Наҙы-Петровск һыуһаҡлағысы
Наҙы-Петровск һыуһаҡлағысы (рус. Нязепетровское водохранилище) — Ҡариҙел йылғаһында быуылған һыуһаҡлағыс.
Наҙы-Петровск һыуһаҡлағысы | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Наҙы-Петровск һыуһаҡлағысы Викимилектә |
Тарихынан
үҙгәртергәНаҙы-Петровск һыуһаҡлағысы 1976 йылда төҙөлә башлаған. Дамба Наҙы-Петровск сиктәрендә урынлашҡан. Һыу тултырғанда Ҡариҙел һәм Ҡуҡаҙар йылғалары буйҙары һыу аҫтында ҡала. Һыу ятҡылғы көҙгөһөнөң майҙаны — 310 м[2].
- Майҙаны — 24,2 км²
- Оҙонлоғо яҡынса 10 км
- Максималь киңлеге-700 м етә
- Уртаса тәрәнлеге 7,8 м, максималь — 20
- Тулы һыу күләме 0,153 км³, шул иҫәптән файҙалыһы — 0,138 км³.
- Һыу төбө ләмле, урыны менән ташлы.
Наҙы-Петровск һыуһаҡлағысынан махсус эшләнгән ҡылымыҡ аша Чусовая йылғаһы тулыландырыла, шулай итеп Екатеринбург ҡалаһы ла өлөшләтә унан һыу ала. Һыу ятҡылығының уң ярында минераль һыу сығанағы бар[3].
Ихтиофаунаһы: судак, ҡорман, алабуға һәм Урта Уралға хас башҡа балыҡтар тереклек итә.
Ҡалала шулай уҡ айырым Наҙы быуаһы ла бар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Карта бите O-40-XXXVI Нязепетровск. Масштаб: 1 : 200 000. Состояние местности на 1986-1991 год. Издание 1993 г.
- ↑ Нязепетровское водохранилище, tyr74.ru.