Мөхтәр Сәғитов музейы
Мөхтәр Сәғитов музейы— Башҡорт халыҡ ижады белгесе, ғалим фольклорсы, филология фәндәре кандидаты, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Мөхтәр Мофаззал улы Сәғитовтың музейы Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында урынлашҡан.
Тарихы һәм һүрәтләү
үҙгәртергәМузей Мөхтәр Сәғитовтың тыуған ауылында асыла һәм уның тормошо һәм эшмәкәрлегенә арнала. 1993 йылда Мөхтәр Сәғитовтың 60-йәшлек юбилейы хөрмәтенә ғилми-ғәмәли конференция үткәрелә. Конференцияла бөйөк ғалимдың исемен мәңгеләштереү буйынса Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы алдында Мөхтәр Сәғитов музейын асыу тәҡдим ителә[1]. 1995 йылдың 16 ғинуарында Милли музей филиалы булараҡ ойошторола, 2002 йылда алып Милли әҙәби музей филиалы, 2006 йылда хәҙерге статусын ала[2].
Музейҙа бер экспозиция залы бар. Ғалимдың бөтә тормошо һәм ижади эшмәкәрлеге ун стенд-планшетта хронология тәртибендә сағылған. 11 быуынына тиклем шәжәрәһе, мөйөш витринала шәхси әйберҙәре, ҡулъяҙмалары, мәҡәләләре, диссертация эшенең планы; ул ҡатнашҡан фольклор экспедициялары, халыҡ‑ара конференциялар, симпозиумдар, фәнни форумдар материалдары бар. Бигерәк тә муляждар – ташҡа оҡшаған ҙур киҫәктәрҙә донъяның тиҫтәләгән теленә ғалим тәржемә иткән «Урал батыр», «Аҡбузат» эпостарына иллюстрациялар менән күренештәр иғтибарҙы йәлеп итә. Шулай уҡ этнография әйберҙәре һәм боронғо китаптар бар[3].
Музейҙың адресы: 453580, Республика Башкортостан Республикаһы, Бөрйән районы, Иҫке Собханғол ауылы, Ленин урамы
Эш ваҡыты: Дүшәмбе-йома, сәғәт 9.00 сәғәт 17.00 тиклем