Николай Чудотворец сиркәүе (Константиновск)
Православие ғибәҙәтханаһы | |
Николай Чудотворец сиркәүе
| |
Файл:Константиновскиҙәге Николаевский сиркәүе 3.jpg | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Константиновск |
Конфессия | Православие |
Архитектура стиле | Эклектика |
Проект авторы | Карл Фёдорович Кюнцель |
Төҙөүсе | Петр Семенович Студеникин |
Төҙөлөшө | 1877—1897 йылдар |
Төкәтмәләр | Изге Николай Чудотворец хөрмәтенә, Пресвятая Богородица Успениеһы хөрмәтенә, во имя Архистратига Михаила |
Бөгөнгө хәле | 1961 йылда һүтелгән |
Николай Чудотворец сиркәүе —Ростов өлкәһе Константиновск ҡалаһындағы элекке православие сиркәүе.
Адресы: Ростов өлкәһе, Константиновский районы, Константиновский ауылы , 25 Октябрь урамы, 52-се йорт. Хәҙерге ҡала мәҙәниәт һарайы урынында торған.
Тарих
үҙгәртергәОктябрь революцияһына тиклем Ростов өлкәһендә 427 сиркәү эш иткән, хәҙерге көнгә шуларҙың 78 һаҡланып ҡалған. Күп ғибәҙәтханалар емерелгән, шулар араһында Константиновская станицаһындағы Николай Чудотворец сиркәүе лә бар.
1714 йылда Ростов өлкәһе Ведерниковский станицаһында Михайло-Архангельский ағас сиркәүе эшләгән. Ул Воронеж епархияһы составына ҡараған. Ул станицаның үҙәгендә Дон йылғаһының юғары ярында торған. Грунт йыуылғанлыҡтан сиркәү дүрт тапҡыр урындан-урынға күсерелгән. Сиркәүҙә семәрләп ҡырҡып эшләнгән ағас иконостас торған. 1817 йылда Михайло-Архангельский сиркәүе туҙған. 1864 йылда Ведерниковский станицаһы Бабский станицаһы менән берләштерелгән. Барлыҡҡа килгән яңы станицаны Константиновский тип атағандар. Унда Ведерниковский ауылындағы сиркәү күсереп һалынған.
1876 йылдың авгусындағы йыйында Михаил Архистратиг хөрмәтенә яңы сиркәү төҙөү өсөн аҡса йыйырға ҡарар иткәндәр. Сиркәү клир документтарнда сиркәү казак Г. Н. Чикаловтың һәм сиркәү-мәхәллә попечителлеге тарафынан бирелгән аҡсаға төҙөлгән тип күрһәтелгән. Казак Чикаловтың яҡын-тирәлә иң яҡшы сифатлы өс кирбес яһау заводы булған
1877 йылдың сентябрь айында Дини консистория яңы таш сиркәү төҙөргә рөхсәт иткән һәм сиркәү шул уҡ йылда төҙөлә башлаған. Был йортто төҙөүҙә Петербург гражданлыҡ инженерҙары институты сығарылыш курс студенттары Антонио Кампиони һәм Карл Федорович Кюнцель, Петербург сәнғәт академияһын тамамлаусы Петр Семенович Студеникин актив ҡатнашҡандар. Сиркәү проектын архитектор А. Кампиони эшләгән, уның етәкселегендә сиркәү йорто дүрт йыл төҙөлгән. Был ваҡыт эсендә 14 метр тәрәнлеккә төшөп нигеҙ һалғандар, стеналарын төҙөй башлағандар.
Ауырып киткән Кампиони урынына 1881 йылда архитектор итеп К. Ф. Кюнцель тәғәйенләнгән. Ул сиркәү төҙөлөшөн 12 йыл буйына етәкләгән, йорттоң стеналарын кирбестән һалдырып, бинаның түбәһен төҙөтөп бөтөргән. 1890 йылда ҡыңғырау манараһы һалына башлаған. 1892 йылдан алып өлкәнең инженер-архитекторы булып Петр Семенович Студеникин эшләгән. Ул ғибәҙәтхананы төҙөтөп бөтөргән.
1894 йылдың 1 октябрендә сиркәү янында сиркәү-мәхәллә мәктәбе төҙөлгән. Уның бинаһы әлеге көнгә тиклем һаҡланған.
Әҙәбиәте
үҙгәртергә- ГАРО. Ф. 226, оп. 3, д. 7021, л. 24.
- Кулишов, В. В Низовьях Дона. — Ростов н/Д, 1987. — С. 104.