Мәшәҡәт (хикәйә)
Мәшәҡәт — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1885 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1885 йылдың 27 апрелендә «Осколки» журналының 17 һанында А.Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.
Мәшәҡәт | |
Нигеҙләү датаһы | 1885 |
---|---|
Атамаһы | Канитель |
Сәнғәт формаһы | хикәйә |
Автор | Чехов Антон Павлович |
Әҫәрҙең теле | урыҫ теле |
Нәшер ителеү ваҡыты | 27 апрель (9 май) 1885 |
Баҫылған | Пёстрые рассказы[d][1] һәм Осколки[d] |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] һәм 🅮[d] |
Баҫмалар
үҙгәртергәА. П. Чеховтың «Мәшәҡәт» хикәйәһе 1885 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1885 йылдың 27 апрелендә «Осколки» журналының 17 һанында А.Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. 1886 йылда хикәйә «Пестрые рассказы» йыйынтығында баҫыла, артабан А. Ф. Маркс нәшер иткән яҙысының әҫәрҙәр йыйылмаһына индерелә.
Тарих
үҙгәртергәХикәйәлә яҙыусының Во имя Святого Митрофания сиркәүендә хорҙа йырлаған осоро тураһында яҙылған. Уның ағаһы Ал. П. Чехов: «Антон Павлович, сиркәү клиросында тороп, ҡатындарға ҡағыҙҙа һәм просфорала „һауҙар өсөн“ һәм „мәрхүмдәр өсөн“ проскомидияларын яҙа, һәм ошо саҡта яҙған исемдәр уға „Мәшәҡәт“ хикәйәһен яҙырға ярҙам итә…», — тип хәтерләй[2].
Тәнҡит
үҙгәртергәЛ. Н. Толстой «Мәшәҡәт» хикәйәһен Чеховтың иң һәйбәт хикәйәләренең береһе тип атай.
Тәнҡитсе А. Басаргин 1900 йылда яҙыусының әҫәрҙәрен нәшер итеүсе А. Ф. Маркс баҫмаһындағы икенсе томына яҙған рецензияһында «үпкәләтмәҫлек юмор» һәм «һау һәм шат күңеллелек стихиялы» әҫәр тип хикәйәгә үҙ баһаһын бирә[3].
Цензор С. А. Верещагин хикәйәне халыҡ китапханаларына ҡуйыуҙы урынлы тип тапмай, 1904 йылда Матбуғат буйынса баш идаралыҡҡа был турала рапорт яҙа: «Хикәйәне баҫтырырға ярамай, сөнки унда сиркәү тәртиптәре, православие йолаларына хөрмәт менән ҡарау юҡ, был турала мин Һеҙ ғәли йәнәптәренә еткерәм. Драматик әҫәрҙәр буйынса цензор Верещагин. 13 февраль, 1904 йыл».
Персонаждар
үҙгәртергә- Отлукавин, дьяк.
- Әбей, сиркәүгә мәхәлләнән йөрөүсе.
Сюжет
үҙгәртергәХикәйәләге ваҡиға сиркәүҙә бара. Өлкән рухани өйҙә булмағанлыҡтан, сиркәүҙә ғибәҙәт ҡылыу эшен дьяк Отлукавин алып бара. Дьяк клироста тора һәм «һауҙар өсөн», «мәрхүмдәр өсөн» һүҙҙәрен уның алдында торған әбей һорауы буйынса яҙа. Әбей ғибәҙәт ҡылдырыу өсөн Хоҙай ҡолдарының исемдәрен бик шәп әйтә, шунлыҡтан дьяк, өлгөрә алмайынса, яҙыуын бутай һәм әбей ҙә үлгәндәре менән тере Хоҙай ҡолдарының исемдәрен бутай башлай. Улар бәхәсләшеп китә һәм дьяк: «Ярар, мин уларҙы көтөүе менән бергә яҙам да ҡуям, ә һин уларҙың исемлеген дьяконға алып бар. Дьякон үҙе ҡараһын, кемеһе бында — тере, кемеһе — мәрхүм: ул семинарияларҙа уҡыған, ғилемле кеше, ә мин был эштә үлтерһәң дә бер нимә лә белмәйем», — ти.
Әбей дьяк менән ризалаша, аҡсаһын түләй ҙә миһрабтағы дьякон яғына йүнәлә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Чехов А. П. Канитель// Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- А. П. Чехов. Канитель 2017 йыл 6 май архивланған.. Оригинальный русский текст.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://dlib.rsl.ru/viewer/01003619449#?page=75
- ↑ «Чехов в воспоминаниях современников», ГИХЛ, 1952, стр. 38
- ↑ «Московские ведомости», 1900, № 270, 30 сентября, стр. 3