Мәнәйер
Мәнәйер (Оло Мәнәйер) — Рәсәй йылғаһы. Башҡортостандың Белорет районы Арышпар ауылының[1] биләмәләрендә аға. Йылға Инйәр йылғаһының һул ярына тамағынан 149 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 20 км. Һыу объекты системаһы: Инйәр → Эҫем → Ағиҙел → Кама → Волга → Каспий диңгеҙе
Мәнәйер (Оло Мәнәйер) | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 20 км |
Һыу ағымы | |
Тамағы | Инйәр йылғаһы |
· Урынлашыуы | һул ярына тамағынан 149 км өҫтәрәк |
· Координаталар | 54°11′16″ с. ш. 57°29′00″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | |
Илдәр | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Башҡортостан |
РДҺР | 10010200612111100019577 |
Этимологияһы
үҙгәртергәЭтимологияһы буйынса аныҡ ҡына фекерҙәр юҡ. Арышпар ауылы ҡарттары һөйләүе буйынса, ҡасандыр завод төҙөүселәр ерҙе ялғанлап һатып алып, аҫаба ерҙәренән ҡыуылғас, халыҡ ер эҙләп китеп барған һәм ошо төбәккә килеп сыҡҡан. Йылғалы, асыҡ ҡына яландары, матур тауҙарын оҡшатып, ҡорҙоң аҡһаҡалы: "Бына ер!" - тип әйткән, имеш, ти (Инйәр-ҡатай һөйләшендә "мына ер!"). Шул һүҙҙән сығып, тауын да, йылғаһын да шулай атай башлағандар тип фараз итәләр.
Тәбиғәте
үҙгәртергәБыл йылға буйында бер генә ауыл - Арышпар урынлашҡан. Һөҙәк тауҙар, әммә Инйәр ҡасабаһынан килгән юл яйлап ҡына үргә тарта бара. Күберәге - ҡатнаш урмандар. Инйәр төбәгенең күп кенә ауылдарынан айырмалы, сабынлыҡтар, болондар мул ғына.
Һыу реестры мәғлүмәттәре
үҙгәртергәРәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Эҫем йылғаһы, йылға башынан тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[2].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса [2]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200612111100019577
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101957
- Бассейн коды — 10.01.02.006
- ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 1
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
- ↑ 2,0 2,1 РФ һыу реестры: Мәнәйер (Оло Мәнәйер) .
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.
- Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)