Руханийҙары

үҙгәртергә

Сиркәүҙең өлкән руханийы — иерей Николай Кравченко.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә