Мөхәммәт Юныс

(Мөхәммәт Йонос битенән йүнәлтелде)

Мөхәммәт Юныс (бенг. মুহাম্মদ ইউনুস; 28 июнь 1940 йыл) — Бангладеш банкиры, иҡтисад профессоры. Нобель тыныслыҡ премияһының 2006 йылғы лауреаты.

Мөхәммәт Юныс
бенг. মুহাম্মদ ইউনুস
Мөхәммәт Юныс Швейцарияның Давос ҡалаһында Бөтә донъя иҡтисади форумда, 31 ғинуар 2009
Мөхәммәт Юныс Швейцарияның Давос ҡалаһында Бөтә донъя иҡтисади форумда, 31 ғинуар 2009
Тыуған көнө

28 июнь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (84 йәш)

Тыуған урыны

Батуа ауылы[1], Бенгал, Британия Һиндостаны (хәҙерге Бангладеш)

Ил

Бангладеш

Ғилми даирәһе

иҡтисад

Альма-матер

Дакка университеты, Вандербильт университеты

Ниндәй өлкәлә танылған

Grameen Bank һәм Юныс үҙәгенең нигеҙләүсеһе

Награда һәм премиялары
Президент Азатлыҡ миҙалы
Президент Азатлыҡ миҙалы
Бөтә донъя аҙыҡ-түлек премияһы (1994)
Нобель премияһы Нобель тыныслыҡ премияһы (2006)
Автограф

Логотип Викицитатника Викиөҙөмтәлә цитаталар

Биографияһы

үҙгәртергә

Мөхәммәт Юныс 1940 йылдың 28 июнендә Британия Һиндостаны Бенгал (хәҙерге Бангладештың) Читтагонг ҡалаһы янындағы Батуа ауылында тыуған.

1960 йылда Бангладеш республикаһының иң боронғо юғары уҡыу йортон — Дакка университетын бакалавр, 1961 йылда — магистр булып тамамлай. Белемен артабан АҠШ-та дауам итер өсөн 1965 йылда Фулбрайт программаһының лауреаты була һәм уның стипендияһын алыуға өлгәшә, ә 1971 йылда Вандербильт университетын (АҠШ) иҡтисад докторы дәрәжәһе менән тамамлай.

1970 йылдан алып 1972 йылға тиклем Теннеси штаты университетында (АҠШ) иҡтисад профессоры вазифаһында уҡыта. Һуңынан Бангладештың Читтагонг университетында иҡтисад фәндәренән уҡыта. 1976 йылда университет ҡарамағындағы үҫеш проекты етәксеһе итеп тәғәйенләнә.

 
Бангладештың баш ҡалаһы Даккала Grameen Bank үҙәк офисы

1976 йылда Мөхәммәт Юныс тыуған төбәге — Бангладешҡа ҡайта. Илдең ярлы ауылдарының береһенә барғанда унда йәшәүселәрең фәҡирлектән сыға алмауҙарын күреп, бының сәбәптәрен асыҡлай: крәҫтиәндәр урындағы ростовщиктарҙан бик ҙур процентҡа һәм бигерәк тә ҡыҫҡа ваҡытҡа кредит алалалар икән. Һөҙөмтәлә улар үҙҙәре етештергәнде баҙарҙа һатып, аҡса эшләп өлгөрә алмай. Шуға ла, бурыстарын түләү өсөн, тауарҙарын бик осһоҙ хаҡҡа кредиторҙарына һатырға мәжбүр була. Мөхәммәт Юныс ярлы крәҫтиәндәрҙең бурысын ҡаплай һәм үҙе уларға бәләкәй сумма менән бик аҙ процентҡа, бер ниндәй залогһыҙ һәм яуаплылыҡты өҫтөнә алыусыларһыҙ кредит бирә башлай. Ул берҙән-бер шарт ҡуя: кредит алыусылар, ҡағиҙә булараҡ, ғаилә бизнесын киңәйтергә йәки асырға тейеш. Был осорҙа күптәре доктор Мөхәммәт Юныстың был ҡылған эшен мәрхмәтле сәйерлек тип иҫәпләй. Ләкин тиҙҙән шуныһы асыҡлана: ҡайтарылмаған кредиттың кимәле 3 проценттан кәм килеп сыға[2]. Шулай итеп, Мөхәммәт Юныс микрокредит концепцияһын төҙөй һәм Grameen Bank асып 1983 йылда уның генераль директоры итеп һайлана.

1996 йылда Бангладеш Хөкүмәтенең кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнә. Иҡтисади һәм социаль үҫеште түбәнге яҡтан ойоштороу буйынса тырышлығы өсөн Нобель тыныслыҡ премияһының 2006 йылғы лауреаты була.

1967 йылда үҙе һымаҡ Вандербильт университетында белем алған рус эмигранттарының ҡыҙы Вера Форостенко менән никахлаша. 1979 йылда уларҙың Моника исемле ҡыҙҙары тыуа, хәҙерге ваҡытта ул АҠШ-та опера йырсыһы. Тиҙҙән был никах тарҡала һәм Юныстың ҡатыны ҡыҙы менән бергә АҠШ-ҡа күсеп китәләр. Һуңыраҡ Мөхәммәт Юныс йәнә өйләнә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә