Мәскәү археология институты

Мәскәү археология институты — Мәскәүҙә 1907 йылдан эшләп килгән юғары уҡыу йорто. XX быуаттың 20-се йылдарында Мәскәү дәүләт университеты составына инә.

Мәскәү археология институты
Нигеҙләү датаһы 31 август (13 сентябрь) 1907
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1920
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Московского археологического института[d]

Тарихы үҙгәртергә

Мәскәү археология институты 1907 йылдың 31 авгусында (13 сентябрь) ойошторола. Фәнни-тикшеренеүҙән тыш, ул археологтар һәм архивистар әҙерләү маҡсатын ҡуя. Тәүҙә институтҡа Раштыуа бульварында Маттерн йортондағы Лазарев институты бинаһында урын тәҡдим ителһә лә, ул Медведников гимназияһында урынлаша[1].

Мәскәүҙә Рәсәйҙәге икенсе археологик институт асылыуы тураһында тәүге фекерҙе Санкт-Петербург археология институтын ойоштороусы һәм уның беренсе директоры Н. В. Калачов күтәреп сыға. Проекттың инициаторы һәм тормошҡа ашырыусыһы Халыҡ мәғарифының элекке министры генерал-лейтенант В. Г. Глазов (һуңынан уҡыу йортоноң почетлы попечителе була) һәм Харьков университетының приват-доценты А. И. Успенский була[2], һуңынан ул институты директоры вазифаһын башҡара. 1911 йылда Успенский менән А. К. фон Мекк Мәскәү археология институтының тыңлаусыларға яҙам итеү йәмғиәтен ойоштора. Йәмғиәттең почетлы ағзаһы булып У. Г. Иваск тора[3].

1915 йылда институт Миусс майҙанына күсә.

Үҫешеү менән Рәсәйҙең Европа өлөшөндә бер нисә филиал асыла, уларҙың күпселеге һуңынан ошо ҡалаларҙа ойошторолған вуздар составына инә. Филиалдар түбәндәге ҡалаларҙа ойошторола:

Институтта белем алыу ваҡыты — өс йыл була, ике бүлектә — археология һәм археография (археография Мәскәү археология йәмғиәтенең өлгөһө буйынса бүленә, унда был ваҡытта айырым археография комиссияһы ойошторола). Тыңлаусылар итеп юғары белеме булған йәки юғары уҡыу йорттарының береһендә уҡыусылар ҡабул ителә; башҡалар ирекле тыңлаусылар статусына һәм курстан-курсҡа күсеү һәм сығарылыш имтихандарын пшырыу хоҡуғына эйә була. Институт шәхси булараҡ ойошторола, ул ҡаҙна аҡсаһына тотолмай һәм лекция тыңлаусыларҙың иғәнәһе («бер ниндәй пособие һәм түләүҙән азат итеүҙәрһеҙ» 80 һум) һәм шәхси ярҙам иҫәбенә тотола.

Өсөнсө курста студенттар профессорҙар етәкселегендә диссертация яҙа һәм уны йыл һуңында яҡлай. Бары тик шунан һуң ғына институты Советы уларға «ғалим археолог» һәм «ғалим архивист» дәрәжәһен бирә һәм институттың мөхбир ағзаһылығына алына. Өс тулы курс тамамлаған студенттарға ағза-хеҙмәткәр исеме бирелә. Шул уҡ ваҡытта айырым осраҡтарҙа ирекле тыңлаусыларға шулай уҡ магистр диссертацияларын яҡлау һәм ғилми дәрәжә алыу мөмкинлеге бирелә; 1911—1915 йылдарҙа 180 магистрант диссертация яҡлай.

Түбәндәге предметтар уҡытыла:

  1. тәүтормош археология,
  2. көнкүреш археологияһы,
  3. христиан археологияһы,
  4. археологик асыштар тарихы,
  5. грек архитектураһы һәм антик декорация тарихы,
  6. Яңырыу дәүеренең итальян сәнғәте тарихы,
  7. рус сәнғәте тарихы,
  8. рус архитектураһы тарихы,
  9. славян-рус палеографияһы,
  10. боронғо ҡулъяҙмаларҙы уҡыу,
  11. грек палеографияһы,
  12. эпиграфика,
  13. юридик боронғолоҡ,
  14. учреждениелар тарихы,
  15. тарихи география,
  16. архивты өйрәнеү,
  17. дипломатика,
  18. геральдика,
  19. нумизматика,
  20. сфрагистика,
  21. метрология һәм хронология,
  22. генеалогия,
  23. этнография,
  24. геология,
  25. сәнғәттәрҙең дөйөм тарихы,
  26. рус әҙәбиәте тарихы,
  27. рус теле тарихы,
  28. музейҙы өйрәнеү,
  29. китапханаларҙы өйрәнеү.

Һуңғы биш дисциплина элегерәк асылған Петербург археологмя институтта уҡытылмаған була. Бынан тыш, Мәскәү археология институты советы 1912 йылдың 26 ғинуарында институтта Мысырҙы өйрәнеү кафедраһын асырға ҡарар итә һәм уның етәксеһе итеп "Мюнхен университеты докторы ҡалим археолог В. В. Баллада"ны саҡыра.

Асылған мәлендә (1907), Мәскәү археология институты китапханаһында 5522 том китап иҫәпләнә, иҫке ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар тупланмалары һаҡлана. Ете йыл үткәс, 1914 йылда китапханала 16 мең том; институт ҡарамағындағы музейҙа биш мең экспонат була. Бынан тыш, Мәскәү археология институтының китапханалары һәм музейҙары эшләй.

Билдәле тамамлаусылар үҙгәртергә

1910
  • Боднарский Богдан Степанович
  • Маркс Никандр Александрович
  • Рыков Павел Сергеевич
  • Стеллецкий Игнатий Яковлевич (ғалим археолог)
1911
  • Смирнов Михаил Иванович (тарихсы, Түбәнге Новгород фидиалы; алтын миҙал)
1912
  • Остроумов Александр Ильич (ғалим-археолог)
1913
  • Ашукин Николай Сергеевич (ирекле тыңлаусы)
  • Бобров Сергей Павлович (ирекле тыңлаусы)
  • Иодковский Юзеф
1914
  • Вагин Григорий Николаевич
  • Воробьёв Владимир Николаевич
  • Дурылин, Сергей Николаевич
  • Клетнова Екатерина Николаевна (ғалим-археолог; алтын миҙал)
1915
  • Бирюков Владимир Павлович (ғалим-археолог)
  • Филиппов Алексей Васильевич
1916
  • Тенишева Мария Клавдиевна (ирекле тыңлаусы; ғалим-археолог)
1917
  • Чижевский Александр Леонидович (ирекле тыңлаусы)
1918
  • Пальмбах Александр Адольфович
  • Сербов Исаак Абрамович
1922
  • Палашенков Андрей Фёдорович (Смоленск бүлексәһе)

Билдәле уҡытыусылар үҙгәртергә

  • Арсеньев Юрий Васильевич(геральдика)
  • Брандт Роман Фёдорович (славян-рус палеографияһы)
  • Веселовский Степан Борисович
  • Горностаев Фёдор Фёдорович
  • Городцов Василий Алексеевич
  • Лапчинский Владимир Прохорович — Смоленск бүлексәһе
  • Малинин Дмитрий Иванович — Калуга бүлексәһе
  • Моравский Сергей Павлович — Ростов бүлексәһе
  • Новосадский Николай Иванович — профессор, 1907—1922 йылдар
  • Сапунов Алексей Парфёнович — Витебск бүлексәһе
  • Соболевский Алексей Иванович (рус әҙәбиәте)
  • Успенский Александр Иванович (институт менән идара итеүҙән тыш архив ты өйрәнеү, дөйөм сәнғәи тарихы һәм рус сәнғәте тарихын уҡыта)
  • Филиппов Владимир Александрович (рус әҙәбиәте)
  • Харузина Вера Николаевна (этнография, 1911 йылдан)
  • Чернов Александр Александрович (геолог)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. «Русский голос». — № 108. — 11 мая 1907.
  2. ЦИАМ. — Ф. 376. — Оп. 3. — Д. 24.
  3. Устав Общества Вспомоществования недостаточным слушателям Московскаго Археологическаго Института. — М., 1911.
  4. Воронежская энциклопедия: В 2 т. / Гл. ред. М. Д. Карпачёв. — Воронеж: Центр духовного возрождения Чернозёмного края, 2008. — Т. 1: А—М. — 524 с., ил., карты. — ISBN 978-5-900270-99-9
  5. Аграфонов П. Г. Ростовское отделение Московского археологического института(недоступная ссылка) // История и культура Ростовской земли, Ростов, 2002 год

Һылтанмалар үҙгәртергә