Мәжит Ғафури исемендәге үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркы

Мәжит Ғафури исемендәге үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркы (Ғафури паркы) — Өфөләге мәҙәниәт һәм ял паркы. Ҡаланың Октябрь районында урынлашҡан. Көнсығыштан Октябрь проспекты, көнбайышта Рихард Зорге урамы менән сикләнгән. Парк менән йәнәш Ленин майҙаны һәм Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театры урынлашҡан. Парктың дөйөм майҙаны 29 га, өҫкө өлөшкә бүленә: В. И. Ленин исемендәге майҙандан Блюхер урамына тиклем, майҙаны 10 га. Һәм түбәнге өлөшө : урман-парк зонаһы, ат базаһы, картинг, боҙҙан һырғалаҡ, тюбинг, майҙаны 19 га. Парк Мәжит Ғафури — башҡорт һәм татар совет әҙәбиәтенең классигы хөрмәтенә аталған.

Мәжит Ғафури исемендәге үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркы
Нигеҙләү датаһы 1961
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Карта
 Мәжит Ғафури исемендәге үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркы Викимилектә

Парк тарихы

үҙгәртергә

Ғафури паркы 1961 йылда Өфө ҡала урман хужалығы урынында ойошторолған. Был ҡарар КПСС Өлкә комитеты Бюроһы һәм БАССР Министрҙар Советы 1960 йылдың 15 февралендә ҡабул иткән 72-се һанлы ҡарар, шулай уҡ Башҡорт АССР-ы хеҙмәтсәндәр депутаттарының Өфө ҡала советы башҡарма комитеты ултырышы 1961 йылдың 19 майында сығарған ҡарар менән ҡабул ителә. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Президиумының 1992 йылдың 04 июнендәге № 6-2/264 Указына ярашлы, парк Өфө ҡалаһының муниципаль милке составына инә. 1993 йылдың 11 авгусында Өфө ҡалаһы Октябрь районы хакимиәте башлығының № 986 ҡарарына ярашлы, парк муниципаль учреждение булып теркәлгән һәм рәсми рәүештә «М. Ғафури исемендәге үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркы» тип атала башлаған. 2006 йылдың 28 февралендә парк муниципаль унитар предприятие итеп үҙгәртелә.

Парктың көнсығыш өлөшөндә әлегә тиклем 1930-сы йылдарҙа ултыртылған дендропарк ҡалдыҡтары һаҡланған. Бында Башҡортостан өсөн хас булмаған Маньчжурия сәтләүеге, амур бәрхәте, һәм тағы ла 20 төр ағас һәм ҡыуаҡ үҫә.

Паркта 2001—2002 йылдарҙа төҙөлгән аттракцион комплексы эшләй, уның эсенә ҡурҡыу бүлмәһе, электромобилдәр, каруселдәр һәм бәүелсәктәр, шулай уҡ күп һандағы йәйге кафелар инә. 2013 йылға тиклем паркта 27 м бейеклектәге күҙәтеү ҡуласаһы эшләй. Өфөлә һаҡланып ҡалған берҙән-бер ҡуласа була ул. Ҡыш көнө паркта конькиҙа һәм саңғыла шыуыу ойошторола.

Проект әҙерләнә, уға ярашлы парктағы йәйге кафелар бөтөрөлә, спорт комплексы, бассейн төҙөләсәк һәм, бәлки, парк тирәләй монорельс сафҡа индерелер[1].

«Етенсе күк» күҙәтеү тәгәрмәсе

үҙгәртергә

2014 йылда асылған. 48 метрлыҡ бейеклеге күрһәткесе буйынса ҡалала "Ирәмәл"дән (60 м) ҡала икенсе урында булған тәгәрмәс, шулай уҡ Рәсәйҙәге иң ҙур ун исемлегендә тора. Бер нисә сығанаҡта Рәсәйҙә беренсе йыл әйләнәһенә эшләүсе күҙәтеү тәгәрмәсе тип билдәләнә[2][3][4].

Төҙөү 2013 йылдың 28 авгусында тәүге ташты һалыу тантанаһы менән башлана, унда ҡала Хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ҡатнаша[5]. Күҙәтеү тәгәрмәсе төҙөү Мәжит Ғафури исемендәге паркты реконструкциялау буйынса эштәрҙең бер өлөшө булып тора. Рәсми асыу тантанаһы 2014 йылдың 27 сентябрендә була, әммә килеүселәр өсөн аттракцион 19 сентябрҙә үк асыҡ була[6]. Паркты реконструкциялау менән бергә дөйөм хаҡы 125 миллион һум тәшкил итә. Тәүге 10 эш көнөндә унда 37 мең кеше ултырып йөрөй[7]. Элек паркта бәләкәй бейеклектәге тәгәрмәс (27 м) урынлашҡан булған, әммә ул яңыһын төҙөр алдынан һүтеп алына[8].

Характеристикаһы

үҙгәртергә

Бейеклеге 48 метр тәшкил итә, әйләнеш ваҡыты йөктөң күплегенә бәйле 6-нан 12 минутҡа тиклем[9]. Һыйҙырышлылығы буйынса «Ирәмәл» менән оҡшаш булған характеристикаға эйә — 6-шар кеше һыйҙырышлы 24 кабина. Кабиналар шулай уҡ кондициялау һәм йылытыу системаһы менән йыһазландырылған, уның йыл дауамында эшләү өсөн бөтә мөмкинлектәре бар[10]. Аттракцион 09:00 сәғәттән 24:00 сәғәткә тиклем эшләй.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә