Викидатала элемент юҡ

Глафира Фәйершина 30.09.2021

Мөхәмәтйән Мөхәмәтйән - башҡорт ир-ат исеме == Этимология == <МӨХӘМӘТЙӘН [ғәр., фарс.] Мөхәмәт (маҡтаулы, данлыҡлы) + йән>

== Билдәле кешеләр == <Мөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улы (Александр Матвеевич Матросов; 5 февраль 1923 йыл — 27 февраль 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған ҡыҙылармеец, ВЛКСМ ағзаһы. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).Мөхәмәтйәнов Файыҡ Тимерйән улы (10 март 1921 йыл — 2 июнь 2009 йыл) — башҡорт шағиры, журналист. 1943 йылдан — КПСС, 1957 йылдан — СССР Журналистар союзы, 1982 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылдағы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980).Мөхәмәтйәнов Рәшит Абдулла улы (10 сентябрь 1940 йыл — 6 ғинуар 2019 йыл) — уҡытыусы, журналист, тыуған яҡты өйрәнеүсе[1]. 1-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты (1995).Хәйернас Мөҙәрис улы Мөхәмәтйәнов (1906 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, ҡыҙылармеец.Мөхәмәтйән Ишмөхәмәтов (1796—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.Мөхәмәтйәнов Самат Әбдрәхим улы (20 июнь 1949 йыл) — ғалим-педагог, философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1995), философия фәндәре докторы (2000), профессор (2002).Мөхәмәтйәнова Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы (1 декабрь 1950 йыл) — педагог, дәүләт хеҙмәткәре, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры (1998—2004). Рәсәй Федерацияһы Педагогия һәм социаль фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (), педагогия фәндәре кандидаты (). Башҡортостан Йәмәғәт палата­һы ағзаһы (2015). СССР-ҙың мәғариф отличнигы () , Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре ().[1] Ҡаҙаҡбаев Мөхәмәтйән Абдулла улы (22 декабрь 1924 йыл — 6 июнь 2017 йыл) — халыҡ йырсыһы, йыраусы, сәсән. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт традицион башҡарыу мәктәбенең сағыу вәкилдәренең береһе. Халыҡ-ара һәм төрлө республика конкурстары еңеүсеһе һәм лауреаты. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).>

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә