Мәскәү Юғары партия мәктәбе

Мәскәү Юғары партия мәктәбе (рус. Московская Высшая партийная школа (МВПШ)) — партия-сәйәси юғары уҡыу йорто, 1978 йылда партия һәм совет кадрҙарын әҙерләү, шулай ук киң мәғлүмәт саралары етәкселәрен әҙерләү өсөн КПСС Үҙәк Комитеты эгидаһы аҫтында төҙөлгән юғары уҡыу йорто.

Мәскәү Юғары партия мәктәбе
Нигеҙләү датаһы 1978
Дәүләт  СССР
Административ-территориаль берәмек Мәскәү
Карта

1978 йылда КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР Министрҙар Советы ҡарары нигеҙендә Мәскәүҙә КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбенең уҡытыу-методик етәкселеге аҫтында Мәскәү Юғары партия мәктәбе тип аталған юғары партия-сәйәси ойошма төҙөлә, оәошмаға партия һәм совет кадрҙарын әҙерләү, шулай ук киң мәғлүмәт саралары етәкселәрен әҙерлә бурысы ҡуйылған.[1]

КПСС-тың Мәскәү өлкә комитеты һәм КПСС Мәскәү ҡала комитеты тәҡдиме буйынса Мәскәү Юғары партия мәктәбенә КПСС-та ағза стажы кәмендә өс йыл, юғары белемле һәм ҡырыҡ йәшкә тиклем булған совет, партия һәм идеология хезмәткәрҙәре ҡабул ителгән.

Уҡыу структураһы

үҙгәртергә

Мәскәү Юғары партия мәктәбендә, юғары партия мәктәптәренең бөтә системаһындағы кеүек үк, ике бүлек булдырылған, юғары белем алыу өсөн ике йыллыҡ белем беренсе бүлек, бүлекте тамамлаүсы юғары партия-сәйәси белемле була. Урта белем алыу өсөн, юғары дөйөм һәм партия-сәйәси белем алыу өсөн дүрт йыллыҡ икенсе бүлек бар. Мәскәү Юғары партия мәктәбенең уҡытыу структураһы үҙенә ситтән тороп уҡыу бүлеген, совет һәм партия кадрҙарының квалификацияһын күтәреү курстарын,[2]. Учебная структура Московской Высшей партийной школы включала в себя заочное отделение, курсы повышения квалификации советских и партийных кадров, а так же одиннадцать основных профильных кафедр[1]: шулай уҡ төп профилле 11 кафедра булдырылған:

  • КПСС тарихы кафедраһы
  • Политтеэкономия кафедраһы
  • Марксистик-ленин фәлсәфәһе кафедраһы
  • Фәнни коммунизм кафедраһы
  • Партия төҙөлөшө кафедраһы
  • Совет дәүләте төҙөлөшө һәм хоҡуҡ кафедраһы
  • Халыҡ-ара коммунистик, эшселәр һәм милли-азатлыҡ хәрәкәте кафедраһы
  • Иҡтисад һәм сәнәғәт етештеерүен ойоштороу кафедраһы
  • Иҡтисад һәм ауыл хужалығы етештереүен ойштороу кафедраһы
  • Журналистика кафедраһы
  • Рус теле һәм әҙәбиәте кафедраһы.

Яңы тарих

үҙгәртергә

1990 йылдың 31 октябрендә "Мәскәү Юғары партия мәктәбен үҙгәртеп ҡороу тураһында" РСФСР Үҙәк комитеты ҡарарына ярашлы Мәскәү Юғары партия мәктәбе базаһында РСФСР Коммунистар партияһы Үҙәк комитетының ижтимағи-сәйәси проблемалар институты төҙөлә. 1991 йылдың 27 мартында институт Рәсәй КП РСФСР Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Рәсәй социаль-сәйәси институты тип үҙгәртелде. 1991 йылдың 25 ноябрендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 15-се ҡарары нигеҙендә РСФСР КП Үҙәк комитеты ҡарамағындағы Рәсәй социаль-сәйәси институт тип исемләнде, 1994 йылның 1 июленән Мәскәү дәүләт социаль университеты исемен йөрөтә башланы. 2004 йылдың 1 июлендә Мәскәү дәүләт социаль университеты Рәсәй дәүләт социаль университеты тип атала.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Москва: Энциклопедия / Гл. ред. А. Л. Нарочницкий. — М.: Советская энциклопедия, 1980. — 688 с. — 200 000 экз.
  2. Партийные школы КПСС высшие (ВПШ) / Большая советская энциклопедия // Глав. ред. А. М. Прохоров. - 3-е изд. - Москва : БСЭ, Т. 5: Вешин-Газли. - 1971 г. — 640 с
  • Москва: Энциклопедия / Гл. ред. А. Л. Нарочницкий. — М.: Советская энциклопедия, 1980. — 688 с. — 200 000 экз.