Мөхәмәтхәй (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Мөхәмәтхәй — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа осрай.
Этимологияһы
үҙгәртергәМөхәмәтхәй исеме башҡорт телендә маҡтауға лайыҡ тигән мәғәнәләрҙе аңлатҡан мосолман ир-ат исеме[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәӘхмәтов Мөхәмәтхәй Әхмәт улы (25 ғинуар 1942 йыл БАССР‑ҙың Ҡыйғы районы Алағуз ауылы. — 17.11.1995, Өфө), тел белгесе. Филология фәндәре кандиданты.доцент (1970). БДУ‑ны тамамлаған (1964). 1965—67 йылдарҙа Ҡыйғы районы Алағуз урта мәктәбенең уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире. 1970 йылдан алып БДУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре орхон‑йәнәсәй ҡомартҡылары телен башҡорт теле менән сағыштырып өйрәнеүгә, башҡорт һәм башҡа төрки телдәрҙең һүҙ төркөмдәре тарихын тикшереүгә арналған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Хафизов Мөхәмәтхәй Тимербай улы (1927—5.10.2012), хужалыҡ эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1983). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Мәләкәҫ ауылынан.
Мөхәмәтхәй Ғөзәйеров (?—1919) . Һөләймән ауылында (рус. Сулейманово) — Башҡортостандың Мәсетле районында .Башҡортостан автономияһының Ҡошсо кантоны башҡарма комитеты рәйесе (1918), волость судьяһы (1919).
Атаһы исеме
үҙгәртергәҒимранов Рәмил Мөхәмәтхәй улы-(Ғимрани) 1955 йылдың 31 мартында Өфө ҡалаһында тыуған. Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ғәли Ибраһимов исемендәге премия лауреаты, Ғафури районы Почетлы гражданы, композитор.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |