Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө

Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө (Нефть, газ һәм яғыулыҡ сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө, нефтселәр көнө) — нефть һәм газ сәнәғәте тармағында эшләүселәрҙең һөнәри байрамы, һәр йылда сентябрь айының беренсе йәкшәмбеһендә билдәләнә[1].

Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө — сентябрҙең беренсе йәкшәмбеһе

Байрам СССР Юғары Советы Президиумы тарафынан Көнбайыш Себер нефть-газ потенциалын уңышлы үҙләштереү һәм 1964 йылда уҙғарылған Ватан нефть һәм газ сәнәғәтенең йөҙ йыллығы уңайынан 1965 йылдың 28 авгусында булдырылған.

Артабан СССР Юғары Советы Президиумының 1980 йылдың 1 октябрендәге № 3018-X «Тантаналы һәм иҫтәлекле даталар тураһында» Указы, СССР Юғары Советы Президиумының 1988 йылдың 1 ноябрендәге № 9724-XI «Байрам көндәре һәм иҫтәлекле даталары тураһында ғәмәлдәге СССР закондар йыйылмаһына үҙгәрештәр индереү тураһындағы» Указы редакцияһында байрам көнө үҙгәрешһеҙ ҡалдырыла.

Был һөнәри байрамды шулай уҡ билдәләйҙәр:

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Шахтер көнө
  • Геолог көнө

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. calend.ru — байрам тарихы