Мөғлифә (бейеү)
Мөғлифә— шул уҡ исемле йыр көйөнә һалынған яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ башҡарыуындағы милли бейеү.
Мөғлифә | |
Нигеҙләү датаһы | 1939 |
---|---|
Ил | Баймаҡ районы |
Тарихы
үҙгәртергә«Мәғлифә» йырын беренсе тапҡыр композитор Солтан Гәбәши 1932—34 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында Һөйөмбикә Кулибаеванан яҙып алған һәм 1935 йылда «Башҡорт халыҡ йырҙары» тигән йыйынтыҡта баҫтырып сығарған. Йырҙың көйө лирик бейеүгә тап килә. Был бейеү һығылмалы хәрәкәттәре менән йомшаҡ аҙымдар, еңел әйләнеүҙәр һәм тыпырлауҙар менән башҡарыла.
Бейеү фольклор вариантында профессиональ сәхнәлә сәхнәлә тәүге тапҡыр ХХ быуаттың 40‑сы йылдары башында Бәҙәр Йосопова башҡарыуында күрһәтелә.
Фәйзи Ғәскәров 1939 йылда Хазина Мағазова өсөн шул уҡ исемле йөн иләгән ҡыҙ образында бейеү ижад итә.
1945 йылда хореограф Тамара Хоҙайбирҙина бейеүҙе классик хореография элементты менән үҙгәртә. Был бейеүҙе иң билдәле башҡарыусылары - Гәрәева Фая, Тамара Хоҙайбирҙина, Рәүилә Хажиева.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1‑се кит. Өфө, 1974.
- Нагаева Л. Н. Танцы восточных башкир. М., 1981.
- Мөғлифә (йыр) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.