Мәскәү планетарийы

1929

Иҫтәлекле урын
Московский планетарий
Мәскәү планетарийы
Төп бина 2016 йылдың ғинуарында
Төп бина 2016 йылдың ғинуарында
Ил Рәсәй флагы Россия
Ҡала Мәскәү Мәскәү
Координаталар 55/45/41/N/37/35/1/E
Төҙөүсе инженер Зунблат Георгий Александрович
Архитектор Михаил Осипович Барщ и Михаил Синявский
Нигеҙләнгән 1929 йыл
Төҙөлөшө 19271929 йылдар
Статус
Объект культурного наследия народов РФ төбәк әһәмиәтендәгеРәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты төбәк әһәмиәтендәге
рег. № 771310006700005 (ЕГРОКН)
объект № 7710730003 (БД Викигида)
Сайт Рәсми сайт
Наградалар:

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Мәскәү планетарийы — махсуслаштырылған ғилми-ағартыу учреждениеһы[1] астрономияны популярлаштырыу өсөн Мәскәү ҡалаһында төҙөлгән. открытие которого состоялось 5 ноября 1929 года[2]. Мәскәү планетарийы Рәсәй территорияһында беренсе һәм донъял планетарийҙары араһында ун өсөнсө планетарий була. Бина 1927—1929 йылдарҙа архитекторҙар Барщ Михаил Осипович һәм Барщ, Михаил Осипович Синявский һәм инженер Зунблат Георгий Александрович проекты буйынса төҙөлгән.

Асылған осоронда Мәскәү планетарийы илдә тәүге, ә донъяла һәм Европала 13-сө була.

Мәскәү планетарийы эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше булып тәбиғәт фәндәр тураһындағы белемде популярлаштырыу тора.

Мәскәү планетарийында обсерватория урынлашҡан, унан төрлө йыһан объекттарын күҙәтергә мөмкин.

 
Рязанов Давид Борисович

Мәскәүҙә планетарий төҙөү идеяһы СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарамағындағы Мәскәү ҡалаһындағы К. Маркс Һәм Ф. Энгельс марксизм-ленинизм институты директоры Давид Борисович Рязановҡа һәм РСФСР Халыҡ Мәғарифы Комиссариатының Баш фән идаралығына килә. Уның инициативаһы буйынса Мәскәү Советының (1927 йылда һайланған) яңы составы президиумы Мәскәүҙә яңы типтағы планетарий ғилми-ағартыу учреждениеһын булдырырға ҡарар итә. Бының өсөн кәрәкле ҡорамалдар («Планетарий» проекция аппараты) ул ваҡытта донъяның иң яңы уйлап табыуы була һәм тәүге тапҡыр 1923 йылдың октябрендә күрһәтелә[3]. Мәскәү советы планетарий төҙөүгә 250 мең һум аҡса бүлә[4].

Бынан һуң Рязанов Германияға китә һәм (1924 йылда үҙенең планетарийын төҙөгән) Carl Zeiss компанияһы менән планетарий өсөн ҡорамалдар эшләү тураһында һөйләшеүҙәр алып бара[5]). Ә Мәскәүҙә ике йәш архитектор М. Барщ һәм М. Синявский планетарий проектын әҙерләүгә тотона. Проектлау ваҡытында (1927-1929) архитекторҙар йомортҡаның тәбиғи формаһын геометрик-тектоник планда ҡуллана. Конструктивизм теоретигы Алексей Михайлович Ган планетарийҙы «оптик фәнни театр» тип атай[6]. Авторҙар 27 метр диаметрлы көмбәҙ менән ҡапланған 1400 урынлыҡ зал планлаштыра. Көмбәҙ аҫтында шулай уҡ касса һәм гардероб бүлмәләре урынлашҡан. Бинаның конструктивистик күләменең геометриялылығы көмбәҙ ситенә сығарылған элементтар (винтлы баҫҡыс, инеү урыны) аша билдәләнә. Биналағы баҫҡыстар инеүсе тамашасылар ағымының залдан сығыусылар ағымы менән киҫешмәһен өсөн эшләнгән. Проект буйынса планетарийҙың төп бинаһы янында шулай уҡ астрономия музейы һәм административ-хужалыҡ корпустарын төҙөү планлаштырыла[4]. Планетарий көҙгө көн менән төндөң тиңләшеүе көнөндә, 1928 йылдың 23 сентябрендә, төҙөлә башлай[3].

 
Планетарий 1930-сы йылдарҙа.

Планетарий 1929 йылдың 5 ноябрендә тантаналы асыла. Маяковский Владимир Владимирович шул уҡ йылда планетарий тураһында шиғыр яҙа[3]. Элгәрге ун ике планетарийҙың уны Германияла, береһе Италияла һәм береһе Австрияла төҙөлгән булғанлыҡтан, Мәскәү планетарийы донъяла 13-сө планетарий була.

Мәскәүҙә планетарий асыу клубтарҙа астрономик белемде пропагандалауға ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтә. 1934 йылдан планетарий эргәһендә уҡыусылар өсөн астрономия түңәрәге эшләй башлай. 1936-1937 йылдарҙа планетарийҙа реактив хәрәкәт теорияһы буйынса дәрестәр үткәрелә, лекорҙарҙың береһе В. П. Глушко була[7]:60. 1947 йылда Планетарий эргәһендә СССР-ҙа тәүге[3] астрономик майҙансыҡ асыла, ул хәҙер «Күк Паркы» тип атала[8].

Летом 1994 йылдың йәйендә Мәскәү планетарийы халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеүҙе туҡтата[4]. За несколько месяцев до его закрытия, 1 марта 1994 йылдың 1 мартында Мәскәү планетарийында Рәсәй планетарийҙары ассоциацияһы ойошторола.

Хосусилаштырыу (1994)

үҙгәртергә

1994 йылда эшҡыуар һәм шоумен Игорь Микитасов Мәскәү планетарийы базаһында «фәнни-күңел асыу үҙәге» булдырырға ҡарар итә һәм был тәҡдим менән планетарий директорына мөрәжәғәт итә. Шул уҡ йылда, инвесторҙар йәлеп итеү һәм һалынған аҡсаға гарантиялар тәьмин итеү маҡсатында, планетарий директоры башланғысы менән, устав капиталына планетарийҙың төп бинаһы индерелгән «Мәскәү планетарийы» Ябыҡ типтағы акционер йәмғиәте (АОЗТ) ойошторола. Ябыҡ типтағы акционер йәмғиәтен (АОЗТ) ойоштороусыларының 30 %-ын планетарий коллективы, 20 %-н — «Знание» йәмғиәтенең Мәскәү ҡала ойошмаһы һәм 50 %-н — Микитасов фирмаһы, «Компания Твинз» («Twins») шоу-бизнес өлкәһендә махсуслашҡан Ябыҡ типтағы акционер йәмғиәте (АОЗТ) тәшкил итә.[9][10]

Асылда, «Компания Твинз» планетарий хужаһы була. Шул уҡ 1994 йылда планетарий бинаһы авария хәлендә тип таныла һәм планетарий реконструкцияға ябыла[4].

Яңыртыу проектын эшләү (1997—2000)

үҙгәртергә

1997 йылда Александр Викторович Анисимов етәкселегендәге «Моспроект-4» Мәскәү ғилми-тикшеренеү институты Федераль дәүләт унитар предприятиеһының ижади оҫтаханаһы яңыртып ҡороу (реконструкция) проектын әҙерләүгә тотона. Уны раҫлау һәм әҙерлек эштәренә өс йылға яҡын кәрәк була: яңы планетарий төҙөү урынына иҫке планетарийҙы яңынан ҡороу өҫтөнлөктәрен дәлилләү өсөн күп көс талап ителә. Мәскәү планетарийының тарихы һәм бындай биналарҙы проектлау буйынса донъя тәжрибәһе өйрәнелә, сит ил технологиялары, хәҙерге планетарий типологияһы һәм сит илдәрҙә уның архитектура ҡиәфәтен өйрәнеү тураһында дүрт фәнни хеҙмәт яҙыла. Архитекторҙар төрлө илдәрҙә: Германияла, Испанияла, Францияла, Англияла, Американың Көнбайыш һәм Көнсығыш яр буйҙарында һ. б. күп һанлы планетарийҙарҙа була[11] Проект авторҙарына 1960 йылдарҙан Баҡса ҡулсаһындағы ете ҡатлы бина, зоопарктың хужалыҡ ҡаралтылары һәм ҙур ағастар менән ябылған ҡала панорамаһына Планетарий силуэтын ҡайтарыу мөһим булып күренә. Ошо маҡсатта бинаны 6,5 метрға күтәрергә һәм уның аҫтында яңы дүрт ҡатлы күләм төҙөргә ҡарар ителә[4].

Архитектор Александр Анисимов эшләгән Мәскәү планетарийын яңынан ҡороу проекты 2000 йылда Рәсәй Архитекторҙар союзының I дәрәжә премияһына һәм дипломына лайыҡ була. Был, архитектура ҡомартҡыһын һаҡлап ҡалып, бинаның дөйөм майҙанын 6 тапҡырға арттырырға һәм унда музей, күргәҙмә залы, ғилми бүлек, кафе, ер аҫты туҡталҡаһы һәм техник биналар комплексын урынлаштырырға мөмкинлек бирә.

Реконструкция

үҙгәртергә
 
Яңынан төҙөгәндән һуң Мәскәү панетарийына инеү урыны

Реконструкция 2002 йылда ғына башлана. 2003 йылдың ғинуарында төп инеү урыны алдындағы планеталарҙың статуя-аллегорияларын реставрациялауға алалар. 2003 йылда обсерваторияның иҫке бинаһы һүтелә[12]. Уның урынына ике, ҙур һәм бәләкәй, обсерватория төҙөү планлаштырыла. Ҡала властары планетарийҙы уның 75 йыллығына асырға вәғәҙә итә. Әммә уны 2004 йылдың ноябрендә төҙөлөп ятҡан бинала планетарийға бәйле кешеләрҙең тар даирәһе генә билдәләй[13]. Был ваҡытҡа планетарий бинаһы реконструкция проектына ярашлы 6 метрға күтәрелә, XX быуаттың икенсе яртыһындағы төкәтмәләре өлөшләтә алып ташлана, обсерваторияларҙың ике яңы башняһы төҙөлә; музей майҙаны 3 меңдән 17 мең м²-ға тиклем арта[14]. Һаҡланған тарихи инеү урынына музейға инеү уңайлығын тәьмин итерлек пандус төкәтмәһе төҙөлә. Реконструкция һөҙөмтәһендә иҫке бина яңы архитектура комплексының бер өлөшө булып китә, һәм тәүге конструктивистик күләмдең ысынлығы (аутентичность) юғала. [4]

Экспозицияһы

үҙгәртергә
 
«Күк йөҙө паркы»

Планетарий бинаһы бер нисә кимәлде үҙ эсенә ала. Иң түбән, ер аҫты, кимәлендә миниатюрала йондоҙло күк йөҙөн балаларға күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән бәләкәй йондоҙ залы, 4D-кинотеатр, астрономия һәм физика буйынса экспозициялары булған «Лунариум» интерактив музейы урынлашҡан. Юғарыраҡ, беренсе кимәлдә, шулай уҡ «Лунариум» музейы экспозицияһы — йыһанды танып-белеү, аңлау тарихына арналған зал, шулай уҡ килеүселәр Мәскәү планетарийы тарихы менән танышырлыҡ Урания музейы залдары урынлашҡан.

Икенсе кимәлдә — Мәскәүҙәге иң ҙур, диаметры 300 мм тәшкил иткән телескобы булған, киң йәмәғәтселеккә асыҡ ҙур[15] һәм бәләкәй (телескоп диаметры 400 мм) обсерваториялары[16], асыҡ һауала эшләгән астрономик приборҙар коллекцияһы менән «Күк паркы» астрономия майҙансығы, метеориттар коллекцияһы һәм планетарийҙың тарихи цейс ҡорамаллы Урания музейы залы. Һуңғы, өсөнсө кимәлдә, тап көмбәҙ аҫтында — проекторы 9 меңдән ашыу күк есемдәрен һәм уларҙың ваҡыт үтеү менән күк йөҙөндә хәрәкәтен күрергә мөмкинлек биргән Ҙур йондоҙ залы бар.[14][17]

Әлеге ваҡытта, шишәмбе көнөнән тыш, планетарий көн һайын, сәғәт 10-дан 21-гә тиклем, килеүселәр өсөн асыҡ.[18]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Московский планетарий
  2. Московского планетария(недоступная ссылка)
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 К. Порцевский Наш звездный дом (рус.) // Наука и жизнь. — 1987. — № 10. — С. 33—38.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Ильичева А. Функция осталась, памятник — нет // Московское наследие : журнал. — М.: Департамент культурного наследия города Москвы, 2011. — № 17. — С. 2—5. Архивировано из первоисточника 6 май 2018.
  5. Планетарий // БСЭ. Т. 45. М.: БСЭ, 1940. Стлб. 548.
  6. А. В. Иконников — «Архитектура Москвы, XX век», Московский рабочий, 1984.
  7. Порцевский К.А. Московскому планетарию—50 лет // Земля и Вселенная. — 1979. — № 6. — С. 58—64.
  8. Парк неба и обсерватория. Дата обращения: 22 сентябрь 2011. Архивировано из оригинала 23 сентябрь 2011 года.
  9. Планетарий на грани веков 2021 йыл 16 апрель архивланған., Владимир Георгиевич Сурдин, кандидат физико-математических наук, старший научный сотрудник Государственного астрономического института им. П. К. Штернберга. «ПРИРОДА» № 12, 2000 г.
  10. Проблемы известного шоумена и его друзей. Жизнь Игоря Микитасова. Издание второе, исправленное и дополненное, газета «Коммерсантъ», № 30 (988) от 24.02.1996
  11. Современные технологии в реставрации. Реконструкция купола Московского планетария
  12. Звезды зажгутся снова 2007 йыл 20 август архивланған., журнал «Наука и жизнь», № 3, 2003 год
  13. репортаж: 75 лет Московскому Планетарию, 22 ноября 2004 г.
  14. 14,0 14,1 Знаменитый планетарий в Москве (инфографика). РИА Новости (12 июнь 2011). Дата обращения: 7 июль 2011. Архивировано 22 февраль 2012 года.
  15. В ГАИШ МГУ установлен телескоп АЗТ-2 с диаметром 700 мм, однако он используется для научных наблюдений.
  16. Смотри на небо 2021 йыл 10 май архивланған., «Российская газета» — Центральный выпуск № 5137 (58) от 22 марта 2010 г.
  17. Состав экспозиции на официальном сайте планетария. официальный сайт московского планетария (12 июнь 2011). Дата обращения: 7 июль 2011. Архивировано 22 февраль 2012 года.
  18. Информация о часах работы планетария. официальный сайт московского планетария. Дата обращения: 5 октябрь 2014. Архивировано 22 февраль 2012 года.

|2}}

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Планетарии