Мөлөков Рөстәм Миңлерәүеф улы
Мөлөков Рөстәм Миңлерәүеф улы (16 июль 1971 йыл) — Башҡортостан Республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленың 1997—2016 йылдарҙағы балет артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008).
Мөлөков Рөстәм Миңлерәүеф улы | |
Тыуған ваҡыты: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
БАССР, Өфө ҡалаһы |
Һөнәре: |
актёр |
Гражданлығы: | |
Әүҙем йылдары: |
1992—2016 |
Театр: |
Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле |
Наградалары: |
Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008) |
Биографияһы
үҙгәртергәМөлөков Рөстәм Миңлерәүеф улы 1971 йылдың 16 июлендә Өфөлә тыуған.
Рөстәм Мөлөков Өфө ҡалаһында 88-се һанлы урта мәктәпте тамамлағас, ике йыл Ленин исемендәге Өфө приборҙар эшләү заводында слесарь-аппаратура йыйыусы булып эшләй.
Рөстәм Миңлерәүеф улы 1992—1994 йылдарҙа «Мираҫ» фольклор ансамблендә балет артисы булып эшләй. Һуңынан өс йыл Яңы-Өфө нефть эшкәртеү заводының АЙ «Чара» фирмаһы именлек хеҙмәтендә, «Страж» һаҡлау предприятиеһендә эшләй.
1997 йылдан алып Рөстәм Миңлерәүеф улы Башҡортостан Республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артисы булып эшләй. Рөстәм Мөлөков характерлы бейеүс; башҡарыу оҫталығы юғары техника һәм тәьҫирлелек менән айырылып тора. Репертуарында «Бөркөтостан», «Гаучо», «Гөлнәзирә», «Дуҫлыҡ», «Еҙ үксә», «Ете ырыу», «Зарифа», «Төньяҡ амурҙары», «Һунарсы» һәм башҡа бейеүҙәр.
1999 йылда улы Дамир тыуа.
Мөлөков Рөстәм Миңлерәүеф улы 2016 йылда пенсияға сыға, параллель рәүештә ансамблдә репетитор булып эшләй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2001)