Нефтекама автозаводы
Нефтекама автозаводы (НефАЗ) — автозавод. 2012 йылда 8286 кеше эшләгән. Продукцияһы Башҡортостанда һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәрендә, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә һатыла.
Нефтекама автозаводы | |
Тармаҡ | автобус[d] һәм автомобильная промышленность[d] |
---|---|
Нигеҙләү датаһы | 1970 |
Дәүләт | Рәсәй |
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы | акционерҙар йәмғиәте |
Хужаһы | КАМАЗ[d] |
Баш компания (ойошма, предприятие) | КАМАЗ[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Нефтекама, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Биржа | Мәскәү биржаһы[d] |
Продукция | Автопоезд[d], прицеп[d], Самосвал[d] һәм троллейбус[d] |
Рәсми сайт | nefaz.ru |
Нефтекама автозаводы Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергә1970 йылда төҙөлә башлай, 1977 йылдың 17 ноябрендә үҙ бушатҡыс автомашиналар эшләү заводы булараҡ файҙаланыуға индерелә, 1978 йылдан алып «Нефтекама үҙ бушатҡыс машиналар заводы» тип аталһа, 1993 йылдан — хәҙерге исемен һәм статусын йөрөтә. Предприятиела РФ-та тәүге тапҡыр һалҡын килеш һуҙыу ысулы менән гидроцилиндрҙар өсөн плунжерҙар яһау технологияһы индерелә (80‑се йй.). Предприятие менән З.Ә.Ғарипов, Р. С. Маликов, В. М. Сюткин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.
Акционерҙар
үҙгәртергә- «КАМАЗ» ААЙ — 50,02 % акция
- Башҡортостан Республикаһы — 28,5 % акция
Продукция
үҙгәртергәСоставында ауҙармалы машиналар, вахта автобустары, һыйҙырышлығы 8-ҙән алып 38 м³ тиклем булған автоцистерналар, тағылмалар һәм ярым тағылма-цистерналар, йөк күтәреүсәнлеге 7-нән алып 30 т тиклем булған дөйөм транспорт тәғәйенләнешле тағылмалар һәм ярым тағылмалар, пассажир автобустары, ауыл хужалығы техникаһы, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары производстволары:
- ауҙармалы машиналар,
- вахта автобустары,
- һыйҙырышлығы 8-ҙән алып 38 м³ тиклем булған автоцистерналар,
- тағылмалар һәм ярым тағылма-цистерналар,
- пассажир автобустары,
- ауыл хужалығы техникаһы,
- һәм башҡалар
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Викимилектә НефАЗ темаһы буйынса медиафайлдар бар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Нефтекама автозаводы 2016 йыл 4 март архивланған.
- НефАЗ. «Нефтекама автозаводы ААЙ»