Әүәлбаев Мэлс Ситдиҡ улы

(Мэлс Авальбаев битенән йүнәлтелде)

Әүәлбаев Мэлс Ситдиҡ улы (10 ноябрь 1939 йыл23 октябрь 2019 йыл) — ғалим-инженер-механик, 1966—1999 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының үҫемлекселекте механизациялау бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1998). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1990).

Әүәлбаев Мэлс Ситдиҡ улы
Тыуған көнө 1939
Тыуған урыны Темәс, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 23 октябрь 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Вафат булған урыны Өфө
Һөнәр төрө уйлап табыусы
Уҡыу йорто Темәс мәктәбе
Башҡорт дәүләт аграр университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Мэльс Ситдиҡ улы Әүәлбаев хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Темәс ауылында 1939 йылдың 10 ноябрендә тыуған. 1966 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған, инженер-механик.

1954 йылға тиклем урындағы ете йыллыҡ мәктәптә белем ала. Шунан Темәс педучилищеһына уҡырға инә һәм был уҡыу йортоноң ябылыуы айҡанлы педагогия училищеһын Белоретта тамамлай. Педучилищела уҡыған йылдарында уны иң яҡшы һыҙмасы, иң яҡшы рәссам, иң яҡшы гармунсы тигән даны сыға. Мандолинала яҡшы уйнаған дуҫы Рәфҡәт Яруллин менән яңы йырҙар өйрәнеп, педучилище сараларында ҡабатлайҙар.

Уҡытыу эшен башлап та өлгөрмәй, 1958 йылда армияға алына. Армияла саҡта үҙ аллы нота грамотаһына һәм йыр техникаһына эйә була, шәп баянсы булып таныла.

1961 йылда армиянан ҡайтҡас, Мэлс Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ауыл хужалығы производствоһы процестарын механизациялау факультетына уҡырға килә. Юғары уҡыу йортон отличие менән тамамлағандан һуң, Баймаҡ тәжрибә хужалығына инженер-конструктор һәм тупраҡ эшкәртеү машиналары лабораторияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре сифатында эшкә килә.

Тормош һәм хеҙмәт юлы

үҙгәртергә

Баймаҡ тәжрибә хужалығында йәш һәм өмөтлө белгес тупраҡ эшкәртеү техникаһын камиллаштырыу өлкәһендә әүҙем эшләй, барлыҡ һынауҙар стадияһын үткән һәм сериялы етештереүгә тәҡдим ителгән «Труженик-У» һабанының алмаш винтлы корпусын булдырыуҙа туранан-тура ҡатнаша.

Мэльс Ситдиҡ улы дөйөм тәғәйенләнешле һабандарға алмаштырыла торған кәҫтаҡтаһыҙ ике яруслы корпус конструкцияһы авторы, һәм был ҡорамалдар ҙа сериялы етештереүгә тәҡдим ителгән. Был хеҙмәттәр буйынса («Корпус плуга» һәм «Плуг». Авторы — М. С. Авальбаев и Х. К. Хасанов) авторлыҡ хоҡуғына лайыҡ була. Ул шулай уҡ тупраҡты эшкәртеүсе ҡатнаш ОКП-3 ҡорамалын эшләүҙә әүҙем ҡатнаша һәм ул «Комбинированное почвообрабатывающее орудие» (Авторы — М. С. Авальбаев и М. А. Давлетшин) авторлыҡ танытмаһы менән нығытыла. Был уйлап табыу 1990 йылда СССР Халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә күрһәтелә һәм көмөш миҙал менән бүләкләнә.

Дөйөм тәғәйенләнешле КБЯ-30x35 һабандарына кәҫтаҡтаһыҙ ике яруслы корпус, шулай уҡ тупраҡты эшкәртеүсе ҡатнаш ОКП-3 ҡорамалынһын ҡулланып, тупраҡты эшкәртеүҙең төп алымын ентекләп эшләгән. Кәҫтаҡталы башҡа һабандар менән сағыштырғанда, ОКП-3 һәм КБЯ-30x35 файҙаланыу тупраҡты эшкәртеү сифатын һәм ялан культуралары уңышын 2-3 ц/га, картуф уңышын 7,8-ҙән 12,3 ц/га-ға саҡлы күтәрҙе. Был яңылыҡтар Башҡортостан Республикаһының урал алды һәм урал арты далаларының эре хужалыҡтарында һәм төньяҡ урман-дала өлөштәрендә, шулай уҡ Волга буйы, Төньяҡ Кавказ машина төҙөү станцияларында һәм Киров өлкәһендә индерелде.

1966—1999 йылдарҙа — инженер-конструктор, Башҡортостан ауыл хужалығы фәнни-тикшеренеү институтының механизация лабораторияһы өлкән ғилми хеҙмәткәре.

1998 йылда Мэльс Ситдиҡ улы Әүәлбаев диссертация яҡлай һәм уға «ауыл хужалығы фәндәре кандидаты» тигән ғилми исем бирелә.

Уйлап сығарыуға 6 авторлыҡ танытмаһына һәм патентҡа эйә. 40-тан артыҡ баҫма хеҙмәт авторы.

Ғалим 2019 йылдың 23 октябрендә Өфө ҡалаһында фажиғәле һәләк була[1][2].

Мэльс Сидиҡ улы ғаилә тормошонан да уңды. Ҡатыны Фәнүзә менән ике ҡыҙ тәрбиәләнеләр. Ҡыҙы Зөһрә Мәскәүҙә юғары белем алды. Улы Азамат — биология фәндәре кандидаты.

Атаһын Мэльс иҫләмәй. Туғандары һәм ҡарт ауылдаштары һөйләүенсә, Ситдиҡ Мәхмүт улы виртуоз ҡурайсы һәм йырсы, ауылдың иң яҡшы бейеүсеһе булған. 15 августа 1941 йылдың 15 авгусында Темәскә атаһының немец-фашист илбаҫарҙарын ҡаршы һуғыштарҙа һәләк булыуы тураһында ҡара хәбәр килә. Әммә Башҡортостандың Хәтер китабында Ситдиҡ Әүәлбаев хәбәрһеҙ юғалған тип күрһәтелгән. Атаһының биографияһындағы бындай аҡ тап менән Мэльс Әүәлбаев риза булмай. Бер рнисә йыл рәттән Өфө, Тверь һәм Бөйөк Новгород хәрби комиссариатарына мөрәжәғәт итә Мэльс Ситдиҡ улы һәм уның балалары. Һәм атаһы һәм олаталарының ерләнгән урынын табалар улар. Һәләк булған көнөнән 68 йыл үткәндән һуң… 2009 йылдың сентябрендә 27 йәшендә генә балалары бәхете өсөн башын һалған атаһы ерләнгән ерҙең бер ус тупрағын Әүәлбаевтар күмелгән Темәс зыяратына һала һәм унда мәрмәр плита урынлаштыра.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1990) 
  • Халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең көмөш миҙалы (1990)
  • Башҡортостан Республикаһында художество үҙешмәкәр сәнғәтте үҫтереүҙә әүҙемлеге өсөн Маҡтау Грамотаһы
  • Уйлап сығарыусылар һәм рационализаторҙарҙың Бөтә Союз йәмғиәте — ВОИР-ҙың Почёт грамотаһы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә