Мухин Виктор Андреевич
Мухин Виктор Андреевич (1949) — СССР һәм Рәсәй ғалимы һәм микология өлкәһендә педагог, биология фәндәре докторы (1991), профессор (1994). РФА Урал бүлеге Үҫемлектәр һәм хайуандар экологияһы институтының баш ғилми хеҙмәткәре. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2010).
Мухин Виктор Андреевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 10 октябрь 1949 (75 йәш) |
Тыуған урыны | Каменск-Уральский, Свердловск өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | микология |
Эш урыны |
Институт экологии растений и животных УрО РАН[d] А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университеты[d] Урал дәүләт урман-техник университеты |
Уҡыу йорто | А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университеты[d] |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | биология фәндәре докторы[d] |
Ғилми етәксе | Мокроносов, Адольф Трофимович[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Мухин Виктор Андреевич Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәВиктор Андреевия Мухин 1949 йылдың 10 октябрендә Свердловск өлкәһенең Каменск-Урал ҡалаһында тыуған.
1967 йылдан 1972 йылға тиклем Урал дәүләт университеты биология факультетының үҫемлектәр биохимияһы һәм физиологияһы кафедраһында профессор А.Т. Мокроносов етәкселеге аҫтында уҡый.
1972 йылдан алып 1975 йылға тиклем СССР ФА Урал бүлеге Үҫемлектәр һәм хайуандар экологияһы институтының аспирантураһында уҡый. 1975 йылдан СССР Фәндәр академияһының Урал бүлеге Үҫемлектәр һәм хайуандар экологияһы институтында ғилми эшмәкәрлеген башлай: 1975 йылдан 1991 йылға тиклем — кесе ғилми хеҙмәткәр, ғилми хеҙмәткәр, өлкән ғилми хеҙмәткәр, төп ғилми хеҙмәткәр һәм, 2015 йылдан 1991 йылға тиклем — Үҫемлектәр донъяһының биотөрлөлөк һәм микобиота лабораторияһы мөдире, 2015 йылдан — СССР ФА Урал бүлеге Үҫемлектәр һәм хайуандар экологияһы институтының баш ғилми хеҙмәткәре.
1992 йылдан Урал дәүләт университетының биология факультетында педагогик эшмәкәрлеген башлай: 1992 йылдан 1995 йылға тиклем — дөйөм экология һәм ботаника кафедраһы мөдире, 1995 йылдан алып 2019 йылға тиклем — ботаника кафедраһы мөдире, 2019 йылдан был кафедраның профессоры, биосфера, микология һәм үҫемлек сирҙәре мәсьәләләре буйынса лекциялар уҡый[1] шулай уҡ Урал дәүләт урман техник университеты профессоры булып тора[2].
1977 йылда А.В. Мухин биология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн «Разложение древесины базидиальными грибами» темаһына диссертация яҡлай, 1991 йылда Мәскәү дәүләт университетында биология фәндәре докторына «Экологические закономерности формирования и структура биоты ксилотрофных базидиомицетов Западно-Сибирской равнины» темаһына диссертация яҡлай. 1994 йылда В.А. Мухинға профессор исеме бирелә[1].
В.А.Мухиндың төп фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары Көнбайыш Себерҙә ксилотроф базидиомицеттарҙы өйрәнеү менән бәйле, Урал микология фәнни мәктәбен ойоштороусыларының береһе һәм Рус ботаника йәмғиәтенең Екатеринбург бүлеге рәйесе. В. А. Мухин ике йөҙҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән егерме монография авторы, уның етәкселеге аҫтында дүрт докторлыҡ һәм егерме кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана[1].
2010 йылдың 9 ноябрендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән «Фәнни эшмәкәрлегендә ҡаҙаныштары өсөн», В. А. Мухин Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре маҡтаулы исеменә лайыҡ була[3].
Төп хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Мухин В. А. Основы экологии дереворазрушающих грибов : Баланс веществ микогенного разложения древесины. М., 1979 г.
- Мухин В. А. Биота ксилотрофных базидиомицетов Западно-Сибирской равнины. Екатеринбург, 1993 г.
- Мухин В. А. Синантропная флора Среднего Урала. Екатеринбург, 2001 г.
- Мухин В. А. Грибы Среднего Урала: справ.-определитель. Екатеринбург, 2007 г.
- Мухин В. А. Низшие растения : учеб. пособие. Екатеринбург, 2007 г.
- Мухин В. А. Метаногенез, сопровождающий разложение древесины трутовыми грибами // Докл. РАН. Т. 413, № 6. 2007 г. — С.848–849
- Мухин В. А. Микогенное разложение древесины и эмиссия углерода в лесных экосистемах // Экология. № 1. 2007 г. — С.24–29
- Мухин В. А. Polypore (Aphyllophorales, Basidiomycetes) Studies in Russia. Pt. 2 : Central Urals // Annales Botanici Fennici. Vol. 44. 2007 — 103–127
- Мухин В. А. Метаногенная активность в древесных растениях // Физиология растений. Т. 56, № 1. 2009 г. — С.152–154
- Мухин В. А. Метаногенная активность древесного дебриса // Экология. № 3. 2009 г. — С.163–167
- Мухин В. А. Фотосинтез: физиология, онтогенез, экология. Калининград, 2009 г.
Наградалары
үҙгәртергә- А.А.Ячевский миҙалы (2017[4])
Н. К. Чупин миҙалы (2008[1])
Исемдәре
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2010[3])
Премиялары
үҙгәртергә- Фән өлкәһендә В. Н.Татищев һәм Г.В. де Геннин исемендәге премия (1999 — «Современный философский словарь» эше өсөн[5])
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Уральский государственный университет в биографиях / авт. биогр. ст.: Т. Я. Андреева и др.; сост. В. А. Мазур ; редкол.: В. В. Блажес. - 3-е изд., испр. и доп. - Екатеринбург : Изд-во Уральского ун-та, 2010 г. — 613 с. — ISBN 978-5-7996-0550-6
- ↑ Доктору биологических наук В. А. Мухину — 70 . Дата обращения: 11 сентябрь 2020.
- ↑ 3,0 3,1 Указ Президента Российской Федерации от 9 ноября 2010 года № 1395 . Дата обращения: 11 сентябрь 2020.
- ↑ Лауреаты наград Академии за 2017 г. Дата обращения: 11 сентябрь 2020.
- ↑ Лауреаты премии имени В.Н. Татищева и Г.В. де Геннина в 1999 году . Дата обращения: 11 сентябрь 2020. 2020 йыл 5 декабрь архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Уральский государственный университет в биографиях / авт. биогр. ст.: Т. Я. Андреева и др.; сост. В. А. Мазур ; редкол.: В. В. Блажес. - 3-е изд., испр. и доп. - Екатеринбург : Изд-во Уральского ун-та, 2010 г. — 613 с. — ISBN 978-5-7996-0550-6
- Уральская экологическая школа: вехи становления и развития / отв. ред. член-корреспондент РАН Н. Г. Смирнов. — Екатеринбург: Изд-во Гощицкий, 2005. — 264 с. — 300 экз. — ISBN 5-98829-004-3.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Доктору биологических наук В. А. Мухину — 70 . Дата обращения: 11 сентябрь 2020.