Исҡужин Мөхәмәтғәле Ғәли улы

(Мөхәмәтғәле Исҡужин битенән йүнәлтелде)

Мөхәмәтғәле Ғәли улы Исҡужин (1927 йылдың 23 марты, Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы) Урта Мотал ауылы — 2000 йылдың 22 феврале, Өфө ҡалаһы) — педагог, башҡорт милли мәғарифы өлкәһендәге йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1995).

Биографияһы

үҙгәртергә

Мөхәмәтғәле Ғәли улы Исҡужин 1927 йылдың 23 мартында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы) Урта Мотал ауылында тыуа. 1954 йылда Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд ҡалаһы университетын тамамлай. 1960 йылдан алып Өфөләге 1-се Башҡорт республика мәктәп-интернаты уҡытыусыһы булып эшләй. 1961 йылдан «Кабель» конструкторҙар бюроһы инженер-конструкторы. 1968 йылдан — Башҡортостан техник мәғлүмәт үҙәге начальнигы. 1970 йылдан Өфө «Молния» агрегат конструкторҙар бюроһы инженеры. 1972—1988 йылдарҙа Өфөнөң 20-се башҡорт урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1988—1995 йылдарҙа «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәгенең милли мәғариф комиссияһында йәмәғәтселек башланғысында эшләй. 1995—2000 йылдарҙа «Аҡтамыр» халыҡ мәғарифына булышлыҡ итеү башҡарма үҙәген рәйес булараҡ етәкләй. 2000 йылдың 22 февралендә Өфөлә вафат була һәм мосолман зыяратында ерләнә.

Йәмәғәтселек эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Мөхәмәт Исҡужин башҡорт йәмәғәтселеге юллап астырған Өфөнөң 20-се урта мәктәбе ата-әсәләр комитетын етәкләй, физика предметын уҡыта. Үткән быуаттың 80-се йылдар аҙағы, 90-сы йылдарында «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәге ағзаһы, «Аҡтамыр» ижтимағи ойошмаһы етәксеһе булараҡ, башҡорт милли балалар баҡсалары, мәктәптәре астырыу буйынса ойоштороу эштәре менән йәмәғәтселек башланғысында шөғөлләнә. Уның һәм фекерҙәштәренең фиҙаҡәрлеге менән Өфөлә 136-сы башҡорт мәктәп-лицейы, 140-сы башҡорт гимназия-интернаты, Күмертауҙа 13-сө башҡорт мәктәбе, «Айгөл» балалар баҡсаһы, Салауат ҡалаһында 25-се башҡорт гимназияһы һәм «Йәншишмә» балалар баҡсаһы асыла. Ул шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһында милли мәғариф үҫеше концепцияһы» (1993) проекты авторҙарының береһе.

Публицистик эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Мөхәмәт Исҡужин башҡорт милли мәғарифын үҫтереү мәсьәләләре буйынса матбуғат биттәрендә үткер публицистик мәҡәләләр менән сығыш яһай. «Әсә телендә уҡытыу: бөгөн һәм иртәгә», «Туған телде өйрәтергәме, әллә туған телдә уҡытырғамы?», «Башҡортостан халыҡ мәғарифын үҫтереү буйынса тәҡдимдәр» һ.б. мәҡәләләрендә автор туған телде уҡытыу менән бергә туған телдә белем биреүҙең башҡорт милли яҙмышы өсөн ни тиклем мөһим булыуын асып һала. Уның публицистик әҫәрҙәре вафатынан һуң «Аҡтамыр» исемендә айырым китап булып донъя күрә.

Публицистик мәҡәләләре

үҙгәртергә
  • Исҡужин М. Ғ. Аҡтамыр. Өфө, 2007 й.;
  • Ата-әсәнән башлана.- «Совет Башҡортостаны», 1989 й., 13 апрель;
  • Сабый күңеле — аҡ ҡағыҙ. — «Совет Башҡортостаны», 1989 й., 22 август;
  • Башҡортостан халыҡ мәғарифын үҫтереү буйынса тәҡдимдәр. — «Йәшлек», 1993 й.. 13 май;
  • Балыҡ башынан серей, ә халыҡ? — «Йәшлек», 1993 й., 17 июль;
  • Әсә телендә уҡытыу: бөгөн һәм иртәгә. — «Йәшлек», 1994 й., 11 октябрь;
  • Тел һәм белем хаҡында. — «Башҡортостан», 1994 й., 9 ноябрь.
  • Туған телде өйрәтергәме, әллә туған телдә уҡытырғамы? — «Башҡортостан», 1996 й,. 14 март;
  • Телеңде бел! — «Йәшлек», 2000 й. 6 март.

Маҡтаулы исеме

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1995).

Исемен мәңгеләштереү

үҙгәртергә
  • Өфөнөң 136-сы башҡорт лицейына Мөхәмәт Исҡужин исеме бирелгән (2007);
  • Күмертау ҡалаһының 13-сө башҡорт башланғыс мәктәбенә Мөхәмәт Исҡужин исеме бирелгән (2000);
  • Күмертау ҡалаһы урамдарының береһе Мөхәмәт Исҡужин исемен йөрөтә (2008);
  • Көйөргәҙе районының Ялсыҡай ауылында бер урам Мөхәмәт Исҡужин исемен йөрөтә (2000);
  • Күмертау ҡалаһының 13-сө башҡорт башланғыс мәктәбендә Мөхәмәт Исҡужинға музей асылған (2006);
  • Өфөлә Мөхәмәт Исҡужин йәшәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған (2008);
  • Күмертау ҡалаһында Мөхәмәт Исҡужинға бюст ҡуйылған.

• Солтангәрәев Ә.М. Ялан Бөрйән "Даһи хәлфә" һе, "Юшатыр" гәзите, март 2017 й. http://yshatir.ru/yemgiet/4814-yalan-bryn-dai-hlfe.html(недоступная ссылка)

• Солтангәрәев Ә.М. "Көрәш", "Йәшлек" гәзите, 18 март 2017 й.;

• Халыҡ мәғрифәтсеһе Мөхәмәт Исҡужин. Өфө, 2013;

• Ханова З. Ҡ. Мәғрифәтсе. Өфө, 2006;

• Шәкүров Р. З. Юл ярып барыусы ине. — «Башҡортостан» гәзите, 2001 й., 24 февраль;

• Шәкүров Р. З. Яңы заман мәғрифәтсеһе. — «Башҡортостан» гәзите, 2014 й., 2 май.

• Ҡобағошов Ө. М. Аҡтамырын сәсте баҡсаға. — «Башҡортостан» гәзите, 2002 й.,2 март;

• Агишев И. М. Халҡым тиеп йәшәне. — «Йәшлек», 2002 й., 23 март.

Шаһманов Т. Ғ. Изге эштәрҙең башы. — «Юшатыр» гәзите, 2007 й., 24 май.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Халыҡ мәғрифәтсеһе Мөхәмәт Исҡужин. Өфө, 2013.