Муратов Александр Александрович (гинеколог)
Муратова Александр Александрович (18 июль 1851 йыл — 1918 йыл) — Рәсәй империяһы акушеры һәм гинекологы, Киев университетының атҡаҙанған профессоры.
Муратов Александр Александрович (гинеколог) | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 18 июль 1851 |
Тыуған урыны | Рязань губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1918 |
Һөнәр төрө | гинеколог |
Эшмәкәрлек төрө | гинекология[d] |
Эш урыны |
Император Дерпт университеты Мәскәү император университеты[d] Изге Владимир Император университеты[d] |
Уҡыу йорто |
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты Мәскәү университетының медицина факультеты[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәГимназияны һәм Мәскәү университетының медицина факультетын (1875) тамамлай. Университетты тамамлағандан һуң, университеттың акушерлыҡ клиникаһының штаттағы ординаторы итеп һайлана. 1877—1878 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышы ваҡытында Лефортово госпиталендә ординатор була.
1879 йылда «Материалы для акушерской статистики города Москвы» темаһына диссертация яҡлай һәм медицина докторы дәрәжәһе ала. 1886 йылда Мәскәү университетының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы буйынса приват-доцент итеп тәғәйенләнә. 1891 йылда Екатерина дауаханаһында гинекология бүлеген етәкләй, унда үҙенең уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеген күсерә.
1898 йылда Юрьев университетының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы буйынса экстраординар профессор итеп тәғәйенләнә, ә 1901 йылда — Изге Владимирҙың Киев университетына күсерелә. 1917 йылға тиклем акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһын етәкләй, атҡаҙанған ординар профессор исеменә лайыҡ була (1912). Шулай уҡ медицина факультеты секретары була. Тулы хоҡуҡлы статский советник чинына ирешә (1907). 2-се дәрәжә Изге Станислав (1900), 2-се дәрәжә Изге Анна (1904) һәм 3-се дәрәжә Изге Владимир (1911) ордендарына лайыҡ була.
Университеттан тыш Самарит ҡатын-ҡыҙҙар курсында уҡыта, Киевта Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстарының медицина бүлеген асыу инициаторҙарының береһе була. Шулай уҡ Киев университеты ҡарамағындағы акушерлыҡ-гинекология клиникаһы һәм акушерлыҡ мәктәбе директоры. Бынан тыш, университет янындағы физика-медицина йәмғиәте рәйесе, акушер-гинекология йәмғиәте рәйесе, йоғошло ауырыуҙар менән көрәшеү йәмғиәте рәйесе ярҙамсыһы, хайуандарҙы яҡлау йәмғиәтенең Киев бүлеге вице-рәйесе, халыҡ-ара акушерлыҡ һәм гинекология конгресының ғүмерлек ағзаһы булып тора. Киев урыҫ милләтселеге клубының тулы хоҡуҡлы ағзаһы була (1912).
1917 йылдан һуң яҙмышы билдәһеҙ.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Материалы для акушерской статистики города Москвы. — М., 1879;
- К учению о внематочной яичниковой беременности // «Журнал акушерства и женских болезней». — 1889, № 6;
- К лечению внематочной беременности в начальных стадиях её развития. — М., 1893;
- К вопросу о различных изменениях в организме женщин после удаления маточных придатков. — М., 1894;
- Очерки клинических наблюдений над внематочной беременностью. — СПб., 1896;
- Введение в курс акушерства и гинекологии в связи с клиническими методами преподавания. — Юрьев, 1898;
- Клинические лекции по акушерству и гинекологии, читанные студентам Императорского Юрьевского университета. — Юрьев, 1900;
- К вопросу о пределах хирургического вмешательства в области гинекологии и акушерства. — Киев, 1901;
- К вопросу об образовании мужской уретры у больной эписпадией, соединенной с расщеплением лонного соединения // Русский Врач. — 1902;
- Причины сравнительной слабости организма современной женщины. — Киев, 1904.
Сығанағы
үҙгәртергә- Муратов, Александр Александрович // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Деятели России: 1906 г. / Ред.-изд. А. М. Шампаньер. — Санкт-Петербург, 1906. — С. 166.
- Список гражданским чинам IV класса на 1907 год. — СПб., 1907. — С. 2588.
- Список гражданским чинам первых четырех классов. — Пг., 1914. — С. 831.
- Кальченко Т. В. Киевский клуб русских националистов: историческая энциклопедия. — К.: Киевские ведомости, 2008. — С. 185.
- Биографический словарь профессоров и преподавателей Императорского Юрьевского, бывшего Дерптского университета за сто лет его существования (1802—1902). — Юрьев, 1903. — Т. II. — С. 71.