Мәскәү дәүләт университетының иҫке бинаһы (Моховая урамы)


Мәскәү университетының Моховая урамындағы биналары комплексы үҙ эсенә XVIII—ХХ быуат башындағы бер нисә бинаны алып тора.

Мәскәү дәүләт университетының иҫке бинаһы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Арбат[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Список объектов культурного наследия России в полукольце центральных площадей Центрального округа г. Москвы[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Указания, как добраться Моховая улица, 9, 11
Карта
 Мәскәү дәүләт университетының иҫке бинаһы (Моховая урамы) Викимилектә

24 ғинуар (4 февраль1755 йылда императрица Елизавета Петровна «Мәскәү университетын һәм ике гимназия булдырыу тураһындағы» Указға ҡул ҡуйған[2]. Быға тиклем университет Ҡыҙыл майҙандағы Воскресенсий ҡапҡаһы янындағы Земство бойороғо бинаһында уҡытҡан. Әммә 1757 йылда университетҡа бүлмәләр етмәй башлай, һәм бер нисә сиркәү һәм университет Моховая һәм Тверь урамдарында бер нисә шәхси һәм сиркәү биләмәләрен һатып ала. Элегерәк был территорияны 7 усадьба һәм 2 зыярат биләгән була.

1785 йыл был биләмәләрҙе императрица Екатерина II үҙ аҡсаһына һатып ала һәм төҙөлөш өсөн 125 мең һум аҡса бирә. Төҙөлөштө архитектор Ф. М. Казаковҡа йөкмәтәләр, уны проекты буйынса Мәскәү университетының төп корпусы төҙөлә 23 августа, 1786 йылда, бина төҙөлә башлаған. 23 августа, 1793 йылда, бина тантаналы асыла.

1812 йылда Мәскәүҙә янғын ваҡытында бина тулыһынса тиерлек янып бөтә. Бөтә ағас таяуҙары юҡҡа сыға. Эксклюзив материалдар һаҡланған китапхана, музей коллекциялары, архив юҡҡа сыға. 1819 йылға тиклем Жилярди иҫке биналарҙы тергеҙеү өҫтөндә әүҙем эшләй, һәм һөҙөмтәлә, уның тергеҙә[3][4].

Оло Никитский урамы ҡаршыһында 1832 йылда архитектор Д. Тюрин университеттың яңы бинаһын үҙгәртеп төҙөй (Аудитория корпусы). Унда төп лекция курстары күсерелә. ХХ быуат башында был корпус архитектор М. К. Быковский тарафынан үҙгәртеп, киңәйтеп төҙөлә һәм ул Татьяна сиркәүенә терәлеп торған бина менән үткәүел аша тоташа. 1876 йылда бина алдында М. В. Ломоносовтың бронза бюсы ҡуйыла. Аудитория корпусынан һул яҡта К. М. Быковский университет китапханаһы өсөн ҙур бина төҙөй.

1917 йылдағы революциянан һуң Изге мученица Татиана сиркәүе студенттар клубына әйләндерелә.1941-1945 йылдарҙа, һуғыш сәбәптәре буйынса, Аудитория корпусы бомбаларҙан ҙур зыян күрә. Шул уҡ ваҡытта Михаил Ломоносов бюсы ла зыян күрә. 1957 йылда Михаил Ломоносовҡа яңы һәйкәл ҡуйылған. Уның янында уҡыусылар, уҡытыусылар һәм университетты тамамлаусыларҙың осрашыуҙары үткәрелә[3].

XXI быуат башында бында Мәскәү университеты тарихы музейы[5], ректор И. Г. Петровскийҙың мемориаль кабинет-китапханаһы, йыйылыштар университеты китапханаһына университет китапханаһының уникаль китаптар йыйылмаһы, Антропология музейы коллекциялары тора, шулай уҡ Африка һәм Азия илдәре институты урынлашҡан[4].

Корпустары

үҙгәртергә

Корпус Казаков корпусы

үҙгәртергә

Аудитория корпусы

үҙгәртергә

Изге Татиана ҡорамы

үҙгәртергә

XVIII быуат аҙағында Пашковтар усадьбаһына Никитский урамы һыҙатындағы ярым түңәрәк формаһында колонналар торған корпус инә. Ул манеж өсөн төҙөлгән була. 1805—1808 йылдарҙа янған Петр театры манежда үҙ спектаклдәрен күрһәтә. 1837 йылда Мәскәү митрополиты Филарет бында Мәскәү университетының сиркәүен изгеләндерә.

Фәнни китапханаһы

үҙгәртергә
 
МДУ-НЫҢ Ғилми үҙәге китапханаһы бинаһы

Мәскәү дәүләт университетының ғилми китапханаһы корпусын архитектор Быковский 1897—1901 йылдарҙа торлаҡ йорттар һәм ярҙамсы учреждениелар торған элекке кибеттәр корпусы урынында төҙөй. Бина Моховая урамынан шау-шыу ишетелеп тормаһын өсөн урамдағы ҡыҙыл линиянан эскәрәк индереп төҙөлә. Бинаның түңәрәкләнеп торған мөйөшө сиркәү флигеле формаһына яраҡлашып тора.

Бина башта уҡ китаптар һаҡлау талаптарына яуап биргән. Түңәрәк уҡыу залы Британия музейы йоғонтоһо аҫтында проектланған. Ваҡыт үтеү менән китап фонды һаҡлағысы тиҙ артыусы китаптарҙы инде һыйҙыра алмай. 2006 йылда китапхана Воробьевы тауындағы яңы бинаға күсерелә.

Психология факультеты

үҙгәртергә

Ректор йорто

үҙгәртергә

МДу нәшриәте

үҙгәртергә

Уҡыу типографияһы

үҙгәртергә

Зоология музейы

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Императорский Московский университет
  • Ансамбль Казанского университета

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
  2. Указ Императрицы Елизаветы Объ учрежденiи Московскаго Университета и двухъ Гимназiй.24 ғинуар (4 февраль1755 года
  3. 3,0 3,1 Мду ның Моховое. 23 май 2015 тикшерелгән.
  4. 4,0 4,1 Университеттың төп корпусында. 23 май 2015 тикшерелгән.
  5. Мәскәү дәүләт университеты фундаменталь китапханаһында даими музей экспозицияһы 2005 тарихы мәскәү дәүләт университеты бинаһына күсерелә

Өҙөмтә хатаһы: төркөмөндәге <Иҫкәрмәләрҙә> "mgu" исеме менән билдәләнгән <ref> тамғаның эстәлеге юҡ.
Өҙөмтә хатаһы: төркөмөндәге <Иҫкәрмәләрҙә> "korpus" исеме менән билдәләнгән <ref> тамғаның эстәлеге юҡ.

  • Романюк С. К. Сердце Москвы. От Кремля до Белого города. — М.: ЗАО Издательство Центрполиграф, 2013. — 909 с.
  • М. Т. Белявский, В. В. Сорокин. Наш первый Наш московский Наш Российский (Памятные места старого здания Московского университета). — М.: Издательство Московского университета, 1970. — 160 с. — 10 000 экз.

Һылтанмалар

үҙгәртергә