Насыров Морат Исмаил улы
Морат Исмаил улы Насыров (1969 йылдың 13 декабре, Алматы — 2007 йылдың 19 ғинуары, Мәскәү) — совет, Ҡаҙағстан һәм Рәсәй эстрада йырсыһы, йырҙар авторы. Милләте буйынса — уйғыр[1]. «Мальчик хочет в Тамбов», Алёна Апина менән «Эти лунные ночи» дуэтын, «Я — это ты», «Обманула» хиттарын, шулай уҡ Дисней йәнһүрәттәре «Черный Плащ» (1992—1994 йылдарҙа) һәм «Утиные истории» (1994 һәм 2004 йылдарҙа) йырҙарының рус версияһын башҡарыусы.
Морат Насыров уйғ. Мурат Исмайил оғли Насиров | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Тулы исеме |
Морат Исмаил улы Насыров |
Тыуған | |
Тыуған урыны | |
Үлгән | |
Үлгән урыны | |
Ил | |
Һөнәрҙәре |
эстрада йырсыһы, шағир, композитор |
Хеҙмәттәшлек |
Алёна Апина |
nasyrov.ru | |
Биографияһы
үҙгәртергәМорат Исмаил улы Насыров 1969 йылдың 13 декабрендә, Алматыла, уйғыр ғаиләһендә тыуа. Әсәһе — Хәтирә Нияз ҡыҙы Насырова (1937 йылғы)[2][3] пластмасса әйберҙәр фабрикаһында, атаһы Исмаил Насыров (1926—2003)[4] таксист һәм шағир була[5][6], Ҡөрьәнде яттан белә, халыҡ йырҙарын йырлай, уйғыр халыҡ музыка ҡоралдарында уйнай. Морат иң бәләкәйе була, уның ике өлкән апаһы һәм ике өлкән ағаһы була; ағаларының исеме — Наджат һәм Ришат, апайҙары — Фәриҙә[3][7] һәм Марита.
Алма-атаның 111-се мәктәбен тамамлаған, математика һәм физика фәндәрен яратҡан. Мәктәптән һуң әрмелә хеҙмәт итә. Музыка менән Ашхабадта, әрмелә, дивизияның музыка коллективында шөғөлләнә башлай[8].
Музыкаль карьераһы
үҙгәртергәӘрменән һуң Гнесин музыка училищеһын вокал класы буйынса тамамлай.
«Ялта-91» конкурсында Гран-при ала, жюри (Игорь Крутой, Владимир Матецкий, Лайма Вайкуле, Яак Йоала) уны юғары баһалай. Унда йырсы Алла Пугачеваның «Волшебник-недоучка» йырын башҡара. Игорь Крутой уға хеҙмәттәшлек итергә тәҡдим итә, әммә Насыров бынан баш тарта. Контракт уға үҙенең йырҙарын башҡарырға ҡамасаулаясаҡ, тип уйлай.
Буласаҡ продюсеры Арман Дәүләтйәров менән Насыровты "А-Студио"ның гитарасыһы Баглан Садвакасов таныштыра[9]. 1995 йылда Насыров үҙенең яҙмаларын «Союз» студияһына күрһәтә. Йырсының тауышы продюсерҙарға оҡшай һәм улар «Это лишь сон» синглын сығара, «Шаг» йыры радиоэфир хитына әүерелә. Әммә 3 йыр ингән сингл насар һатыла. Студия йырсыны CD-ла сығармай, бары тик кассетаға яҙҙыра.
Беренсе альбом әҙер була, тик уға сағыу хит етмәй. Шағир Сергей Харин, «Мальчик хочет в Тамбов» (Бразилия төркөмө Carrapicho-ның «Tic Tic Tac» йырының рус версияһы) йырының тексын яҙғас, «Союз» студияһына йырсы эҙләп мөрәжәғәт итә. Насыровтан башҡа бер кем дә уны яҡшы итеп башҡара алмай һәм ошо йыр уны билдәле итә. Һуңғараҡ йырсы был музыкаль стилистикаһы буйынса уға ят булған йырҙың визит карточкаһына әүерелеүенә ризаһыҙлыҡ белдерә.[9]
1997 йылда «Кто-то простит» тигән тәүге альбомы сыға. Уны презентациялауҙа Алла Пугачева ҡатнаша. Альбомға атама биргән йырҙы ул радионан ишеткән була. Ул башҡарыусы менән ҡыҙыҡһына башлай һәм беренселәрҙән булып уға ярҙам ҡулы һуҙа[9].
Насыровты концерттарға саҡыралар, телевидениенан күрһәтәләр. Ул 1997 йылдың апрелендә «Сюрприз для Аллы Пугачевой» тигән концерттың гала-концертында ҡатнаша һәм "Волшебник-недоучка"ны йырлай. Дәүләтйәровтың әйтеүе буйынса, Насыров карьераһы башланғандан алып тик тере тауышҡа йырлай, был йәһәттән продюсерҙар менән бәхәскә инеп тә бөтә.
1996—1997 йылдарҙа «Союз» студияһының концерт бүлегендә Александр Иратов, Алена Апинаның продюсеры һәм ире эшләй, ул Насыровҡа һәм Алена Апинаға бергә гастролдәргә йөрөргә тәҡдим итә. Программа «Тамбовҡа электричка» тип атала. Һуңынан «Лунные ночи» йыры сыға, ул «Евровидение-1975» еңеүсеһе Голландия төркөмө Teach-In музыкаһына яҙыла, Насыров уны Апина менән бергә йырлай. 1997 йылдың көҙөндә «Лунные ночи» тигән программа барлыҡҡа килә, уны йырсылар «Россия» дәүләт үҙәк концерт залында, 1998 йылдың 1 һәм 2 апрелендә ойоштора. Насыровтың репертуарында мөхәббәт тураһында яңы йырҙар барлыҡҡа килә, уларҙың иң билдәлеһе «Я — это ты». Һуңынан ул «Моя история» тигән альбом сығара.
1997 йылда «Алтын граммофон» премияһын «Мальчик хочет в Тамбов», 1998 йылда «Я это ты, ты — это я» йыры өсөн ала.
2000 йылда Насыров был ваҡытта модаға ингән латин-америка ритмдары менән мауыға һәм «Все это было не со мной» тип аталған өсөнсө альбомын сығара. 2002 йылда «Разбуди меня» тигән альбом сыға, альбомдың тәүге йыры улына — Аким Насыровҡа, ә «Алина» трегы — Алина тигән һеңлеһенә арналған. Шеff менән берлектә «Царица» композицияһын яҙа, ул Имя — Шеff тигән альбомға ла ингән.
2004 йылда уйғыр телендәге Ҡалдим Ялғуз[4] («Остался один») альбомы өҫтәндә эште тамамлай. Диск өсөн материалды үҙе яҙа. Студияла Насыров альбомда ҡулланылған бөтөн музыка ҡоралдарында ла уйнай.
Шунан һуң Насыров бер альбом да сығармай, ләкин уның яңы йырҙары төрлө йыйынтыҡтарға инә.
2005 йылдың 28 июнендә ул 50 йәмәғәтселек вәкилдәре иҫәбендә "ЮКОС"тың элекке етәкселәренә хөкөмгә ярҙам хатына[10] ҡул ҡуя.
«Скалолаз и Последний из Седьмой колыбели» (2007) — Насыровтың иң һуңғы эштәренең береһе. Йыр Рәсәй Дәүләт кинематография симфоник оркестры ҡатнашлығында яҙыла.
Үлеме
үҙгәртергә2007 йылдың 19 ғинуарынан 20-һенә ҡараған төндә Насыров Вучетич урамындағы 5-се ҡаттағы фатиры балконынан ҡолай[5]. Үлем сәбәптәре билдәле түгел. Боткин больницаһы табиптары йырсы ҡанында наркотик та, алкоголь дә тапмай[11]. Насыров Алматы ҡалаһында, «Заря Востока» зыяратында ерләнгән.[5]
Наградалары
үҙгәртергә«Алтын граммофон» премияһы лауреаты:
- 1997 — «Мальчик хочет в Тамбов»
- 1998 — «Я — это ты»
Дискография
үҙгәртергә- 1995 — Шаг… (сингл)
- 1997 — Кто-то простит
- 1998 — Моя история
- 2000 — Все это было не со мной
- 2002 — Разбуди меня
- 2004 — Kaldim Yalguz — Остался один
- 2007 — Сыҡмаған альбом
- 2010 — Ремикстар
Фильмография
үҙгәртергә- 1998 — Военно-полевой романс (телефильм)
- 2009 — Сказки песка
Ғаиләһе
үҙгәртергә- ҡатыны — Наталья Бойко[12] (1973 тыуған), йырсы (тәхәллүсе — Селена)[5]; 1999 йылда уйғыр ғәҙәттәре буйынса өйләнешәләр, тик теркәү органдарында никахтарын теркәмәйҙәр[13]
- ҡыҙы — Лия Насырова, 1996 йылда тыуған;
- улы — Аким Насыров, 2000 йылда тыуған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Мурат Исмаилович — Биография 2017 йыл 5 ғинуар архивланған.
- ↑ Гражданской жене Мурата Насырова не достанется ничего (рус.)
- ↑ 3,0 3,1 Мать погибшего Мурата Насырова благословила невестку на новый брак — Новости шоу-бизнеса
- ↑ 4,0 4,1 Мурат Насыров — Калдым Ялгыз 2010 йыл 16 декабрь архивланған.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 Мурат Насыров считал себя счастливым человеком (рус.)
- ↑ Россия отдаёт долг памяти и благодарения уйгурскому Соловью
- ↑ Мурат Насыров покончил с собой со второй попытки — Светская хроника и культура // KP.UA
- ↑ Мурат Насыров — Хочу 2017 йыл 26 май архивланған.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 Зенкина, Марина История поп-музыки от Ветлицкой до Елки 1991-2011: Мурат Насыров «Мальчик хочет в Тамбов» (1997) . afisha.ru (28 декабрь 2011). Дата обращения: 9 май 2015.
- ↑ Обращение деятелей культуры, науки, представителей общественности в связи с приговором, вынесенным бывшим руководителям НК ЮКОС
- ↑ Новости шоу-бизнеса, скандалы, светская хроника. Наркотиков и алкоголя в организме Насырова не найдено
- ↑ Вдова Мурата Насырова выходит замуж (рус.)
- ↑ Жена Насырова: Я всегда буду любить только Мурата 2020 йыл 29 ғинуар архивланған. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Морат Насыровтың 2015 йыл 18 март архивланған. профиле, Moskva.FM
- Йыр-Мократтарҙың Насирова — «Яндекс. Музыкаға»
- nasyrov.ru 2018 йыл 23 март архивланған. — рәсми сайт Насирова, Мократтарҙың Исмаилович (недоступная һылтама)