Мысыр-Рәсәй университеты
Мысыр-Рәсәй университеты (ҡыҫҡартып ЕРУ, ғәр. الجامعة المصرية الروسية) —2006 йылда нигеҙ һалынған[2][3] Яҡын Көнсығышта беренсе Рәсәй университеты[4], Бадр-Сити ҡалаһында, Ҡаһирәнән 45 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Университет шәхси уҡыу йорто.
Мысыр-Рәсәй университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 2006 |
---|---|
Девиз тексы | The Russian Technology is applied in a unique scientific environment[1] |
Дәүләт | Мысыр[1] |
Административ-территориаль берәмек | Каир[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Badr City[d], Каир[d], Мысыр |
Рәсми сайт | eru.edu.eg |
Тарихы
үҙгәртергәУниверситет Мысыр инвесторҙары төркөмө инициативаһы буйынса булдырыла, инвесторҙар ролендә эшҡыуарҙар түгел, ә ғалимдар [5]сығыш яһай. Уны булдырыу тураһында килешеүгә Рәсәй президенты Владимир Путиндың 2005 йылдың апрелендә Ҡаһирәгә сәфәре ваҡытында өлгәшелә. Өлгәшелгән килешеүҙәрҙе үтәй барып Рәсәй мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенко 2005 йылдың 23-25 майында Мысырға бара.
Мысыр президенты Хөсни Мөбәрәк 2006 йылдың 15 июлендә Мысыр-Рәсәй университетын ойоштороу тураһындағы указға ҡул ҡуя, шул уҡ йылда беренсе студенттар ҡабул ителә. Проектты тормошҡа ашырыу Рәсәй мәғариф министрлығы һәм Мысырҙағы Рәсәй Федерацияһы Илселеге ҡатнашлығында һәм ярҙамында үтә. Университетың уҡыу программаһы Рәсәйҙең бер нисә университеттары менән академик һәм фәнни хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе булып тора. Мысыр-Рәсәй университетының уҡыу планын Мысыр университеттарының Юғары советы аккредитациялаған.
2011 йылда университеттың тәүге бакалаврҙар сығарылышы була[4].
Университеттың студенттары һәм аспиранттары даими рәүештә Берҙәм урыҫ теле Көнөн байрам итеүҙә ҡатнашалар[6][7].
Структураһы
үҙгәртергәФакультеттар:
- инженер;
- фармакология;
- стоматология (асыуға әҙерләнә)[8]
Уҡытыу инглиз телендә алып барыла. Шуның менән бергә бөтә факультеттарҙың студенттары мотлаҡ рәүештә урыҫ телен өйрәнәләр, шул уҡ ваҡытта йыл һайын Рәсәй уҡыу йорттарында практика үтәләр. Университет уҡытыусылары араһында бер нисә Рәсәй белгестәре бар[8].
2009 йылдан башлап йыл һайын университет базаһында Роснано белгестәре ҡатнашлығында нанотехнологиялар буйынса халыҡ-ара конференция үткәрелә[4][8].
Партнер юғары уҡыу йорттары
үҙгәртергә- Рәсәй
- Мәскәү энергетика институты
- М. Т. Калашников исемендәге Ижевск дәүләт техник университеты
- Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университеты
- Томск политехник университеты
- Рәсәй дәүләт гуманитар университеты
- Магнитогорск дәүләт техник университеты
Һылтанмалар
үҙгәртергә- ERU
- EGYPT: RUSSIAN UNIVERSITY ESTABLISHED IN BADAR CITY // encyclopedia.com
- Egyptian Russian University (ERU) // university-directory.eu — Catyalog entry
- RUSSIAN UNIVERSITY IN EGYPT TO OPEN ON OCTOBER 1 2011 йыл 6 октябрь архивланған. // ghana.mid.ru
- Студенты египетско-российского университета в ИЖГТУ // Удмуртская Правда № 85, 07.08.2009
- Egyptian-Russian University to train nuclear power engineers // Минатом, 2008
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 https://www.4icu.org/reviews/14586.htm
- ↑ Посольство Российской Федерации в Арабской Республике Египет. Культурные связи 2013 йыл 3 июнь архивланған.
- ↑ Египет. История. Перспективы 2014 йыл 8 июнь архивланған. // Информационный сайт посольства АРЕ в РФ
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Иван Крылов. Египетско-российский университет в Каире выпустил первых бакалавров . Фонд «Русский мир» (30 сентябрь 2011). 2015 йыл 12 июнь архивланған.
- ↑ Египетско-российский университет в сентябре примет первых студентов . facultet.ru (7 август 2006). 2020 йыл 6 август архивланған.
- ↑ Египтяне отметили День русского языка . Русский век. Портал для российских соотечественников (5 июнь 2014).
- ↑ Александр Кустов. День русского языка и 215-летие Пушкина отметили в Каире . Фонд «Русский мир» (5 июнь 2014). 2014 йыл 6 июнь архивланған.
- ↑ 8,0 8,1 8,2 Марина Лемуткина. Уникальный каирский вуз — Египетско-российский университет — выпустил первых специалистов . Московский комсомолец (9 октябрь 2011).