Нанак
Гуру Нанак Дэв (кб.-пандж. ਗੁਰੂ ਨਾਨਕ ਦੇਵ, Gurū Nānak Dēv IAST; 15 апрель 1469 — 22 сентябрь 1539) — сикхизм диненә нигеҙ һала һәм Ун Сикх гуруһының беренсе сикх гуруһы (дини остазы). Башҡа исемдәре һәм титулдары күп. Пенджабта уны сикхтар ғына түгел, шулай уҡ индустар һәм мосолмандар хөрмәт итә.
Нанак | |
кб.-пандж. ਗੁਰੂ ਨਾਨਕ ਦੇਵ | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Тыуған көнө | 15 апрель 1469[1] |
Тыуған урыны | Нанкана-Сахиб[d], Дели солтанлығы |
Вафат булған көнө | 22 сентябрь 1539[2] (70 йәш) |
Вафат булған урыны | Картарпур[d], Бөйөк Моголдар империяһы |
Әсәһе | Mata Tripta[d] |
Бер туғандары | Bebe Nanaki[d] |
Хәләл ефете | Mata Sulakhni[d] |
Балалары | Sri Chand[d] һәм Lakhmi Das[d] |
Һөнәр төрө | гуру |
Биләгән вазифаһы | лидер[d] һәм Sikh guru[d] |
Статус канонизации | чудотворец[d] |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Ангад[d] |
Алмаштырылған | Ангад[d] |
Нанак Викимилектә |
Тәржемәи хәле
үҙгәртергәГуру Нанаканың тәржемәи хәле Джанамсакхи (Janamsākhīs) тип аталған әҫәрҙә тупланған. Иң билдәле тәржемәи хәлен Нанаканың үлеме алдынан Бхай Бала яҙа. Әммә тәнҡит кәйефле ғалимдар был тәржемәи хә стиле һәм теле буйынса уның үлеменән һуңғы осорға ҡарай тип иҫәпләй.
Бхай Гурдас әҫәре шулай уҡ гуру Нанаканың үлеменән һуң төҙөлгән һәм әҙерәк ентеклектәрҙән тора, әммә уны сикхтар юғары баһалай һәм ышаныслы тип иҫәпләй.
Тыуыуы
үҙгәртергә1469 йылдың 15 апрелендә индустарҙың Кхатри кланына ҡараған Беди ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы Мехта Калу патвари — ерҙәрҙән иҫәп-хисап килемен яһаусы хөкүмәт чиновнигы була. Ул мосолман ер биләүсеһе Рай Булларҙа эшләй. Нанактың әсәһе Мата Трипта тип аталған, Нанактың шулай уҡ өлкән апаһы Биби Нанки була.
Миссияһы
үҙгәртергәСикх традицияһы буйынса бер мәл Нанак юғала, һәм барыһы ла уны Кали Бейн йылғаһына һыу инеп йөрөгәндә батып үлгән, тип иҫәпләй, әммә өс көндән һуң ул ҡайта, һәм бөтә һорауҙарға бер генә яуап бирә: «юҡ, Унда хинду ла, унда мосолмандар ҙа юҡ» (панджаби: hindū nā kō nā musalmān kō"). Ошо мәлдән Нанак үҙенең тәғлимәтен тарата башлай, һәм был сикхизмдың башы тип иҫәпләнә. Күп меүләгән саҡрымдар үтеп, ул дүрт ҙур сәфәр ҡыла, уның аныҡ маршруты бәхәсле булып ҡала. Тәүге сәфәренең маҡсаты Бенгалия һәм Ассам, икенсеһе — Тамил-Наду аша Цейлон, өсөнсөһө — төньяҡҡа Кашмир, Ладакх һәм Тибет, һуңғыһы —Бағдад һәм Мәккә.
Нанак Батала ҡалаһынан дөгө менән сауҙа итеүсе Мулчанд Чондың ҡыҙы Сулакниға өйләнә. Улар ике улы була. Өлкән улы Шри Чанд[en] үҙенә бикләнгән аскет булып китә. Кесе улы Лакшми Дас тулыһынса донъяуи мәшәҡәттәргә бирелә. Нанак ике улы ла гуру статусын мираҫ итеп алып ҡала алмай тип иҫәпләй.
Сикхизмдың өс теләге
үҙгәртергәСултампурҙа Нанак сикхизмдың өс ҡағиҙәһен төҙөй:
- Симран[en] һәм Наан Джапна[en] — Аллаһҡа медитация практикаһы һәм Аллаһтың исеме менән махсус мантра-доғалар йырлау — Вахегуру[en].
- Кират Карни[en] — Аллаһтың фатихаһын һәм бүләген ҡабул итеп, бөтә сикхтар үҙҙәренең йорттарында йәшәһендәр, хужалыҡ алып барһындар һәм үҙенең физик һәм аҡыл хеҙмәте менән үҙҙәрен тәьмин итһендәр.
- Ванд кай Шако[en] — сикх общинаһы менән мөлкәтенән бүлеү.
Галереяһы
үҙгәртергә-
Гуру Нанак
-
Нанак садху индуистары менән
-
Гуру Нанак фрескаһы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ https://southasia.ucla.edu/religions/gurus-saints/guru-nanak/