Некрасов Николай Владимирович
Некрасов Николай Владимирович (18 декабрь 1900 йыл — 4 октябрь 1938 йыл) — СССР эсперантсыһы һәм эсперанто тәржемәсеһе, яҙыусы, шағир, журналист, тәнҡитсе. Сәйәси золом ҡорбаны.
Некрасов Николай Владимирович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Патронимы йәки матронимы | Владимирович[d] |
Тыуған көнө | 18 декабрь 1900[1] |
Тыуған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы[1] |
Вафат булған көнө | 4 октябрь 1938[1] (37 йәш) |
Вафат булған урыны | СССР |
Яҙма әҫәрҙәр теле | Эсперанто теле һәм урыҫ теле |
Һөнәр төрө | Эсперантсы, шағир, тәржемәсе, яҙыусы, журналист |
Писал для | Q12351232? |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Nikolay Nekrasov (esperantist) |
Некрасов Николай Владимирович Викимилектә |
БиографияҺы
үҙгәртергәНиколай Владимирович Некрасов 1900 йылда Мәскәүҙә тыуа. 15 йәшендә эсперантоны өйрәнә. 1918—1919 йылдарҙа үҙ ҡулы менән сығарған Juna Mondo («Юный мир») баҫмаһының мөхәррире була. La Nova Epoko («Новая эпоха») әҙәби ревьюһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе һәм 1922—1930 йылдарҙа уның мөхәррире була. "Новая эпоха"ның эшмәкәрлеге араһында Франция мәғариф министры Леон Берарға яҙылған асыҡ хатты билдәләргә мөмкин. Ул 1922 йылдың июнендә француз уҡыу йорттарында «потенциаль хәүефле» булараҡ эсперантоны уҡытыуҙы тыя (хатта эсперантоның популярлығын арттырыу өсөн рәхмәт белдерелә һәм артабан бик күп революцион әҫәрҙәр баҫылған француз телен тыйырға кәңәш ителә). 1933 йылда «Новые проблемы языкознания» мәҡәләләр йыйынтығын мөхәррирләй[2].
1920 йылда рус телендә үҙенсәлекле шиғырҙарҙан торған ике китап баҫтырып сығара.
Тәү сиратта рус шиғриәт классикаһын эсперантоға тәржемә итеүсе булараҡ билдәле. Некрасовтың үҙенең шиғри мираҫы төрлө матбуғат баҫмаларында баҫыла. Уның ижадына Блок һәм Бальмонт кеүек рус символизмывәкилдәре йоғонто яһай[2].
1930 йылдар уртаһында Некрасов СССР-ҙағы эсперантистик хәрәкәттең башҡа ағзалары менән бергә Сталин терроры объекты була һәм 1938 йылдың 4 октябрендә атып үлтерелә[2]. 1957 йылдың 26 ноябрендә аҡлана.
Ижади эштәре[2]
үҙгәртергәШиғри тәржемәләре
үҙгәртергә- Kupra rajdanto (Медный всадник), Пушкин.
- Eŭgeno Onegin (Евгений Онегин), Пушкин, SAT.
- Dekdu (Двенадцать) һәм Najtingala ĝardeno (Соловьиный сад), Блок.
- Blanka cigno (Белый лебедь) һәм La mortaj ŝipoj (Мёртвые корабли), Бальмонт.
- Nubo en pantalono (Облако в штанах) һәм Suno (Солнце), Маяковский.
- Monna Liza, Михаил Герасимов.
- Socialismo, Patrino (Мать) Бежименский.
Проза тәржемәләре
үҙгәртергә- Ruĝa Stelo (Красная звезда) Александр Богданова, SAT, 1929.
- La Vojo de formiĝo kaj disvastiĝo de la lingvo internacia (The way of formation and spread of the international language), Эрнст Дрезен, SAT, 1929
- Historio de la mondolingvo (History of the world Language), Эрнст Дрезен.
Үҙ шиғриәте
үҙгәртергә- Fablo pri ĝilotinŝraŭbeto (Басня о маленьком винте с левой резьбой), Sennacieca Revuoла баҫыла.
- Testamento de Satano (Завет Сатаны).
- Verda flamo (Зелёное пламя)
- Krono de sonetoj pri Esperanto (Венок сонетов).
- Mi moskvano (Я, москвич), Internacia Literaturoла баҫыла.
Үҙ прозаһы
үҙгәртергә- Bibliografio de Esperantaj presaĵoj en USSR dum 12 jaroj de la revolucio 1917—1928 (1917—1928 йылдарҙа СССР-ҙа революцияның 12 йылында эсперантола баҫылған материалдар библиографияһы), Мәскәү, 1928.
- Tra USSR per Esperanto (СССР аша эсперанто тураһында).
- La Nova Epokoла Несколько әҙәбиәт тураһында эсперантола баҫылған бер нисә эссе. .
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #1037837827 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Geoffrey Sutton. Nekrasov, Nikolai Vladimiroviç // Concise Encyclopedia of the Original Literature of Esperanto, 1887-2007. — Mondial, 2008. — С. 118—120. — 728 с. — ISBN 1595690905.