Мәғлүмәт системаһы

мәғлүмәт һаҡлау, эҙләү һәм эшкәртеү өсөн тәғәйенләнгән система һәм мәғлүмәтте тәьмин итеү һәм таратыу өсөн кәрәкле ойоштороу ресурстары

Мәғлүмәт системаһы (МС) — мәғлүмәтте һаҡлау, эҙләү һәм эшкәртеү өсөн тәғәйенләнгән система һәм мәғлүмәт тәьмин итеү һәм таратыу өсөн кәрәкле ойоштороу   ресурстары (кеше, техник, финанс һ.б.) (ISO/IEC 2382:2015)[2].

Мәғлүмәт системаһы
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы SI[1]
ACM коды (2012) 10002951
 Мәғлүмәт системаһы Викимилектә

Кәрәкле мәғлүмәткә мохтаж кешеләрҙе ваҡытында тәьмин итеү[3], йәғни билдәле бер  өлкәлә   билдәле бер мәғлүмәткә ихтыяждарҙы  ҡәнәғәтләндереү өсөн тәғәйенләнгән, шул уҡ ваҡытта мәғлүмәт системаларының эш итеү һөҙөмтәһе булып  мәғлүмәт продукцияһы — документтар, мәғлүмәт массивтары, бирелмәләр базалары һәм мәғлүмәт хеҙмәттәре — тора [4].

Мәғлүмәт системаһы  төшөнсәһе 

үҙгәртергә

Мәғлүмәт системаһы төшөнсәһен, контексҡа ҡарап, төрлөсә аңлаталар.  

Мәғлүмәт системаһының киң  төшөнсәһе шунан ғибәрәт: бирелмәләр, техник һәм программа тәьминәте, шулай уҡ персонал һәм ойоштороу саралары уның айырылмаҫ компоненттары булып тора. Рәсәй Федерацияһының «Мәғлүмәт, мәғлүмәт технологиялары һәм мәғлүмәтте һаҡлау тураһында»ғы федераль законы ла «мәғлүмәт системаһы» төшөнсәһен киң[5] итеп аңлата, ул  мәғлүмәт системаһына бирелмәләр базаларындағы мәғлүмәттәр йыйылмаһын һәм уларҙы эшкәртеүҙе тәьмин иткән  мәғлүмәт технологиялары менән техник сараларҙы ла индерә[6].

Информатика өлкәһендәге Рәсәй ғалимдары араһында мәғлүмәт системаһына иң киң билдәләмәне  М. Р. Когаловский бирә. Уның фекеренсә, мәғлүмәт системаһы төшөнсәһенә, бирелмәләр,  программалар, аппарат тәьминәте һәм кеше  ресурстарынан тыш,  аралашыу ҡоролмаларын,  лингвистик сараларҙы һәм мәғлүмәт ресурстарын да индерергә кәрәк,  бөтәһе бергә улар «ҡулланыусыларҙың мәғлүмәт ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн реаль донъяның бер ни тиклем өлөшөнөң  динамикалы мәғлүмәт моделен булдырған» системаны хасил итә[7][8]:59.

Мәғлүмәт системаһын тарыраҡ аңлау уны бирелмәләр, программалар һәм аппарат тәьминәте менән сикләй. Был компоненттарҙың ҡушылып эш итеүе  мәғлүмәткә идара итеүҙа һәм ҡулланыусыларҙың мәғлүмәт  алыуға, үҙгәртеүгә һәм һаҡлауға йүнәлтелгән эшмәкәрлеген автоматлаштырыу мөмкинлеген бирә[9]. Мәҫәлән, Рәсәйҙәге   РВ 51987 ГОСТ-ы стандарты мәғлүмәт системаһы төшөнсәһе аҫтында «эшкәртеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән мәғлүмәтте артабан файҙаланыу өсөн тәҡдим итеүсе автоматлаштырылған система» аңлана.  Р 53622-2009 ГОСТ-ы ниндәй ҙә булһа бурыстарҙы хәл итеү өсөн хисаплау сараларында бер бөтөн булараҡ эш итеүсе бирелмәләр (йәки бирелмәләр базаһы), бирелмәләр базаһына идара итеү системалары һәм ҡулланма программалар йыйылмаһын  мәғлүмәт-хисаплау системаһы тигән термин менән билдәләй[10].

Ойошма эшмәкәрлегендә  мәғлүмәт системаһы ойошманың эш стратегияһын тормошҡа ашырыусы программа тәьминәте тип ҡарала. Ойошманың бөтә хеҙмәткәрҙәренең, хеҙмәттәренең һәм тармаҡтарының мәғлүмәткә ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүсе берҙәм корпоратив мәғлүмәт системаһын булдырыу һәм йәйелдереү   маҡсаты ҡуйыла.  Ләкин ғәмәлдә был тиклем ҙур күләмле мәғлүмәт  системаһын төҙөү бик ауыр, хатта мөмкин түгел, шунлыҡтан предприятиела ғәҙәттә төркөмдәргә берләштерелгән бурыстарҙы  хәл итеүсе бер нисә  система эшләй:  производствоға идара итеү, финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеге, электрон документтар әйләнеше һ.б. Бурыстарҙың бер өлөшө бер нисә мәғлүмәт  системаһында сиселә, ә бер өлөш бөтөнләй автоматлаштырылмай. Бындай ситуация  «ҡораманан торған автоматлаштырыу» тип атала һәм   күп предприятиеларға хас[11].

Мәғлүмәт системаларын классификациялау  

үҙгәртергә

Архитектура буйынса классификация

үҙгәртергә

Бүленеүсәнлек кимәле буйынса:

  • өҫтәл (desktop), йәки локаль  МС-тары, уларҙың бөтә компоненттары (бирелмәләр базаһы, бирелмәләр базаларына идара итеү системалары, клиент ҡушымталары) бер компьютерҙа;
  • бүленгән (distributed) МС-тар, уларҙың  компоненттары бер нисә компьютерҙа.

Бүленгән мәғлүмәт системалары үҙ сиратында  түбәндәгеләрҙән тора: 

  • файл-сервер  МС-тары («файл-сервер» архитектуралы МС-тар);
  • клиент-сервер МС-тары («клиент-сервер» архитектуралы МС-тар).

Файл-сервер мәғлүмәт системаларында  бирелмәләр базаһы — файлдар серверында,  ә бирелмәләр базаһына идара итеү системаһы һәм клиент ҡушымталары эшсе станцияларҙа урынлаша.

Клиент-сервер мәғлүмәт системаларында бирелмәләр базаһы менән  бирелмәләр базаһына идара итеү системаһы — серверҙа, ә клиент ҡушымталары эшсе станцияларҙа була.

Клиент-сервер МС-тары үҙ сиратында  ике звенолы  һәм  күп звенолыға  бүленә.

Ике звенолы  (ингл. two-tier) МС-тарҙа  бирелмәләр базаһы серверы менән  клиент ҡушымталары (ингл. front-end) ҡуйылған эшсе станциялар ғына була. Клиент  ҡушымталары бирелмәләр базаһына идара итеү системаһына туранан-тура  тоташа.

Күп звенолы  (ингл. multi-tier) МС-тарҙа   аралыҡ «звенолары» —  ҡушымталар серверҙары (ингл. application servers) —  өҫтәлә.  Ҡулланыусы клиент ҡушымталары бирелмәләр базаһына идара итеү системаларына туранан-тура ҡушыла алмай, ә арауыҡ звенолар  аша эш итә.   

Автоматлаштырыу дәрәжәһе буйынса классификация

үҙгәртергә

Автоматлаштырылыу дәрәжәһе буйынса МС-тар түбәндәгесә бүленә:

  • автоматлаштырылған: автоматлашыуы тулы булмаған  (йәғни  персоналдың даими ҡыҫылыуы талап ителгән) мәғлүмәт системалары;
  • автоматик: тулыһынса автоматлаштырылған, йәғни персоналдың ҡыҫылыуы кәрәкмәгән йә унда-бында ғына кәрәк булған мәғлүмәт системалары.

«Ҡул менән эшләтелгән МС-тар» («компьютерһыҙ») булмай, сөнки, билдәләмәләрҙең шарттарына ярашлы, МС-тарҙың составында аппарат-программа саралары мотлаҡ   булырға тейеш. Тимәк, «автомалаштырылған мәғлүмәт системаһы», «компьютер мәғлүмәт системаһы» йәки «мәғлүмәт системаһы» тигән төшөнсәләр синоним булып тора[7].

Бирелмәләрҙе эшкәртеү ысулы буйынса классификация 

үҙгәртергә

Бирелмәләрҙе эшкәртеү ысулы йәһәтенән МС-тар түбәндәгесә бүленә:

  • мәғлүмәт-белешмә, йәки мәғлүмәт эҙләгес  МС-тары, уларҙа бирелмәләрҙе эшкәртеүҙә ҡатмарлы алгоритмдар юҡ,  системаның маҡсаты — кәрәкле мәғлүмәтте уңайлы итеп эҙләшеү һәм табып биреү;
  • бирелмәләрҙе эшкәртеү МС-тары, йәки хәл итеүсе МС-тар, уларҙа бирелмәләр   ҡатмарлы алгоритмдар буйынса эшкәртелә.  Бындай  системаларға бөтәһенән элек автоматлаштырылған идара итеү системалары һәм  ҡарарҙар ҡабул итеүгә булышыусы системалар   инә.

Ҡулланыу өлкәһе буйынса классификация 

үҙгәртергә

Мәғлүмәт системалары аныҡ предметлы өлкәлә мәғлүмәткә талаптарҙы ҡәнәғәтләндереү өсөн барлыҡҡа килтерелгәнлектән,  һәр предметлы өлкәгә (ҡулланыу өлкәһенә) МС-тың тәғәйен төрө булдырыла. Ул төрҙәр бик күп, миҫалға  бер нисәһен килтереү етә:

  • Иҡтисади мәғлүмәт   системаһы —  предприятиела идара итеү функцияһын башҡарыуға тәғәйенләнгән мәғлүмәт системаһы.
  • Медицина мәғлүмәт системаһы —  дауалау йә  дауалау-профилактика учреждениеһында ҡулланыла  торған мәғлүмәт системаһы.
  • География мәғлүмәт  системаһы —  арауыҡ  координацияһы бирелмәләрен (арауыҡ бирелмәләрен) йыйыу, һаҡлау, эшкәртеү, ҡарау, сағылдырыу һәм таратыуҙы тәьмин иткән мәғлүмәт системаһы.

Бурыстар даирәһе буйынса классификация

үҙгәртергә
  • Персональ  МС бер кешенең ниндәйҙер бер бурыстар даирәһен хәл итеүгә тәғәйенләнә.
  • Төркөм  МС-ы мәғлүмәтте эш төркөмө йә подразделение ағзаларының күмәкләп ҡулланыуына хеҙмәт итә.   
  • Корпоратив МС-ы тотош предприятиеның (ойошманың) бизнес-процестарын йә уларҙың ҙур ғына  өлөшөн автоматлаштыра:73, уларҙың мәғлүмәти көйлөлөгөн,  теүәллеген һәм үтә күренеүсәнлеген тәьмин итә. 

Хеҙмәт баҙарында ихтыяж

үҙгәртергә

РФ Хеҙмәт министрлығы тикшеренеүҙәренә ярашлы,   2015 йылға   IT-тармаҡтарға ҡараған һөнәрҙәр (бирелмәләр базаһы администраторы, программалаусы,  web- һәм  мультимедиа ҡушымталарын эшләүсе, селтәр һәм  система администраторы, мәғлүмәт ресурстары буйынса белгес, мәғлүмәт системалары буйынса белгес,  телекоммуникацияларҙы хеҙмәтләндереү буйынса белгес, мәғлүмәтте һаҡлау буйынса техник) Рәсәйҙә иң ныҡ талап ителгән 50 һөнәр араһына инә. Исемлек төҙөүселәр 1620 һөнәрҙе тикшерә, 13,3 меңдән ашыу ойошмала һорашыу үткәрә[12].

CNNMoney/PayScale.com һөнәрҙәр рейтингына ярашлы, АҠШ-та IT-тармаҡҡа ҡараған һөнәрҙәр күп йылдар инде иң алдынғы унау эсенә инә[13].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://dicosigles.fr/
  2. ISO/IEC 2382:2015 Information technology — Vocabulary:
  3. William S. Davis, David C. Yen, 1998: «Information system is a set of hardware, software, data, human, and procedural components intended to provide the right data and information to the right person at the right time.»
  4. ГОСТ 7.0-99. Система стандартов по информации, библиотечному и издательскому делу. Информационно-библиотечная деятельность. Библиография. Термины и определения
  5. Поскольку понятие информационных технологий само по себе может рассматриваться достаточно широко.
  6. Федеральный закон Российской Федерации от 27 июля 2006 г. № 149-ФЗ. Об информации, информационных технологиях и о защите информации
  7. 7,0 7,1 Когаловский М. Р., 2003
  8. Когаловский М. Р. и др. Глоссарий по информационному обществу 2020 йыл 31 март архивланған. / Под общ. ред. Ю. Е. Хохлова. — М.: Институт развития информационного общества, 2009. — 160 с.
  9. Ю. А. Маглинец. Анализ требований к автоматизированным информационным системам. — Бином, 2008. ISBN 978-5-94774-865-9
  10. ГОСТ Р 53622-2009. Информационные технологии. Информационно-вычислительные системы. Стадии и этапы жизненного цикла, виды и комплектность документов
  11. Н. Лисин. Лоскутная автоматизация, или как управлять «зоопарком» программ //BYTE Россия, 2009
  12. Топ-список 50 наиболее перспективных и востребованных профессий среднего образования в РФ по версии МинТруда 2017 йыл 30 май архивланған.
  13. 100 Best Jobs in America. CNNMoney/PayScale.com’s top 100 careers with big growth, great pay and satisfying work
  • William S. Davis, David C. Yen. The Information System Consultant's Handbook. Systems Analysis and Design. — CRC Press, 1998. — 800 с. — ISBN 0849370019.
  • Когаловский М. Р. Перспективные технологии информационных систем. — М.: ДМК Пресс; Компания АйТи, 2003. — 288 с. — ISBN 5-94074-200-9.
  • Когаловский М. Р. Энциклопедия технологий баз данных. — М.: Финансы и статистика, 2002. — 800 с. — ISBN 5-279-02276-4.
  • Фаулер М. Архитектура корпоративных программных приложений.: Пер. с англ. — М.: Издательский дом «Вильямс», 2006. — 544 с. ISBN 5-8459-0579-6
  • Антамошин А.Н., Близнова О.В., Бобов А.В., Большаков А.А., Лобанов В.В., Кузнецова И.Н. Интеллектуальные системы управления организационно-техническими системами. — М.: Горячая линия - Телеком, 2006. — 160 с. — 500 экз. — ISBN 5-93517-289-5.
  • Бодров О.А., Медведев Р.Е. Предметно-ориентированные экономические информационные системы. — М.: Горячая линия - Телеком, 2013. — 244 с. — 500 экз. — ISBN 978-5-9912-0263-3.
  • Бородакий Ю. В., Лободинский Ю. Г. Эволюция информационных систем (современное состояние и перспективы). — М.: Горячая линия - Телеком, 2011. — 368 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-9912-0199-5.
  • Васильев Р.Б., Калянов Г.Н., Лёвочкина Г.А. Управление развитием информационных систем. — М.: Горячая линия - Телеком, 2009. — 368 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-9912-0065-3.
  • Данилин А., Слюсаренко А. Архитектура и стратегия. «Инь» и «Янь» информационных технологий предприятия. — М.: Интернет-университет информационных технологий, 2005. — 504 с. — ISBN 5-9556-0045-0.

Һылтанмалар

үҙгәртергә