Фатма Наҙлы Эджевит (4 ғинуар 1900 йыл — 14 август 1985 йыл; Төркиә) — педагог һәм рәссам-реалист. Төркиә премьер-министры Бюлент Эджевиттың әсәһе.

Наҙлы Эджевит
төр. Fatma Nazlı Ecevit
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Ғосман империяһы
 Төркиә
Тыуған көнө 4 ғинуар 1900({{padleft:1900|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Истанбул, Ғосман империяһы
Вафат булған көнө 14 август 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Анкара, Төркиә
Ерләнгән урыны кладбище Джебеджи Асри[d]
Ҡәбере һүрәте
Хәләл ефете Fahri Ecevit[d]
Балалары Бюлент Эджевит[d]
Туған тел Төрөк теле
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто Sanayi-i Nefise Mektebi[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
 Наҙлы Эджевит Викимилектә

Фатма Наҙлы 1900 йылдың 4 ғинуарында шул саҡта Ғосман империяһының баш ҡалаһы Истанбулда тыуған[1]. Атаһы яғынан ата-бабалары хәрби булған, атаһы — Әмин Саргут полковник, ә әсәһе яғынан олатаһы Кират Паша — Ғосман солтаны ярҙамсыһы[2].

1915 йылда ҡыҙҙар өсөн Шапа педагогия мәктәбен тамамлағандан һуң, беренсе төрөк рәссам ҡатын-ҡыҙы Миһри Мүшфик Ханым кәңәше буйынса һынлы сәнғәт менән шөғөлләнергә ҡарар итә.

1915—1922 йылдарҙа ҡыҙҙар өсөн Нәфис сәнғәт мәктәбендә уҡый[3] Сәнғәт мәктәбе өсөн сығарылыш имтихандары төрөк бойондороҡһоҙлоғо һуғышы арҡаһында ғәмәлдән сығарылғанға күрә, ул уҡытыусы сертификатын ала[4].

Наҙлы ҡыҙҙар өсөн Бешикташ урта мәктәбендә рәсем уҡытыусыһы булып эшләй башлай. Артабан ата-әсәһенә эйәреп, Кастамон һәм Кесе Азияға китә һәм 25 йылға рәссам карьераһын туҡтата. Тәүҙә ул Кастамонда, шунан — Болуҙа һәм Измитта уҡыта.

1924 йылда кейәүгә сыға һәм Анкараға күсенә[4]. Бер йылдан Бюлент исемле ул таба, ул артабан сәйәси партияның лидеры була, һуңынан тағы дүрт тапҡыр Төркиәнең премьер-министры була. Эджевит уҡытыусыларҙың музыка мәктәбендә рәсем уҡытыусыһы булып эшләй, артабан был мәктәп Хасеттепе Университетының Анкара дәүләт консерваторияһы булып китә. Бынан тыш, ул Истанбулда юғары мәктәптә уҡыта. Уҡытыусы карьераһы 19 йыл дауам итә.

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Эджевит һынлы сәнғәткә 1947 йылда ҡайта[4]. Студент йылдарында уҡ үҙ эштәрен Галатаһарайҙа күргәҙмәгә ҡуя һәм 1947 йылдан һуң тағы ла күргәҙмәләргә ҡуя башлай. Шулай уҡ уның шәхси күргәҙмәләрен дә үткәрә.

Уның эштәре реализм һәм импрессионизм стилдәренең симбиозынан ғибәрәт: Наҙлы «Нәфис сәнғәттәр берләшмәһе» йоғонтоһон кисерә, шулай уҡ күпмелер ваҡыт уның рәйесе булып тора. Уның стиле 1930 йылдарҙағы төрөк рәссамдарының стилен хәтерләтә. Уның художество зауығы иҫ киткес була. 1947 йылдан һуң башлыса ул пейзаж картиналарында импрессионизм стиленең йомшаҡ һәм матур хистәрен донъяга объектив реалистик ҡараштар менән берләштереп, пейзаждар һәм натюрморттар яҙа.

Уның импрессионизмы Төркиәнең хәрби рәссамдары традицияларына нигеҙләнгән. 1948 йылдан 1975 йылға тиклем Эджевит үҙ эштәрен сәнғәттәрҙең һәм скульптураларҙың Дәүләт күргәҙмәһенә ҡуя. Ул май, акварель, күмер һәм аҡбур менән эшләй. 1975 йылда, 75 йәшендә, Истанбул археология музейы дирекцияһының миҙалына лайыҡ була[2].

Билдәле әҫәрҙәре

үҙгәртергә

2000 йылдың апрелендә Истанбулда үткән аукционда Наҙлы Эджевиттың «Бебек» картинаһы коллекционерға шул саҡтағы аҡса менән 12 миллиард төрөк лираһына һатыла.[5]

2003 йылда шул ваҡытта Төркиәнең премьер-министры Рәжәп Тайип Эрдоған, премьер вазифаһын башҡарып һәм интерьерын яңыртып, уның «Саладжак» эшен резиденцияһы холлына элергә һорай[6]

1985 йылдың июнендә сәләмәтлеге менән проблемалары арҡаһында Эджевитты Истанбулда дауаханаға һалалар[7]. Һуңынан уның улы Бюлент Эджевит йәшәгән Анкараға күсерәләр. 1985 йылдың 14 авгусында Хаджеттепе Университетының дауаханаһында 85 йәшендә вафат була. Анкараның Джебеджи Асри зыяратында ерләнгән[8][9]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. Эджевит төркиә республикаһы мәҙәниәт назл порталы
  2. Ҡайһы бер эштәрҙе һатып аукцион