Мәғәнәһеҙ хәл (хикәйә)

Мәғәнәһеҙ хәл  — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. Хикәйә 1886 йылда яҙылған , шул уҡ 1886 йылдың 20 сентябрендә «Новое время» гәзитенең 3793-сө һанында «Субботники» бүлегендә Ан.Чехов ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. .

Мәғәнәһеҙ хәл
Нигеҙләү датаһы 1886
Атамаһы Пустой случай
Сәнғәт формаһы хикәйә
Автор Чехов Антон Павлович
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 20 сентябрь (2 октябрь) 1886
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

Баҫмалар

үҙгәртергә

А. П. Чеховтың «Мәғәнәһеҙ хәл» хикәйәһе 1886 йылда яҙылған , шул уҡ 1886 йылдың 20 сентябрендә «Новое время» гәзитенең 3793-сө һанында «Субботники» бүлегендә Ан.Чехов ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. 1887 йылда «В сумерках» йыйынтығына А. Ф. Маркс тарафынан индерелә.

Чехов тере саҡта хикәйә венгр һәм серб-хорват телдәренә тәржемәләнә.

Тәнҡит хикәйәне баһалай. К. К. Арсеньев «Мәғәнәһеҙ хәл» хикәйәһе тураһында былай тип яҙа: «Һунар мажаралары артында ныҡ ҡабарынҡы итеп ярлылыҡҡа төшкән кенәз менән уға бер ниндәй өмөтһөҙ ғашиҡ ҡатындың фигуралары күрһәтелгән»[1].

Тәнҡитсе А. Ф. Бычков «Мәғәнәһеҙ хәл» хикәйәһен Чеховтың «уңышһыҙыраҡ» килеп сыҡҡан әҫәрҙәре иҫәбенә индерә. Ул хикәйәне ныҡ «оҙонайтып һуҙылған» тип атай.

А. А. Александров Чехов әҫәре тураһында :«Мәғәнәһеҙ хәлдә» ул өйәҙҙә барыһы ла «һиңмай ғәли йәнәптәре» тип аталып йөрөтөлгән, «ғүмерендә бары бер тапҡыр ғына алдашып, үҙ кеҫәһенә саф миллионды һалырға» теләгән «ярлыланған кенәздә» күңел шул тиклем яратҡан урыҫ һыҙаттарын шул тиклем һоҡланғыс итеп күрһәтә алған»,- тип яҙа.

А. С. Глинка Чеховтың был хикәйәһен «ысынбарлыҡтың нисек итеп кеше бәхетенән көлгәнен һүрәтләүсе» әҫәрҙәр иҫәбенә индерә [2].

Персонаждар

үҙгәртергә
  • Һөйләүсе.
  • Сергей Иваныч, оҙон буйлы, ҡара мыйыҡлы, ҡаранан килешле, буйҙаҡ кенәз.
  • Надежда Львовна Кандурина, урман хужаһы.
  • Гронтовский, Кандуринаның баш конторсыһы.

Хикәйә беренсе заттан алып барыла. Йәйҙең бер көнөндә һөйләүсе таныш кенәзе менән Шабельский ҡарағай урманына сел атырға бара. Урманда улар бәшмәк йыйған конторсы Гронтовскийҙы осрата. Конторсы уларҙы был урманда һунар итергә ярамай тип киҫәтә. Урман хужаһы Надежда Львовна урманда һунар итеүҙе тыя, ә Гронтовскийҙың бурысы - бары тик һунарсыларҙы киҫәтеү генә.

Һунарсылар урман хужабикәһен күреп, унан һунар итергә рөхсәт алырға була. Хужабикәнең заманында һөйләүсе менән һунарға сыҡҡан Сергей Ивановичҡа ныҡ ғашиҡ булыуы тураһында имеш-мимеш хәбәрҙәр йөрөй. Был хәбәрҙәргә ҡарағанда, кенәз уның тойғоларына яуап бирмәй, сөнки Надежда төҫкә бик йәмһеҙ була; икенсе хәбәрҙәргә ҡарағанда, Надежданың атаһы кенәзгә ҡыҙына өйләнергә тәҡдим итә, ә кенәз, уны титулы менән бергә һатып алырға итәләр тип, Надежданың атаһы менән тиргәшә. Бынан һуң Надежда Львовна бай булмаған Кандуринға кейәүгә сыға.

Надежда Львовна менән осрашҡас, һөйләүсе ысынлап та ҡатындың йәмһеҙлеген күрә. Һунарсылар хужабикәгә үҙҙәренең үтенесен әйтә. Хужабикәғә һунарға рөхсәт биреү-бирмәү бик ныҡ оҡшай, ләкин ул һунарға килеүселәргә ҡәтғи рәүештә рөхсәт бирмәй — «йә барыһына ла, йә берәүгә лә түгел»- ти. Һөйләүсе уға үҙе менән бергә кенәздең килеүен әйтә. Был хәбәрҙән Надежда Львовна Кандурина тертләп ҡуя һәм әҙерәк уйланып тора. Һуңынан ул, килгәндәргә һунар итеүҙе рөхсәт итеү дөрөҫ булмаясаҡ, ти. Кенәз тураһындағы һүҙ ҙә уны йомшартмай. Надежда Львовна һаубуллаша ла, сығып китә.

Уның өйөнән сығып барған саҡта, хеҙмәтсе ҡатын һунарсыларға хужабикә биргән хат киҫәген бирә. Ҡағыҙҙа: «Ҡулдарында был ҡағыҙ булған кешеләргә һунар итергә рөхсәт бирелә. Н. К.»- тип яҙылған була.

  • Чехов А. П. Пустой случай // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Вестник Европы», 1887, № 12, стр. 770
  2. Волжский. Очерки о Чехове. СПб., 1903, стр. 62)