Арҡайым (авиакомпания)

Был авиакомпания тураһында мәҡәлә. Археологик ҡомартҡы тураһында Арҡайым битен ҡарағыҙ

Арҡайым ("Арҡайым" ЯСЙ, рус. ООО "Аркаим") — Өфө аэропортында урынлашҡан Башҡортостан милли авиакомпанияһы. 2009-сы йылдың ноябренә торошло, һауа флоты ике L-410 самолётынан тора[1];һәм ете Boeing йәки Airbus самолётын һатып алырға ниәтләй.

Компанияның ойоштороусыһы һәм генераль директоры - Николай Одегов; ул бығаса "Башҡорт һауа юлдары" компанияһының һәм Өфө аэропортының етәксеһе булараҡ билдәле.[2]

2010-сы йылдың июлендә авиакомпания Өфөнән Cибайға, Екатеринбургка һәм Түбән Новгородҡа пассажир рейстарын яһай башланы. Һәр йүнәлештә осоштар L-410 самолётында аҙнаһына өс тапҡыр башҡарыла[3].

Киләсәктә ташыусы шулай уҡ Өфөнән Нефтекамаға рейстар асмаҡсы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. http://www.allufa.ru/archives/637(недоступная ссылка)
  2. http://kommersant.ru/doc.aspx?DocsID=1219684 "Коммерсантъ" гәзитендә мәҡәлә (урыҫса)
  3. http://www.airportufa.ru/news/4627.html Өфө аэропортының сайтында пресс-релиз