Нагоряны мәмерйәләре
Нагоряны мәмерйәләре (укр. Нагорянські печери) — Украиналағы урындағы әһәмиәткә эйә тәбиғи геологик ҡомартҡы[1]. Винница өлкәһе Могилев-Подольск районының Нагорян ауылында урынлашҡан. Днестр йылғаһының һул яғындағы ҡая.
Нагоряны мәмерйәләре | |
---|---|
К:Википедия:Страницы с ошибками в национальном названииВ параметре «Национальное название» нарушен синтаксис: его верное заполнение: «код языка/название/код второго языка/название». Пожалуйста, исправьте данную ошибку! | |
Ил | |
Регион | Винница өлкәһе |
Күләме | ? м³ |
Нагоряны мәмерйәләре Викимилектә |
Майҙаны 1 гектар. 1969 йылдан һаҡланған тәбиғәт статусына эйә. «Днестр» ойошмаһы ҡарамағында. Нагоряны мәмерйәләре урта һәм юғары палеолит эпохаһына ҡарай. Ҡаяла төрлө дәүмәлдәге уйымдар бар. Тикшеренеүселәр фаразы буйынса, уларҙа неандерталецтар йәшәгән. Ҡаяның үҙәк өлөшөндә йыйындар үткәрелгән мәмерйә бар, шулай уҡ унда экзогамия ғаиләһе барлыҡҡа килгән. Бынан тыш, мәмерйәләр территорияһында казак үҙәге булған монастырь торған. Тарихсылар раҫлауынса, Нагорны мәмерйәләре - Гайдамактарҙың йыйылыу урыны. Ҡаяла Тарас Шевченконың рәсеме бар. Уны монастырь монахтарының береһе эшләгән. Шулай уҡ ҡая таштарында бынан 40 мең йыл элек яҙылған пиктограммалар ҙа бар.
Галерея
үҙгәртергә-
Мәмерйә
-
Лядовск монастыренән тәбиғәт ҡомартҡыһы күренеше
-
Мәмерйә
-
Мәмерйә
-
Ҡая
-
Мәмерйә
-
Тарас Шевченко рәсеме
-
Боронғо яҙма
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Заповідні об'єкти Вінниччини. — Вінниця: Велес, 2005. — 104 с.+ 28 с. іл.