Налтар күлдәре
Гилгит-Балтистан күлдәре төркөмө, Пакистан
Налтар үҙәнендә 3050-3150 метр бейеклектә Налтар күле (урду نلتر) — Башҡорт күлдәре[1] булараҡ билдәле өс күл бар. Өс күлдең береһендә һыу төҫө йәшел (күл эсендә үҫкән үләндәр арҡаһында), икенсеһендә — күк, өсөнсөһөндә зәңгәрһыу төҫтә. Беренсеһе, Башҡорт күле, Үрге Налтарҙан (йәки Налтар Бала) яҡынса 12 километрҙа ята[2]. Үҙән буйлап аҡҡан шишмә ярынан күлдәргә илткән юл — грунтлы. Күлдәр ҡарағай урмандары менән уратып алынған.
Налтар күлдәре | |
Дәүләт | Пакистан |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Гилгит-Балтистан |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Naltar Valley[d] |
Налтар күлдәре Викимилектә |
Был һыу ятҡылыҡтарын ҡарау өсөн иң яҡшы ваҡыт — майҙан алып октябргә тиклем. Налтар үҙәнендә көслө ҡар яуыу арҡаһында ҡышҡыһын машинала күлгә барып етеү мөмкин булмай тиерлек[3]
Галерея
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Пакистан күлдәре исемлеге
- Даньер
- Гилгит ҡалаһы
- Багрот үҙәне
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ A Trip to Naltar Valley | Three Lakes of Naltar Valley, Dawn (16 August 2018). 14 октябрь 2019 тикшерелгән.
- ↑ Naltar Valley 2020 йыл 13 август архивланған.
- ↑ Naltar Lake | The Emerald Azure Lake in Pakistan . skardu.pk (6 июнь 2016). Дата обращения: 3 ноябрь 2019.