М. А. Шолоховтың дәүләт музей-ҡурсаулығы
М. А. Шолохов дәүләт музей-ҡурсаулығы 1984 йылда булдырылған, һәм бөтөн Рәсәйҙә[1] яҙыусыға арналған берҙән-бер дәүләт музейы булған. Ростов өлкәһендә урынлашҡан. Музей коллекцияһы нигеҙен Михаил Александрович Шолохов һәм уның ғаиләһе ҡасандыр эйә булған мемориал предметтар тәшкил итә.
М. А. Шолоховтың мемориаль усадьбаһы | |
---|---|
Асылған ваҡыты | 1984 |
Урынлашыуы | Ростов өлкәһе, шолохов районы, Вёшенская станицаһы, Подтёлков урамы, 94 |
Сайт | музея http://www.sholokhov.ru |
Музей тураһында
үҙгәртергәМузейҙа яҙыусының тормошо һәм ижады менән бәйле бөтөн әйберҙәр: хаттар, ҡулъяҙмалар, предметтар, ул йәшәгән өйҙәр, М. А. Шолохов әҫәрҙәрендә һүрәтләнгән тәбиғәт, утарҙар һәм станицалар һаҡланған.
Музей йыйлмаһында 70 000 артыҡ һаҡлау берәмеге иҫәпләнә, мемориал экспозициялар Ростов өлкәһенең Шолохов һәм Боков райондарында урынлашҡан, уларҙа бөтөнләйе менән[1] тиерлек ысын әйберҙәр һаҡлана.
Музей-ҡурсаулыҡтың һаҡ аҫтына алынған тәбиғәт ландшафты 38 236 гектар, шуның эсендә ландшафт-ҡурсаулыҡ зонаһы — 3 820 гектар ер биләй.
Музейҙың төп объекттары:
- М. А. Шолохов тыуған һәм 1910 йылға саҡлы ата-әсәһе менән йәшәгән Кружилинский утарындағы мемориал йорт;
- «Дон хикәйәләре» әҫәренең күпселеге яҙылған Каргинская станицаһында яҙыусының йорт-музейы;
- 30-сы йылдарҙа Вёшенская станицаһында яҙыусы йәшәгән һәм «Тымыҡ Дон» романының өсөнсө китабы һәм «Күтәрелгән сиҙәм» әҫәре яҙылған йорт; * М. А. Шолохов ғаиләһе менән 1949 йылдан 1984 йылға саҡлы йәшәгән һәм «Күтәрелгән сиҙәм» романының икенсе китабы, «Кеше яҙмышы» повесы һәм «Улар Тыуған ил өсөн һуғыштылар» романының главалары яҙылған мемориал усадьба.
1918 йылда буласаҡ яҙыусы уҡыған станица гимназияһы бинаһы, 2005 йылда уның 100 йыллыҡ юбилейына арналған «М. А. Шолохов. Ваҡыт һәм яҙмыш» тип аталған яңы әҙәби экспозиция асылды.
Музейҙа йыл һайын, май айы аҙағында, яҙыусы тыуған көндәрҙә, Бөтөн Рәсәй «Шолохов яҙы» тигән әҙәби-фольклор байрамы ойошторола. Был байрамға Рәсәйҙең төрлө региондарынан, яҡын һәм арғы сит илдәрҙән күп ҡунаҡтар килә[2].
Кружилинский мемориал-тарихи комплексы[3]
үҙгәртергә«Биҙгәләктәр оя ҡорған һәм араһында дудактар көтөүе менән йөрөгән, ат бауырына етерлек булып, шашып үҫкән ялан үләне. Ҡышҡы тынлыҡ осоронда урман йырындарында үрсегән бүреләр өйөрө менән дала буйлап темеҫкенеп йөрөй, һырынтыларҙа ҡуян ҡыуып һәм ҡар өйөмдәрендә йәшенгән ағуналарға һунар иткән төлкөләр туйып һикерә. Ә яҙ көнө былтырғы кипкән үлән аша ҡыйыу йәшел үлән ҡалҡа. Апрель аҙағында — май башында даланы зөбәржәт төҫөндәге балаҫҡа оҡшаған күгүлән ҡаплай, ә шул балаҫ өҫтөндә, күҙ күреме еткән арауыҡта, йәшлектең сағыу ҡыҙыл төҫө һәм ҡарттарҙың мамыҡ маңлай сәсе кеүек йомшаҡ өлтөктө хәтерләткән сал ҡылған тулҡына».
(«Буйное разнотравье по брюхо коню, где гнездились стрепеты и табунками бродили дудаки. Зимой, в глухую пору, по степи стаями шастали волки, наплодившиеся в буерачных лесах, жировали лисицы, гоняя зайцев по пороше и выискивая куропаток в снеговых намётах. А весной сквозь пожухлую траву-старицу дерзко пробивалась зелень. В конце апреля — начале мая она покрывала степь изумрудным ковром, а на ковре том, покуда глаз хватал, ярко-красный лазоревый цвет молодости и по-стариковски пушистые вихры седого ковыля».
Вёшенская — Миллерово автомобиль юлында, Вёшенская станицаһынан 29 км алыҫлыҡта, Н. В. Можаевтың «Тымыҡ Дон казактарына» һәйкәле тора. Уның янынан һулға боролоп, 7 км үткәс, Үрге Дондағы ябай утар, Кружилинский утарына барып етергә була. Әммә был төпкөл хәҙер бөтөн донъяға Михаил Александрович Шолоховтың тыуған иле булып танылған.
Шолохов автобиографияһында былай тип яҙған: «1905 йылда, 24 майҙа (Дон Ғәскәре өлкәһе) Донецк округы Вёшенская станицаһы Кружилинский утарында тыуғанмын»).
Был урындарҙа элек ҡурғандарҙа үҫкән бейек үләнле һәм ҡылғанлы, үҙәндәрен һәм йырындарын ҡалын ҡыуаҡ әрәмәлектәре ҡаплаған эшкәртелмәгән дала булған. Был иркенлектә, Дон Ғәскәре эйә булған ерҙәр ситендә, дон тоҡомло саптар ат өйөрҙәре утлап йөрөгән. Йылғасыҡ буйҙарындағы һыубаҫар туғайҙарҙа мөһабәт ағастар үҫкән, һәм улар эргәһендә матур болондар йәйрәгән.
«Яҡты донъяға тыуғаны бирле кескәй Миша икһеҙ-сикһеҙ дала киңлегенең мөғжизәле һауаһын һулаған, уны эҫе ҡояш бешергән, ҡыуан елдәр ҡалын саңлы болоттар ҡыуып килтергән һәм уның ирендәрен өткән … Ул үлән ҡаплаған урамдарҙа тиҫтер казак малайҙары менән уйнаған …» (А. Серафимович).
(Была раньше в этих местах неосвоенная степь с высокими травами и ковылем на курганах, с густыми зарослями кустарников по логам и балкам. Здесь на воле, на землях, принадлежавших Войску Донскому, на отводах паслись табуны донских скакунов. В поймах речек росли могучие деревья, а рядом были прекрасные луга.
«С самого рождения маленький Миша дышал чудесным степным воздухом над бескрайним степным простором, и жаркое солнце палило его, суховеи несли громады пыльных облаков и спекали ему губы… Он играл на заросших улицах с ровесниками-казачатами…» (А. Серафимович).
XX быуат башына Кружилинда 200-гә яҡын ихата булған. Утар үҙәге «станичка» тип йөрөтөлгән. Биләмәнең үҙәк майҙанында Георгий Победоносец сиркәүе тора, яҡында — магазиндар, сауҙагәр лавкалары, бай казактар ихаталары, сиркәү ҡарамағындағы башланғыс мәктәбе булған.
«Станичка»ға көньяҡтан буласаҡ яҙыусының атаһы Александр Михайлович Шолохов һатып алған усадьба терәлеп торған. Был өйҙә Миша Шолохов тыуған. Александр Михайлович сауҙагәр Парамоновта һатыусы (приказчик) булып эшләгән. Ул утарҙың мәғрифәтле, күренекле кешеһе булған. «Михалыч»ҡа яҡташтары кесе һәм ҙур хәстәрлектәре менән килгәндәр. Ул кәңәштәре менән ярҙам иткән, хаттар, юлламалар, ялыуҙар яҙышҡан. Казактар уны ябайлығы, аралашыусанлығы һәм аҡылы өсөн яратҡан. 1910 йылда, Шолоховтың Каргинға күсеүе сәбәпле, йортто һатҡандар.
Кружилин утарында Шолоховтың сабый күңелендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған бала сағының беренсе 5 йылы үткән. Был тәьҫораттар ваҡыт үтеү менән уның иҫ киткес әҫәрҙәре биттәрендә сағыу буяуҙар менән һүрәтләнгән.
Шолоховтар усадьбаһындағы емеш баҡсаһы, ихатаһы, лавкаһы, мунсаһы, амбары, ат һарайы тергеҙелгән һәм М. А. Шолохов Дәүләт музей-ҡурсаулығына ҡарай.
2006 йылдың майында Шолохов мемориал усадьбаһында XIX быуат аҙағы — XX быуат башындағы казак ихатаһы тип аталған яңы музей объекты асылған. Баз, һарайҙар, амбарҙар, мөгәрәп, поветкаһы булған ихатала боронғо казак утарының тарихи облигы фрагменттары тергеҙелгән.
Каргинский мемориал-тарихи комплексы
үҙгәртергәШолоховтар ғаиләһе Каргинға 1910 йылда күсеп килгән. Буласаҡ яҙыусының атаһы, Александр Михайлович Шолохов, сауҙагәр Озеровҡа, өлкән апаһының элекке иренә, хеҙмәт иткән. Был ваҡытта утарҙа Покров сиркәүе, сиркәү эргәһендәге башланғыс мәктәп, ирҙәр һәм ҡыҙҙар сиркәү яны училищеһы булған. 1911 йылда Миша мәктәпкә әҙерләнә башлаған. Уҡытыусы Т. Т. Мрыхин уға белем биргән. Ул бында мәктәптә уҡыған, эшләгән, төрлө өҙөклөктәр менән 1926 йылға саҡлы бында йәшәгән.
Каргинский мемориал-тарихи комплексы Ростов өлкәһенең Боков районы Каргинская станицаһында урынлашҡан. Каргинский мемориал-тарихи комплексы Федераль әһәмиәтле мәҙәни мираҫ объекттарына индерелгән. Комплекс составына:
- Яҙыусы Михаил Александрович Шолохов 1919—1926 йылдарҙа йәшәгән һәм эшләгән усадьба. Усадьба составында тораҡ йорт (ХХ быуат башы), мал һәм ҡош-ҡорт һарайы (ХХ быуат башы), поветка (ХХ быуат башы), мөгәрәп (ХХ быуат башы), йәйге мейес (ХХ быуат башы), торналы ҡойо (ХХ быуат башы), кәртәләү (XX быуат башы) индерелгән[4]. Усадьбала Михаил Шолохов ата-әсәһе менән йәшәгән, шунда уҡ ликбез мәктәбендә уҡытҡан, һуңынан — станица революцион комитетында (ревком) хеҙмәткәр, станица статистигы блып эшләгән. 1922 йылдан Шолохов Ростовта Донпродком курстарында уҡыған, Букановская станицаһында аҙыҡ-түлек инспекторы булып эшләгән.
Был йортта Михаил Шолохов «Дон хикәйәләре» һәм «Зәңгәрһыу дала» (1926) йыйынтыҡтарына берләштерелгән әҫәрҙәрен яҙған. Бында уға «Тымыҡ Дон» романын яҙыу уйы килә.
1926 йылда Шолоховтар был усадьбаны урындағы крәҫтиән М. Чукаринға һатып күсеп китәләр. 1945 йылдан ул А. Косых мөлкәте булған. 1972 йылда усадьба йортон Боков район башҡарма комитеты (райисполкомы) һатып алған. Шунда музей асылған. 1978 йылға саҡлы ихатаның бер өлөшө һаман да әле А. Косых мөлкәте булған.
РСФСР Совет Министрҙарының 1984 йылдың 11 июле «Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре М. А. Шолоховтың исемен мәңгеләштереү тураһында» тигән 306-сы Постановлениеһы нигеҙендә усадьба М. А. Шолохов Дәүләт музей-ҡурсаулығы составына индерелгән.
Усадьба йортоноң архитектураһы ХХ быуаттағы Үрге Дон ауылдарына хас. Өй эске яҡтан аралыҡ (сени), аш бүлмәһе, йоҡо һәм түрьяҡ бүлмәләренә бүленгән. 1924—1926 йй. Михаил Шолохов ҡатыны һәм ҡыҙы Светлана менән түрьяҡта йәшәгән. Хәҙерге ваҡытта өй эсендә яҙыусы йәшәгән егерменсе йылдар уртаһы йыһаздары тергеҙелгән[5].
- Сиркәү эргәһендәге училище. Бында 1912—1914 йылдарҙа Михаил Шолохов уҡыған[6]. Сиркәү эргәһендәге (приход) училищеһы бинаһы 1880-се йылдар аҙағында — 1890-се йылдар башында төҙөлгән. Бина проекты Хәрби биләмәләр (поселение) буйынса инженерҙар корпусының XVII округы идаралығында әҙерләнгән. 1920-се йылдарҙа мәктәптәр менән идара итеү Халыҡ мәғарифы бүлегенә тапшырылған. Мәктәп 1923 йылдан ете йыллыҡҡа әйләнгән.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында мәктәп бинаһында госпиталь, һуңынан тағы мәктәп булған. 1960-сы йылдарҙа бында урындағы уҡыусылар өсөн интернат эшләгән. 1988 йылдан мәктәп М. А. Шолохов Дәүләт музей-ҡурсаулығы балансына тапшырылған. Бында яҙыусының уҡыусы йылдарына бағышланған экспозиция, үҙ ваҡытында Шолохов ултырып уҡыған өс урынлы мемориал парта ҡуйылған.
Наградалары
үҙгәртергә- «Үҙгәреп торған донъяла үҙгәреп торған музей» конкурсы еңеүсеһе
Һылтанмалар
үҙгәртергәСайт Государственного музея-заповедника М.А. Шолохова . Архивировано 19 март 2012 года.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 [1] 2008 йыл 11 июнь архивланған. О государственном музее-заповеднике М. А. Шолохова на сайте музея
- ↑ [2] 2008 йыл 12 июнь архивланған. О литературно-фольклорном празднике «Шолоховская весна» на сайте музея
- ↑ [3] 2017 йыл 22 сентябрь архивланған.Государственный музей-заповедник М. А. Шолохова на официальном портале туризма Ростовской области
- ↑ Яҙыусы Михаил Шолохов 1919—1926 йылдарҙа йәшәгән һәм эшләгән усадьба 2016 йыл 28 декабрь архивланған.
- ↑ Каргинский мемориально-исторический комплекс
- ↑ М. А. Шолохов уҡыған сиркәү эргәһендәге мәктәп бинаһы 2016 йыл 29 декабрь архивланған.