Назаров Денис Андреевич

эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре, депутат

Назаров Денис Андреевич (13 декабрь 1989 йыл) — эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 7-се саҡырылыш депутаты[1]. Юридик фәндәр кандидаты (2015).

Назаров Денис Андреевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 13 декабрь 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (34 йәш)
Тыуған урыны Сибай, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө эшҡыуар, йәмғиәт эшмәкәре, депутат
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты

Биографияһы үҙгәртергә

Денис Андреевич Назаров 1989 йылдың 13 декабрендә Башҡорт АССР-ының Сибай ҡалаһында тыуған.

2012 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының «Донъя сәйәсәте» факультетын уңышлы тамамлай.

2015 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте Рәсәй академияһының М. М. Сперанский исемендәге юридик факультеттың магистратураһын тамамлай.

2015 йылда юридик фәндәр кандидаты була. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте Рәсәй академияһының Дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы институтында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[2].

2010—2014 йй. — «Анна» ЯСО генераль директоры урынбаҫары, генераль директор.

2012 й.- хәҙерге ваҡытҡа тиклем — «ГранельНедвижимость» ЯСО генераль директоры.

2014 й. — хәҙерге ваҡытҡа тиклем — «Гранель» компаниялар төркөмөнөң сауҙа күсемһеҙ мөлкәте һәм перспективалы үҫеш буйынса вице-президенты.

2017 й. — хәҙерге ваҡытҡа тиклем — «Аструм» компаниялар төркөмө президенты.

Карьераһы үҙгәртергә

2010 йылдан «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси ширҡәтенең ағзаһы[3].

Сибай ҡалаһы ҡала округының Советы депутаты (2016—2018 йй.).

2016 йылдан урындағы «Вперёд, Сибай» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе.

2018—2023 йй. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 6-сы саҡырылыш депутаты[4].

2019—2020 йй. «Эшлекле Рәсәй» Башҡортостан төбәк бүлексәһенең йәнәш рәйесе.

2019 йылдан «Беҙҙең Киләсәк» Хәйриә фонды Бағыусылыҡ советы рәйесе.

2019 йылдан «Эшлекле Рәсәй» Мәскәү төбәк бүлексәһе рәйесе.

«Эшлекле Рәсәй» вице-президенты, Генераль советы ағзаһы[5].

«Рәсәй юристары ассоциацияһы» Бөтә Рәсәй ижтимағи ойошмаһының халыҡ-ара бәйләнештәр комиссияһы рәйесе урынбаҫары.

Башҡорт хоккей лигаһы президенты[6].

«Вперёд, Сибай» урындағы ижтимағи ойошманың рәйесе[7].

«Беҙҙең Киләсәк» хәйриә фондының бағыусылыҡ советы рәйесе.

«БлагоДать» хәйриә фондының бағыусылыҡ советы рәйесе.

Проекттары үҙгәртергә

  • Халыҡ-ара Өфө марафонын ойоштороусыһы. Уны йыл һайын уҙғара, Башҡортостан Республикаһы ҡалалары буйлап Bashrun уҙышын үткәрә[8];
  • Сибай ҡалаһында Өсөнсө быуын Халыҡ университеты бүлексәһен төҙөй. Унда компьютер оҫталығы, һаулыҡ дәрестәре, бейеү түңәрәге, күп фатирлы йорттар Советы рәйестәрен уҡытыу. Шулай уҡ Өфөнөң Өсөнсө быуын халыҡ университетына ла ярҙам итә[9];
  • Балалар йорттары һәм мәктәп-интернаттар араһында шахмат буйынса бөтә Рәсәй кимәлендә ярыштар үткәрә;
  • Студенттар һәм уҡыусылар өсөн хоҡуҡ тураһында лекциялар, патриотик тәрбиә биреү тураһында әңгәмәләр үткәреүҙе тәҡдим итә;
  • Сибай ҡалаһындағы Рәсәй юристар ассоциацияһының төбәктәге бүлексәһенә ярҙам итә[10] һ. б.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

Әүҙем ижтимағи эшмәкәрлеге өсөн:

  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты[11],
  • Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы[12],
  • Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты[13],
  • Рәсәй Федерацияһы Төҙөлөш министрлығының Рәхмәте,
  • Рәсәй Федерацияһы Спорт министрының Рәхмәт хаты,
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты,
  • Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Рәхмәт хаты,
  • Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәте,
  • Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы вәкиллегенең грамотаһы,
  • Рәсәй Федерацияһы Милли гвардияһы ғәскәрҙәренең грамотаһы
  • Донецк Халыҡ Республика гвардия ғәскәри часть командирының Рәхмәт хаты,
  • Бөтә Рәсәй йәмғиәте  "Рәсәй офицерҙары" Маҡтау грамотаһы һ.б. менән бүләкләнгән.

Ҡыҙыҡһыныуҙары үҙгәртергә

Хоккей, тау саңғыһы, рус бильярды менән шөғөлләнә. 2020 йылда хоккей буйынса Рәсәй Геройы М. М. Шайморатов исемен йөрөткән һәүәҫкәр команда төҙөй һәм уның капитаны була.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә