Натадзе Реваз Григорьевич

совет грузин ғалим-педагогы һәм психологы, психология фәндәре докторы (1939), профессор

Натадзе Реваз Григорьевич (груз. ნათაძე რევაზ; 19031984) — совет грузин ғалим-педагогы һәм психологы, психология фәндәре докторы (1939), профессор (1940), Грузин ССР-ы фәндәр академияһы академигы (1969)[1] СССР педагогия фәндәре академияһы ағза-корреспонденты

Натадзе Реваз Григорьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 29 октябрь (11 ноябрь) 1903
Вафат булған көнө 11 ноябрь 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Тбилиси, Грузия ССР-ы[d], СССР
Һөнәр төрө психолог
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә психология фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Грузин ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре, грузин, рус, немец, инглиз, француз телдәрендә баҫылған 140 ғилми эш, шул иҫәптән биш монография һәм дөйөм психология буйынса өс дәреслек (грузин телендә) авторы[2]

Биографияһы үҙгәртергә

Реваз Григорьевич Натадзе 1903 йылдың 29 октябрендә (яңы стиль буйынса 11 ноябрендә) тыуған.[3]

1927 йылда Тбилиси дәүләт университетын тамамлай (ТДУ), Д. H. Узнадзе етәкселеге аҫтында уҡыу йортонда психология кафедраһында эшкә ҡала. 1950 йылдан алып, Узнадзе вафат булғандан һуң, был кафедраның мөдире була. 1941—1961 йылдарҙа бер үк ваҡытта Реваз Натадзе Грузин ССР-ы Фәндәр академияһы Психология институтының психология бүлеге мөдире вазифаһын башҡара. Тбилиси университетында педагогик эшмәкәрлек менән бер рәттән Тбилиси университетында һәм башҡа юғары уҡыу йорттарында: А.С.Пушкин исемендәге Педагогия институтында, Театр институтында, Физкультура институтында, шулай уҡ Кутаиси педагогия инситутында педагогика, психология буйынса лекциялар уҡый . Уның етәкселегендә бер нисә диссертация яҡлана[2]

Туғыҙ йыл дауамында Тбилиси университетының философия факультеты деканы булып эшләй, егерме йыл Д. М. Узнадзе исемендәге Психология институты бүлеге менән етәкселек итә, Педагогика институтының балалар психологияһы бүлеген етәкләй. Ҡайһы бер фәнни йыйынтыҡтар һәм журналдарҙың редакторы, Грузин совет энциклопедияһы өҫтөндә эшләүҙә ҡатнаша, «Вопросы психологии» журналы редколлегияһы ағзаһы, Грузия ССР-ы Фәндәр академияһы ҡарамағындағы Психология буйынса Координация советы рәйесе, грузин психологтары йәмғиәте рәйесе (1964-1974) һәм ТДУ янындағы психология буйынса ғилми дәрәҗәләр биреү советы рәйесе була. Ижтимағи эшмәкәрлек менән шөғөлләнеп, тиҫтә йылдан ашыу хеҙмәтсәндәр депутаттарының Тбилиси ҡала һәм район советы депутаты булып тора, унда мәғариф буйынса даими комиссия менән етәкселек итә.[2]

Реваз Григорьевич Натадзе 1984 йылдың 11 ноябрендә Тбилисиҙа вафат була, ҡаланың Вакий зыяратында ерләнгән.[4]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Педагогическая энциклопедия / Глав. ред. И. А. Каиров и Ф. Н. Петров. т. 3. — Москва: Советская энциклопедия, 1966. — 880 с.
  • Грузинская советская энциклопедия: Том 7. — Тбилиси, 1984.

Һылтанмалар үҙгәртергә