Әхмәтов Мөхәмәтхәй Әхмәт улы

Мөхәмәтхәй Әхмәт улы Әхмәтов (1942—1995) филология фәндәре кандидаты, доцент.

Әхмәтов Мөхәмәтхәй Әхмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1942
Тыуған урыны Ҡыйғы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре кандидаты[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Башҡортостандың, Ҡыйғы районы Алағуз ауылында урман эше хеҙмәткәре ғаиләһендә донъяға килә. Ауылында урта мәктәпте тамамлай, 1959 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт-рус бүлегенә уҡырға инә. 1964 йыл университетты уңышлы тамамлай һәм үҙҙөренең районына уҡытыусылыҡ эшенә ебәрелә. Ике йыл эшләгәс, ул армия сафына алына, унда бер йыл хеҙмәт иткәндән һуң, ҡайтып үҙ ауылында эшләй башлай.

1967 йыл Башҡорт дәүләт университетының башҡорт теле кафедраһына аспирантураға саҡырыла һәм боронғо төрки тамға яҙыуҙы өйрәнеү маҡсатында уҡырға Алма-Атаға, Ҡаҙагстан академияһының Тел ғилми-тикшеренеү институтына ебәрелә. 1970 йыл кандидатлыҡ дәрәжәһенә ваҡытынан алда диссертация яҡлап университетҡа ҡайта. Университеттың башҡорт теле кафедраһында 25 йыл буйына студенттарға тәрән йөкмәткеле лекциялар уҡый, уларҙың диплом эштәренә етәкселек итә.

М. Ә. Әхмәтов «Орхон-Йәнәсәй яҙма телендә ҡылым һәм башҡорт теленә мөнәсәбәте» исемле рус телендә монография сығарҙы. Ул Волга буйы һәм Урал регионында Орхон-Йәнәсәй тамға яҙыуы буйынса берҙән-бер уникаль белгес булды.

«Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия».