Мәжит Ғафури музейы (Еҙем-Ҡаран ауылы)
Мәжит Ғафури музейы — Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы Еҙем-Ҡаран ауылындағы Мәжит Ғафури музейы[1][2].
Мәжит Ғафури музейы | |
Кем хөрмәтенә аталған | Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Ғафури районы |
Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейы Башҡортостандың беренсе халыҡ шағирының тыуған ауылы Еҙем-Ҡаранда урынлашҡан.
1930 йылдың 20 авгусынан 1940 йылдың 23 ноябренә тиклем Красноусольский районы тип йөрөтөлгән. Халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриға 60 йәш тулыу айҡанлы уның тыуған районын Ғафури районы тип атау тураһында ҡарар ҡабул ителә.
Музейҙың булдырылыуы
үҙгәртергәМәжит Ғафури тыуған Еҙем-Ҡаран ауылында беренсе халыҡ шағирының музейы тиҫтәләгән йылдар эшләп килә.
Буласаҡ шағир һәм яҙыусының формалашыуы тап ошо ауыл менән бәйле. Нурғәни хәлфәнең күп балалы ғаиләһендә китап һүҙе ҙур әһәмиәткә эйә, белемгә ынтылыу тәбиғи күренеш булған.
Мәжит Ғафури атаһының башланғыс мәктәбендә атаһына белем биреү эшендә ярҙам иткән. Урта мосолман белемен билдәле Үтәк мәҙрәсәһендә алған.
Музей экспонаттары
үҙгәртергәМәжит Ғафури йорт-музейы өс залдан тора.
«Шағирҙың бала сағы һәм йәшлеге» тип аталған 1-се залы Ғафуриҙың Шәжәрәһе, XIX быуат аҙағы — XX быуат башындағы Еҙем-Ҡаран ауылы тарихы ураһында һөйләй.
«XIX быуат аҙағы — XX быуат башы интерьеры» тип аталған 2-се залында башҡорт халыҡ мәҙәниәтенең иң сағыу өлгөләре: самауыр, мамыҡ мендәрҙәр, ҡайыулы таҫтамалдар һәм һике йәлеп итә.
Музейҙың 3-сө залы Беренсе донъя һуғышы буйынса мәғлүмәт бирә, XIX быуат аҙағы — XX быуат башы әҙәбиәте, Мәжит Ғафуриҙың тәүге әҙәби ижад өлгөләре, уның шиғырҙары һәм китаптары урын алған. Шунда уҡ шағирҙың ғаиләһе, ҡатыны, улдары, яҙыусы һәм шағир дуҫтары, замандаштары менән төшкән фотографиялары ҡуйылған, шулай уҡ «Ҡара йөҙҙәр» спектакле афишалары урын алған.
Музейҙа Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Гафуриҙың тормошо һәм ижады менән танышырға мөмкин. Сөнки уның шиғриәтендә ошо замандың бөтә ысынбарлығы, шул осорҙоң бөтә мөһим ваҡиғалары сағылған. Һәм әҫәрҙәрендә гражданин һәм көрәшсе тауышы ишетелә.
Музей эшмәкәрлеге
үҙгәртергәЕҙем-Ҡарандағы иҫтәлекле урындар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Музей Мажита-Гафури
- ↑ Музей М. Гафури на карте
- ↑ Дом-музей Мажита Гафури 2021 йыл 23 июнь архивланған.
- ↑ Музей Мажита-Гафури
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Дом-музей Мажита Гафури 2021 йыл 23 июнь архивланған.
- Музей Мажита-Гафури
- Музей М. Гафури на карте