Мәхтүмкули һәйкәле

Мәхтүмкули һәйкәле

Мәхтүмкули һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 2009
Кем хөрмәтенә аталған Мәхтүмҡолой Фираги
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Әстрәхән
Карта

Мәхтүмкули Фраджи (урыҫса, Памятник Махтумкули Фраги) һәйкәле Рәсәйҙең Әстерхан ҡалаһында ҡуйылған. Һәйкәл төркмән шағиры, аҡыл эйәһе, фәйләсүф Мәхтүмкули Фраджи (1733—1783) хөрмәтенә ҡуйылған. Һәйкәл Әстерхан ҡалаһының Ленин районында, Әстерхан дәүләт университеты ҡаршыһындағы Студенттар паркында 2009 йылда ҡуйылған.

Мәхтүмкулиға һәйкәл Әстерхан губернаторы Александр Жилкин тәҡдиме менән ҡалала урынлаштырылған[1 ]. Һәйкәлдең авторы — билдәле төркмән скульпторы Сарагт Бабаев. Һәйкәлде ул Әстерхан ҡалаһына бүләккә эшләгән[3 ] . Һәйкәл 2009 йылдың 15 майында Әстерханға Төркмәнстан мәҙәниәт делегацияһы Gulmirat Miradovi һәм ҡалалағы төркмән общинаһы вәкилдәре алдында ҡуйыла[5] .

Мәхтүмкули Фраги — XVIII быуаттың төркмән шағиры, аҡыл эйәһе, фәйләсүфе һәм төркмән эҙәбиәте классигы[6]. Мәхтүмкулиҙың томошо тураһындағы мәғлүмәт бик аҙ. Берҙән-бер сығанаҡ булып халыҡ йолалары һәм шиғырҙары тора[7] . Мәхтүмкулиҙы Төркмәнстанда, Рәсәйҙә Пушкинды хөрмәтләгән кеүек, оло хөрмәтләйҙәр. Бына шуға ла инде Әстерхандағы төркмән йәмәғәтселеге үҙ ҡалаларында Мәхтүмкулиға һәйкәл ҡуя[6] .

Был һәйкәл Рәсәйҙә ихтирамға лайыҡ шағир Мәхтүмкулиға ҡуйылған икенсе һәйкәл. Беренсе һәйкәл 2008 йылда Рәсәй Федерацияһының Ставрополь крайы Благодарненский районы Эдельба төркмән ауылында ҡуйылған[5]

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Мәхтүмкули һәйкәле сүлле Әстерханда ҡуйыла. Әстерханда төркмән әҙәбиәтенең классигы Мәхтүмкули Фраги һәйкәле бар. Әстерханда төркмән шағиры Мәхтүмкулиға 15 майҙа һәйкәл асасаҡтар. «Мәхтүмкули һәйкәле (Әстерхан)» Мәхтүмкули (1983). Ереван. «Советский писатель»: 3-4 биттәрҙә