Ҡара сәсәк

йоғошло ауырыу
(Натуральная оспа битенән йүнәлтелде)

Ҡара сәсәк (лат. variola, variola vera, рус. натура́льная оспа) — бик ҡурҡыныс йоғошло ауырыуҙарҙың береһе. Был сирҙе тыуҙырыусы вирустар ике төр:

  • Variola major (үлем осраҡтары 20—40 %, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса — 90 %-ҡа тиклем)
  • Variola minor (үлем осраҡтары 1—3 %)
Ҡара сәсәк
Бангладеш, ҡара сәсәк менән сирләүсе ҡыҙ (1973 год). Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы рәсми дөрөҫләгәндән һуң, 1977 йылдың декабрендә Бангладешта ҡара сәсәк сиренең бөтөнләй юҡ ителеүе тураһында хәбәр итәләр.
Бангладеш, ҡара сәсәк менән сирләүсе ҡыҙ (1973 год).
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы рәсми дөрөҫләгәндән һуң, 1977 йылдың декабрендә Бангладешта ҡара сәсәк сиренең бөтөнләй юҡ ителеүе тураһында хәбәр итәләр.
МКБ-10

B03 03.

МКБ-9

050050

DiseasesDB

12219

MedlinePlus

001356

eMedicine

emerg/885 

 Ҡара сәсәк Викимилектә
Оспа бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Оспа (мәғәнәләр).

Был вирустар Poxviridae ғәиләһендәге Orthopoxvirus ырыуы вәкилдәре.

Сирҙән һауыға алғандар өлөшләтә йәки тулыһынса һуҡыр ҡалғандар. Бөтәһенең дә тәнендә йөйҙәр ҡалып, бындай кешеләрҙе шаҙра тип атағандар.

Ҡара сәсәк менән сирләүҙең иң һуңғы осрағы 1977 йылдың 26 октябрендә Сомали ҡалаһы Маркта теркәлгән[1].

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Poxviridae ғаиләһе вирустары тыуҙырған кеше һәм хайуандарҙың киҫкен инфекцион ауырыуы.

Ҡара сәсәк — кешегә генә хас булған айырыуса ҡурҡыныс вирус ауырыуы. Тыуҙырыусылары — ДНК-лы вирустар. Ҙурлыҡтары 200—350 нм тирәһе. Тышҡы мөхиттә тотороҡлолар.

Ҡара сәсәккә, был ауырыуҙы үткәргән һәм вакцинацияланғандарҙы иҫәпкә алмағанда, кешеләрҙең 100%-ы бирешә.

Ауырыуҙың ауыр формаһы була. Тәнде тотош сыбартма баҫып ала, тире аҫтына ҡан һауа (пустулёз-геморрагик сәсәк пурпураһы). Еңел формаһы сабыртмаһыҙ, (вариолоид) үтә.

Инфекция башлыса һауа аша йоға. Инкубация осоро — 5—22 көн. Вирустар тын алыу юлына эләгә, регионар лимфа төйөндәренә үтеп инә, шунда үрсей. Аҙаҡ ҡан ағышы менән тән тиреһенә,бауырға, елеккә һәм башҡа ағзаларға тарала.

Төп симптомдары:

  • тән темпераһы 39—40°С-ҡа тиклем күтәрелә,
  • өшөп ҡалтыраныу, баш ауыртыу, ҡоҫоу, һигеҙгүҙ өлкәһе ауыртыу күҙәтелә.
  • тирегә һәм лайлалы тиресәләргә сабыртма сығыу (бер нисә стадия үтә: розеола, папула, везикула, пустула, эрозия, ҡутыр);
  • тәндәге ҡутырҙар ҡубып төшкәндән һуң тотороҡло типик йөйҙәр (шаҙралар) ҡала.

Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр булып инфекционик шок, сепсис, энцефалит, пневмония, кератит, һуҡырайыу һәм башҡалар тора.

Диагностика өсөн эпидемиологик анамнез, клиник, лаборатор:

  • электрон микроскопия,
  • агарҙа иммунофлюоресцент ысулы,
  • микропреципитация реакцияһы,
  • тыуҙырыусының тауыҡ эмбриондарында йәки туҡымалар культураһында бүленеүе)

һәм серологик (гемагглютинация реакциялары) тикшереү мәғлүмәттәре файҙаланыла.

Дауалау медикаментоз: сәсәккә ҡаршы иммуноглобулин, бактерияларға ҡаршы, дезинтоксикациялаусы һәм башҡа препараттар.

Иҫкәртеү: сәсәккә ҡаршы вакцинация. Башҡортостанда сәсәк киң таралған була. 19 быуатта ауыл халҡын вакцинацияларҙа махсус өйрәтелгән крәҫтиәндәр ҡатнаша. 1905 йылда Өфөлә Пастер станцияһы ойошторола.

1906 йылда уның эргәһендә халыҡты сәсәк вакцинаһы менәнңн тәьмин итеү өсөн сәсәкле быҙауҙар аҙбары асыла (ҡара: "Иммунопрепарат).

1913 йылда Өфө губернаһында 10 мең кешегә сәсәк ауырыусы 9,6 кеше тура килә. 1919 йылдан алын халыҡты планлы вакцинациялау үткәрелә башлай.

1955 йылда Башҡортостан республика санитария-эпидемиология станцияһында айырыуса ҡурҡыныс инфекциялар бүлеге асыла. Ул сәсәккә прививка яһауҙы контролдә тота.

1957—70 йылдарҙа республикала йыл һайын сәсәккә ҡаршы планлы иммунлаштырыу үткәрелә. Һәм сама менән 490—450 мең тирәһе кешегә прививка эшләнә торған була.

1980 йылда Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы сессияһында донъяла сәсәк ауырыуының бөтөрөлөүе хаҡында иғлан итә. Шунан һуң был ауырыуға ҡаршы халыҡты вакцинациялау туҡтатыла.

Эдвард Энтони Дженнер
ингл. Edward Anthony Jenner
 
Тыуған урыны

Беркли, Глостершир

Вафат урыны

Беркли, Глостершир

Ғилми даирәһе

Ҡалып:Медик

Ниндәй өлкәлә танылған

сәсәк менән ауырыуҙан һаҡлап ҡалыу методын ижад итеүсе

Сәсәк һалыу

үҙгәртергә

1796 йылда Эдуард Дженнер бөйөк асыш яһаған. Ул иң ҡурҡыныс йоғошло ауырыуҙарҙың береһе булған натураль сәсәкте булдырмау сараһын тапҡан.

Натураль сәсәк менән сирләгәндә, ауырыуҙарҙың тиреһен төҫһөҙ шыйыҡлыҡ менән тулған күбексәләр ҡаплап ала. һуңыраҡ был күбексәләр һытылалар. лар урынында ҡутырҙар барлыҡҡа килә.

Дженнер йәшәгән заманда сәсәк ауырыуынан тиҫтәләрсә мең кеше үлә торған булған. Был ауырыуҙан һауыҡҡан кешеләрҙең бөтәһе лә тиерлек шаҙра булып ҡалған, ә күп кенә осраҡтарҙа һуҡырайған да.

Дженнер сәсәк менән бер тапҡыр сирләгән кешенең уны икенсе тапҡыр йоҡтормауын — уға бирешмәүсән булыуын белгән. Шуның өҫтәүенә ул фермаларҙағы һауынсыларҙың натураль сәсәк менән бик һирәк хәлдәрҙә генә сирләүен күреп ҡалған.

Бының сәбәбен аңлауға уға уның икенсе бер күҙәтеүе ярҙам иткән. Һыйырҙарҙың елененә йыш ҡына сәсәк күбексәләренә оҡшаш күбексәләр сыға. Шунлыҡтан хайуандарҙың был ауырыуын һыйыр сәсәге тип тиккә генә атамағандар. Был күҙәтеү Дженнерҙә һыйыр сәсәге кешеләрҙә була торған сәсәк ауырыуының еңел формаһы булырға тейеш тигән фекер тыуҙырған.

Ауырыу һыйырҙарҙы һауғанда һауынсы ҡулының тиреһендәге ярылған урындарға һытылған күбексәләрҙең шыйыҡлығы эләкһә, моғайын, сәсәк ауырыуы йоға тип уйлаған ул. Һөҙөмтәлә был ауырыу, сырхау кеше һиҙмәҫлек, еңел формала үтә. Бына нилектән һауынсы натураль сәсәк ауырыуына бирешмәүсән булып ала.

Ләкин был фараздың дөрөҫлөгөн ғәмәлдә тикшерергә кәрәк булған. Дженнер һыйырҙарҙың елендәрендәге күбексәләрҙән алынған шыйыҡсаны кешеләрҙең тәненә тиреләге өҫтән аҙ ғына киҫелгән урындар аша һылаған. Прививка яһалған урында күбексә сыҡҡан. Уның тирәһендә тире ҡыҙарған һәм бер аҙ шешкән.

Бер нисә көндән һуң күбексә һытылған һәм унан ары кипкән. Был прививкалар кешеләр өсөн зарарһыҙ булып сыҡҡан. Уның ҡарауы прививкалар яһалған кешеләр натураль сәсәк ауырыуына бирешмәгәндәр.

Дженнерҙең асышы ауырыуҙарҙың ҡотолғоһоҙ булыуы тураһындағы дини ҡараштарҙы ҡаҡшатыусы удар булған. Шунлыҡтан руханиҙәр уны ғәйепләп ҡаршы сыҡҡандар һәм дин тотоусы кешеләрҙе, үҙҙәренә прививка яһатыу менән, улар йәндәрен шайтан ҡулына бирәләр, тип ҡурҡытҡандар. Ләкин сиркәүҙең ҡаршы тороуына ҡарамаҫтан, сәсәк һалыу бөтә донъяла тарала башлаған.

Дженнерҙең асышы йоғошло ауырыуҙарҙы тыуҙырыусы сәбәптәрҙе белеүгә түгел, бары тик күҙәтеүсәнлеккә нигеҙләнгән булған.

Бары тик йөҙ йыл үткәндән һуң ғына, Луи Пастер йоғошло ауырыуҙарҙы сир таратыусы микробтар тыуҙырғанлығын асыҡлаған.

И. И. Мечников фагоцитоз күренешен асҡандан һуң организмдең йоғошло ауырыуҙарға бирешмәүсәнлеге тураһындағы тәғлимәт үҫә башлаған.

Эдвард Энтони Дженнер (ингл. Edward Anthony Jenner; 1749 йыл 17 март, Беркли (Глостершир) — 1823 йыл 26 ғинуар, Беркли (Глостершир)) — инглиз врачы, кешене сәсәк менән ауырыуҙан һаҡлап ҡалыу методын ижад итеүсе.[2] 1798 йылда Дженнер кешегә һыйырҙарҙағы сәсәк күбексәләре шыйыҡлығын яһалма рәүештә йоҡтороу юлы менән сәсәк ауырыуынан һаҡланыу методын эшләгән. Артабан ул сәсәк һалыу техникаһын камилләштергән. 1803 йылдан Лондонда (хәҙерге Дженнер институты) сәсәк һалыу буйынса беренсе етәксе була.

Пастер Луи (1822 йыл 27 декабрь — 1895 йыл 28 сентябрь) — француз ғалиме, уның ғилми хеҙмәттәре микробиологияның үҙаллы фән булараҡ үҫешенә нигеҙ һалған.

1862 йылдан алып ул Париж Фәндәр академияһының ағзаһы булған.

1879 йылда тауыҡ холераһы микробтарын тикшергән. ,Көсһөҙләндерелгән микробтарҙы тауыҡтар организменә ебәреүҙең тауыҡтарҙы үлтермәүен, шул уҡ ваҡытта уларҙы был ауырыуға бөтөнләй бирешмәүсән итеүен аныҡлаған.

Был асыш Пастерҙе һаҡлыҡ прививкалары методын эшләүгә килтергән, һаҡлыҡ прививкалары төрлө йоғошло ауырыуҙарға: түләмәгә, ҡотороу ауырыуына, сусҡалар ҡыҙамығына ҡаршы көрәштең эффектле сараһына әйләнгән.

Хайуандарҙың сәсәк ауырыуы

үҙгәртергә

Ауыл хужалығы малының бөтә төрҙәре һәм маймылдар ауырый. Һарыҡ, кәзә, сусҡа һәм башҡа мал вирустары береһенән икенсеһенә бер төр эсендә йоға. һыйыр сәсәге вирусы башҡа төр хайуандарҙы ла зарарлай. Кешегә йоғоп, ҡара сәсәктең еңел формаһын хәтерләткән ауырыу тыуҙыра.

Сирҙе таратыусылар — ауырыу мал һәм вирус йөрөтөүселәр. Ауырыу аэроген, алиментар һәм контакт юлдары аша йоға. Вирус тирене һәм лайлалы тиресәне зарарлай. Уларҙа шаҙралар барлыҡҡа килә.

Инкубация осоро — 3—14 тәүлек. Ауырыу башланғанда ҡыҫҡа ваҡытҡа тән температураһы күтәрелә. Һүлпәнлек, хәл бөтөү, аппетит юғалыу һәм башҡа тайпылыштар күҙәтелә.

Шаҙралар:

  • һыйырҙарҙа — башлыса елен һәм имсәк тиреһендә,
  • быҙауҙарҙа — баш, ауыҙ, ирен һәм танау тиреһендә;
  • һарыҡтарҙа — баш, аяғының эске яғы һәм ҡорһаҡ тиреһендә;
  • йылҡы малында — ауыҙ, танауҙың лайлалы тиресәһендә, енси ағзала һәм тышау урыны тиреһендә;
  • сусҡаларҙа — ҡорһаҡ, арҡа һәм баш тиреһендә;
  • ҡоштарҙа тире формаһы булғанда — суҡыш һәм күҙ ҡабағы өлкәһе тиреһендә, дифтериоид формаһы булғанда ауыҙ һәм тын юлдарының лайлалы тиресәһендә сыға.

Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: гастроэнтерит, мастит, сепсис һ.б.

Диагностика эпизоотологик, клиник, лаборатор һәм патологоанатомик тикшереү мәғлүмәттәренә нигеҙләнә.

Дауалау медикаментоз(гамма-глобулиндар, антибактериаль һәм антисептик препараттар).

Иҫкәртеү: зооветеринар сараларҙы үтәү.

Республикала ваҡ мал сәсәге — 1966 йылдан алып, һыйыр малы сәсәге — 1973 йылдан алып, сусҡа сәсәге 1989 йылдан алып теркәлмәй.

20 быуаттың 70—80-се йылдарында БАХИ-ла (ҡара: Аграр университет) сусҡа малында сәсәк булғанда патоморфологик үҙгәрештәрҙе өйрәнеү буйынса фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла (Ф.Ә. Кәримов, У. Ғ .Кадиров, А. А. Сергеев, Л. Н. Судзиловский һ.б.).

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Башҡортостан энциклопедияһы 2016 йыл 21 апрель архивланған.

  • Цузмер А. М., Петришина О. Л. Кеше. Анатомия, физиология и гигиена. / С. В. Атнағолова тәржемәһе / — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1987. — 239 бит.
  • Кадыров У. Г., Борисов и ч Ю. Ф. Оспа животных. М., 1981.
  1. Смородинцев А. А. Беседы о вирусах. — 2-е изд. — Москва: Молодая гвардия, 1982. — С. 124. — 207 с. — (Эврика). — 100 000 экз.
  2. Дженнер Эдвард // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)