Нефтекама (аэропорт)
Нефтекама аэропорты — Башҡортостан республикаһы аэропорты. Ҡаланан 6 км төньяҡтараҡ урынлашҡан.
Нефтекама | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Нефтекама |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 139 метр |
ИАТА аэропорты коды | NEF |
ИКАО аэропорты коды | UWUF |
Нефтекама Викимилектә |
«Өфө халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең милеге булып тора.
1990 йылдар аҙағына тиклем аэропорт нигеҙҙә Нефтекама-Өфө-Сибай рейстары буйынса башлыса Ан-24 самолеттарында файҙаланыла.
2010 йылда осоу-ултырыу һыҙатында ремонт яһала һәм яҡтылыҡ-сигнал ҡорамалдары урынлаштырыла (төҙөкләндереү 100 мең һумдан аша).
2010 йылдың октябрендә «Арҡайым» авиакомпанияһы Өфөнән Ла-410 самолетында техник (пробный) рейс үтәй, 10 йылдан һуң авиамаршрут ҡайтанан тергеҙелә.
Өфөнән билет хаҡы 1200 һум сиктәрендә планлаштырыла. Автобусҡа билет 4-5 тапҡыр тиерлек арзан. Әммә машина 200 километрҙы яҡынса 3 сәғәт ярым үтә. Ла 410 ошо алыҫлыҡты 30-40 минут эсендә ҡаплай. 2011 йылдың яҙында Нефтекама һәм Сибай рейстары ихтыяж булмау сәбәпле ғәмәлдән сыға. Әлеге ваҡытта даими рейстар башҡарылмай.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- APINFO.BA — бөтә донъя граждандар рус телле аэропортында база данных
- Өфөлә, нефтекамала яңы авиарейстар булмаясаҡ(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)
- НЕФТЕКАМАЛА АЭРОПОРТТЫ: ИКЕНСЕ ТЫУҒАН 2016 йыл 4 март архивланған.
- Нефтекама аэропорты Аэропорт БДБ каталогында.